Виктор Понедельник һәйкәле (Дондағы Ростов)

Виктор Понедельник һәйкәле, шулай уҡ «Футболист» скульптураһы — Дондағы Ростовта 2015 йылда, 1960 йылда футбол буйынса Европа чемпионаты финалында «алтын гол» индергән футболист Виктор Понедельник хөрмәтенә[1], «Олимп-2» стадионы эргәһендә[2]ҡуйылған бронза скульптура композицияһы[1].

Һәйкәл
Виктор Понедельник һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, стадион "Олимп-2"
Скульптор Дмитрий Лындин
Бейеклеге 2 метр
Материал бронза

Тарихы үҙгәртергә

2013 йылда Дондағы Ростовта спорт министрлығы инициативаһы буйынса данлыҡлы футболист Виктор Понедельник скульптураһын төҙөү буйынса конкурс ойошторола. Шул уҡ йылдың авгусында Ростов скульпторы Лындин Дмитрий Васильевичҡа конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителә. Сентябрь айында скульптор үҙенең эшенең балсыҡтан эшләнгән өлгөһөн тәҡдим итә. Уның менән бергә тағы ла өс башҡа ҡатнашсы ярыша. Составына төбәктең вице-губернаторы Горбань Сергей Иванович, футболист Виктор Понедельник һәм Ростов өлкәһенең спорт министры Юрий Баланхин ингән комиссия ойошторола. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе тип Дмитрий Лындин һайлап алына. Скульптор үҙенең эшенә индерергә тейеш булған берҙән бер төҙәтеү футбол гетрының бейеклеген үҙгәртеү була — уның бейеклеге арттырылырға тейеш була.

Бронза скульптураны төҙөү 2013 йылдың сентябренән ноябренә тиклем, ике ай ваҡыт ала. Материалдарҙың үҙҡиммәте 750 мең һум тип баһалана, скульптор һәм ҡойоусылар эштәре өсөн аҡса алмайҙар[1]. Скульптураның бейеклеге ике метр тәшкил итә[3]. Башта һәйкәлде ҡуйыу ваҡыты 2014 йылдың яҙына билдәләнә. Ләкин финанс ауырлыҡтары арҡаһында — материалдарға тотонолған аҡсаны ҡаплау — ҡуйыу датаһы билдәһеҙ срокка күсерелә. 2014 йылдың июлендә футбол ветерандарының һәм Дон футбол федерацияһының һәйкәл өсөн 96,5 мең һум аҡса йыйыуы һәм бүлеүе тураһында билдәле була.

Дон спорт министры һәйкәлде ҡуйыу һәм асыу датаһын «Ростов» футбол командаһының УЕФА Европа Лигаһында беренсе матчы булған көнгә тап килтерергә ҡарар итә. Һәйкәлде «Олимп-2» стадионына яҡын урынлаштырырға ҡарар ителә[1]. Футболист Виктор Понедельник һәйкәле (уны йыш ҡына «Футболист» скульптураһы тип тә атайҙар) 2015 йылдың 28 авгусында асыла[4]. Тантаналы церемонияла Ростов өлкәһе губернаторының урынбаҫары Игорь Гуськов ҡатнаша[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә