Википедия:Википедияны файҙаланыу һеҙҙең өсөн хәүефле булыуы мөмкин

Һеҙ Bикипедияла уҡыған мәғлүмәттәрҙең теүәл булмау йә һеҙҙе хаталандырыу, ә уларҙы файҙаланыу (айырым осраҡтарҙа хатта ябай ғына ҡарап сығыу ҙа) хәүефле һәм/йәки законһыҙ булыу ихтималлығын иҫтән сығармауығыҙ һорала.

Хәүеф ихтималлығынан баш тартыу һеҙ уҡыған биттә бирелгән мәғлүмәттәрҙе үҙ эшмәкәрлегендә ҡулланырға йә башҡа кешеләргә тапшырырға булған уҡыусылар өсөн хәүефле булыуы ихтималлығына бәйләнгән.

Авторҙар, мөхәррирҙәр, бағыусылар, хакимдар (система операторҙары), хулигандар (вандалдар) һәм Википедияға ҡағылышы булған башҡа кешеләр Википедия биттәрендәге мәғлүмәттәрҙе файҙаланған кешеләр алдында бер ниндәй  яуаплылыҡҡа эйә түгел.

Википедиянан алған бөтә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ һәм тикшерелгән булыуына ышаныу өсөн кәрәк булған бөтә сараларҙы күрегеҙ. Мәҡәлә аҙағындағы сығанаҡтарҙы тикшерегеҙ, мәҡәләнең йөкмәткеһе буйынса хәл ителмәгән бәхәстәрҙең юҡлығын асыҡлау өсөн мәҡәләнең фекер алышыу битен һәм үҙгәртеүҙәр тарихын уҡығыҙ. Мәғлүмәттәрҙе бойондороҡһоҙ сығанаҡтар ярҙамында ҡабаттан тикшерегеҙ. Әгәр һеҙҙә Википедиялағы мәҡәләнең йә теге йәки был мәғлүмәттәрҙе ҡулланыуҙың законлылығында, хәүефһеҙлегендә йәки этикаға ярашлылығында шик тыуһа, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Википедияға теләгән бер кеше теләгән бер мәғлүмәтте урынлаштыра ала һәм ул кешенең үҙе мәғлүмәтте тәҡдим иткән өлкәлә етерлек хәбәрҙар булмауы ихтимал.  

Википедиялағы мәҡәләләрҙең күбеһе профессионалдар тарафынан тикшерелмәй; уҡыусылар хаталарҙы төҙәтә йә дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте юйҙыра алһа ла, уларҙың быны эшләүе мотлаҡ түгел, шунлыҡтан мәғлүмәт ышаныслылыҡ йә ниндәй ҙә булһа маҡсаттарға яраҡлылыҡ йәһәтенән бер ниндәй гарантияһыҙ тәҡдим ителә.

Википедия бөтә зыянда ла ғәйепләнә алмай, сөнки ул ирекмәндәр берләшмәһе булып тора һәм төрлө мәғрифәти, мәҙәни һәм мәғлүмәти белемдәрҙең асыҡ онлайн сығанағын булдырыу маҡсатында ирекле эшләнә. Был мәғлүмәт һеҙгә түләүһеҙ бирелә, һәм шунлыҡтан был мәғлүмәтте файҙаланыуға йә үҙгәртеүгә ҡағылышлы һеҙҙең менән Википедия араһында, Creative Commons Attribution/Share-Alike лицензияһынан башҡа, бер килешеү ҙә юҡ.

Википедияла табылған бер мәғлүмәтте лә, уны бойондороҡһоҙ сығанаҡтарҙа тикшермәйенсә тороп, дөрөҫ тип ҡабул итмәгеҙ.