Викингтар (дан. vikinger, швед. vikingar, норв. vikingene) — VIII—XI быуаттарҙа Винландта Биармияға һәм Каспийҙан Төньяҡ Африкаға тиклем диңгеҙ походтарын башҡарған иртә урта быуат скандинав[1] диңгеҙ сәйәхәтселәре була. Башлыса улар хәҙерге ваҡыттағы Швеция, Дания һәм Норвегия территорияларында көн итеүсе ырыу — ҡәбиләләр ҡоролошо тарҡатылған осоро ҡәбиләләре була. Уларҙы аслыҡ һәм халыҡтың артыҡ күплеге тыуған илдәренән сығып китергә мәжбүр итә. Дин яғынан викингтар күпселек өлөштә мәжүсиләр булалар.

ВикингТронхейм фьордына ҡарап тора.

Көнбайышҡа табан йүнәлеш алған швед, норвегиялы һәм даниялы викингтары латин сығанаҡтарына ярашлы нормандар (лат. Normanni) исеме аҫтында билдәле. Көнсығыш Европалағы (Балтия һәм Русь ерҙәрендә) викингтарҙың теүәл генә этник составы билдәле түгел, әммә европалы тарихсылар улар шведтар булыу ихтималлығын һыҙыҡ аҫтына алалар. Киев Русе боронғо яҙмаларына ярашлы улар варягтар булараҡ билдәле.

Скандинавия халыҡтарының яҙма мәҙәниәте христианлыҡ ингәндән һуң ғына формалаша. Христиан динен викингтар бик һуң, уларҙың дәүерҙәре ахырында ғына, ҡабул итәләр, шуға күрә уларҙың тарихының күпселек өлөшө тураһында яҙма сығанаҡтары юҡ[2]

Ҡағиҙә булараҡ, скандинав хроникаларында «викинг» термины бөгөнгө көндәге төшөнсә булараҡ ҡулланмаған һәм Ватанынан ситкә сығып китергә мәжбүр булған ерһеҙ бондтар (аҡ һөйәктәр рәте иҫәбенә инмәгән азат кешеләр) социаль күренеште һүрәтләгән, булһа кәрәк.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр «викинг» һүҙен боронғо норвегиялы «víkingr» һүҙенән сығаралар, киң таралған версия буйынса был һүҙ «ҡултыҡтағы кеше», «порттағы кеше» (тамыры vík — ҡултыҡ, йәшеренер урын + суффикс ingr)[3] алынған. Икенселәре Вик исемен йөрөткән Норвегиялағы өлкәнән килеп сығыу ихтималлығы бар тип һанайҙар. Т. Н. Джаксон «vikingr» термины « (нығытылған лагерь») тип тәржемә ителеүен һәм дат һүҙе wic (лат.vicus) -тан килеп сығыуы менән килешмәй[4]. Ҡайһы бер лингвистар уны боронғо норвегиялы vikja («ташлап китеү, алыҫлашыу») һүҙенән килтереп сығара: тыуған яҡтарын ташлап киткән кешеләрҙе шулай атағандар, йәнәһе.

2005 йылда ирланд тарихсы-медиевисы Френсис Бирн «viking» һүҙе боронғо норвегиялы теленән килеп сыҡмағанын, ә VIII быуатта уҡ боронғо фриз телендә, викингтар дәүере башланғанға тиклем, «пират», «диңгеҙ юлбаҫары» мәғәһендә ҡулланғанын билдәләп үтә[5].

Этник оҡшашмаулыҡ үҙгәртергә

Викингтарҙың хәрәкәтендә Балтика скандинав халыҡтары ғына ҡатнашмайҙар. Был хәрәҡәттә балтиялы славяндары (вендтар)[6][7][8], айырым алғанда, вагрҙар һәм руяндар үҙҙәренең Скандинавияға һәм Данияға юлбаҫар һөжүмдәре менән танылалар. Был мәғлүмәт сагаларҙа һаҡланып ҡалған (мәҫәлән, «Сағыу тураһында Һуҡыр Магнус һәм Харальд Гилли тураһында сага»). «Изгелекле Хагон тураһында сага»ла яҙылған: «Шунан Хакон-конунг Сканей ярҙары буйлап көнсығышҡа табан киткән һәм илде туҙратҡан, яҫаҡтар алған һәм викингтарҙы, ҡайҙа тап итһә, шунда үлтергән, шул иҫәптән даттарҙы ла, ведтарҙы ла»." Бер тапҡыр эсттар викингтар һымаҡ тасуирланған, «Трюгги улы Олав тураһында» сагаһында ошолай тип әйтелә:"Улар көнсығышҡатабан дингеҙгә сыҡҡас, викингтарға һөжүм итә. Улар эсттар була." Уҫал Харальд тураһында сагала викингтар курши һәм ведтар һымаҡ һүрәтләнәләр: « Хакон Даттар Державаһын ныҡ ҡыйратҡан викингтарҙан, вендтарҙан һәм Көнсығыш юлындағы башҡа кешеләрҙән, шулай уҡ курҙарҙан илде һаҡлау сараларын күрә башлай». С. Стурлусон мәғлүмәттәре буйынса Данияла 1049 йылда король Магнус дәүерендә сиркәүҙәрҙә махсус доға ҡылынған: «Йә, Раббым, куршыләрҙән беҙҙе һаҡла»[9].

Тарих үҙгәртергә

Экспансия сәбәптәре үҙгәртергә

Төрлө формалар алған викингтарҙың экспансияһының сәбәптәре лә (яңы ерҙәр эҙләү һәм күсенеүҙәр, талау һөжүмдәре, юлбаҫарлыҡ һәм ҙур хәрби походтар, юлбаҫарлыҡ һәм талау менән үрелеп барған сауҙа сәфәре) күп төрлө. Шведтарҙың, даттарҙың, норвегиялыларҙың община-ырыу ҡоролошоноң тарҡалыуы аҡ һөйәктәрҙең көсәйеүе менән оҙатыла, сөнки улар өсөн хәрби табыш байығыуҙың иң мөһим сығанағы була; күп кенә ябай общинниктар (бондтар) тыуған яғын, Скандинав ярым утрауы диңгеҙ буйы райондарында халыҡтың артыҡлығы һәм ер эшкәртеү өсөн уңайлы булмауының арҡаһында, ташлап сығып китәләр. Кораблдәр төҙөү эшенең алға китеше борондан маһир диңгеҙ гиҙеүселәре булған скандинавтарға Балтия диңгеҙендә генә түгел, Төньяҡ Атлантика һәм Урта Диңгеҙ һыуҙарында йөрөргә мөмкинлек биргән.

Дөйөм хронология үҙгәртергә

 
Викингтар походтарының схемаһы
  • 725 йылда беренсе сауҙа эштәре менән барыуҙары (Дания, Көньяҡ Скандинавия)[10].
  • 789 йылда викингтарҙың өс корабле Дорсетҡа һөжүм итә (Көньяҡ — Көнбайыш Англия) һәм урындағы Беохтрик тэнды үлтерәләр.
  • 793 йылда викинтар инглиз-саксон Линдисфарн утрауының төньяҡ-көнсығышында Изге Кутберт монастырын талайҙар.
  • 794 йылда викингтар Англияның төньяҡ-көнсығышындағы Джарроу монастырына һөжүм итәләр.
  • 795 йылда Ирландияға һәм Айона утрауына һөжүмдәр ойошторалар.
  • 799 йылда Францияның Көньяҡ-Көнбайышына һөжүмдәр башҡарыла.
  • 800 йылда викингтар Шетланд һәм Оркней утрауҙарын үҙләштерәләр.
  • 810 йылда даттар Фрисландияға ябыралалар.
  • 812 йылда даттар тәхете өсөн граждандар һуғышы башлана.
  • 830 йылда Францияға һәм Англияға һөжүмдәр йышая.
  • 834 йылда Дорестадҡа (Фрисландия) һөжүмдәр башҡарыла.
  • 839 йылда викингтар Ирландия короллегенә нигеҙ һалалар, баш ҡалаһы — Арме ҡалаһы була.
  • 841 йылда түбәнге Сена үҙәненә бәреп инеү һәм Руанды ҡыйратыу.
  • 844 йылда викингтар Испания һәм Лиссабонға барып етәләр, Тулузаны талайҙар.
  • 845 йылда Гамбург һәм Парижды талайҙар.
  • 850 йылда даттар Англияға һөжүм итәләр.
  • 860 йылда викинтар Исландия утрауын асалар; Төньяҡ Африкаға һәм Италияға һөжүмдәр башлана.
  • 861 йылда викингтар Пиринеялағы Пампелуналарға барып етәләр һәм урындағы хакимды әсир итәләр.
  • 865 йылда Нортумбрияға һөжүм итәләр.
  • Яҡынса 867 йылда «Бөйөк Армия» Йоркты баҫып ала һәм Нортумбрия короле Элланы язалайҙар.
  • 870 йылда викинг Ингольф Арнардсон Исландияла (Рейкьявик) беренсе торлаҡ ойоштора.
  • 870 һәм 890 йылдаараһында викингтар Төньяҡ Двинаның (Биармия) инешен асалар.
  • 875 йылда викинтар беренсе мәртәбә Гренландияға барып сығалар.
  • 878 йылда инглиз- саксон короле Уэссекса Альфред Бөйөк Эйджингтон (Эсцедуне) янында даттарҙы ҡыйрата.
  • 885 йылда викингтарҙың бик ҙур флоты Парижды ҡамап ала.
  • 886 йылда Англияла «Даттар хоҡуҡтары өлкәһе» булдырыла.
  • Яҡынса 900 йылда Харальд Хорфагер бөтә норвегиялы ерҙәрен берләштереп Норвегияның беренсе короле булып ала.
  • 911 йылда Сен-Клер-сюр-Эптский килешеүенә ярашлы норман короле Роллон ҡулдарына Нормандия территорияһы бирелә.
  • 936 йылда Горм Ҡарт Данияның беренсе короле булып китә.
  • 937 йылда произошла битва при Брунабург янында алыш була. Инглиз-саксон короле Этельстан даттарҙы һәм норвегиялыларҙы еңә.
  • 945 йылда Харальд Күк теш Дания короле булып китә.
  • Яҡынса 960 йылда Харальд Күк теш христианлыҡҡа күскән.
  • 968 йылда викинг- юлбаҫарҙар инде тәүге тапҡыр түгел Галисияны талайҙар, епископ Компостельскийҙы үлтерәләр.
  • 980 йылда Англияға үҙҙәренең һөжүмдәрен яңырттылар.
  • 980 йылда по приказу короля в Данияла король әмере буйынса Треллборг һәм Фюркат янында нығытмалар күтәртәләр.
  • 980 йылда — Полоцктағы Рогволодтың кенәзлеге тураһында беренсе мәртәбә телгә алыныуы.
  • 986 йылда викингтар Төньяҡ Америка ярҙарына (Винланд) барып етәләр.
  • 991 йылда Эссекселағы Молдон янында ңиңгеҙ алышы була, был алыш барышында Олава I Трюгвасондың викингтары эрл Биртнотты үлтерәләр.
  • 999 йылда Олав I Трюггвасон норвегиялыларҙан христианлыҡты ҡабул иттерә.
  • 1000 йылда Свольдер янында диңгеҙ алышы була, был алышта Олав I Трюггвасон һәләк була.
  • 1000 йылдан башлап викингтар Винландты колонияға әйләндерә башлайҙар. Яҡынса ошо ваҡытта Исландия ла христианлыҡты ҡабул итә..
  • 1013 йылда Свен Вилобородый Англияны тулыһынса баҫып ала.
  • 1013 йылдан 1042 йылға тиклем даттар Англия менән идара иттеләр.
  • 1036 йылда Норвегияла Стикластадир янында алыш була, был алышта король Олав II Изге үлтерелә.
  • 1036—1042 йылда ярл Ингвар Сәйәхәтсе Каспий диңгеҙенә аҙаҡҡы варяг походын башҡара һәм, бәлки, Көнсығыш Грузияла булғандыр.
  • 1066 йылдың 25 сентябрендә норвегиялы король Харальд Хардрада, конунг Ярицлейвтың (Ярослав Мудрый) кейәүе Бөйөк Британияға бәреп инә һәм Стэмфорд-Бридж янында һәләк була.
  • 1066 йылдың 14 октябрендә Гастингс янында (Сенлак йылғаһында) алыш була, ошонда еңеүенән һуң Нормандия герцогы Вильгельм Яулап алыусы Бөйөк Британияның короле булып китә.

Викингтар Англияла үҙгәртергә

Б. э. тиклем 793 йылдың 8 июнендә викингтар Нортумриялағы Линдисфран утрауына барып етә, унда улар Изге Кутберттың монастырын емерәләр. Скандинавтарҙың Британия ярҙарында бынан алда ла булыуҙарына ҡарамаҫтан, был яҙма сығаныҡтарҙа беренсе тапҡыр иҫкә алынған викингтарҙың һөжүме.

Беренсе осорҙарҙа викингтар тиҙ арала ғына талай һалып, дингеҙгә ҡасҡандар, шуның өсөн хроникаларҙа ваҡиғаларҙы теркәүселәр уларҙың һөжүмдәренә артыҡ иғтибар бирмәгәндәр. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Инглиз — саксон хроникаһында 787 йылда Дорсеттағы Портлендта билдәһеҙ ҡалған диңгеҙ юлбаҫарҙарының рейды тураһында яҙылған. .

 
Дат яугирҙары Бөйөк Британияға китеп барышлай. XII быуат миниатюраһы.

Инглиз-саксон короллектәренең баҫып алыныуы һәм Англияның көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәренең оккупацияһы дат викнгтарының ҙур уңышы булып тора. 865 йылда дат конунгы Рагнар Лодброктың улдары Англия ярҙарына (хроника яҙыусылары тарафынан «мәжүсиләрҙең бөйөк армияһы» тип исемләнгән) ҙур ғәскәр алып киләләр. 870—871 йылдарҙа Рагдарҙың улдары Көнсығыш Англия һәм Нортумрия королдәрен ҡаты язалауға дусар итәләр һәм уларҙың биләмәләрен бүлешеп алалар. Бынан һуң даттар Мерсияны баҫып алыуға керештеләр.

Уэссекс короле Альфред Бөйөк даттар менән ваҡытлыса килешеү (878), ә һуңынан тулы баһалы солох килешеүе (яҡынса 886) төҙөргә мәжбүр була. Шулай итеп Британияла үҙенең биләмәләрен законлаштыра. Викингтарҙың инглиз баш ҡалаһы Йорвик ҡалаһы була. Скандинавиянан яңы көстәр килеүенә ҡарамаҫтан 892 һәм 899 йылдарҙа Альфред һәм уның улы Эдуард Өлкән дат яулап алыусыларына ҡаршы торалар, 924 йылға уларҙан Көнсығыш Англияның һәм Мерсияның территорияһын таҙарталар. Скандинав хакимлығы алыҫ Нортумбрияла 954 йылға тиклем (Эдред менән Эйрик Ҡанлы Айбалта һуғышы) дауам итә.

Викингтарҙың Англия ярҙарына яңы һөжүмдәре 980 йылда башланды. Был Свен Һәнәк Һаҡаллы етәкселегендәге дат викингтары тарафынан 1013 йылда Англияны яулап алыуҙың кульминацияһы булды. 1016-35 йылдарҙа берләшкән инглиз-дат монархияһы башында Кнуд Бөйөк торҙо. Уның үлгәненән һуң Уэссекс династияһы Эдуард Тәүбә Иттереүсе йөҙөндә үҙенә инглиз тәхетен ҡайтарып алды (1042). 1066 йылда инглиздәр скандинавтарҙың, был юлы норвегиялы конунгы Харальд Ҡаты етәкселегендә, сираттағы баҫып инеүен кире ҡаҡтылар.

Инглиз ерҙәренә дат монархтарының аҙаҡҡыһы булған Кнудтың туғаны Свен Эстридсен дәғүә итә. 1069 йылда ул Вильгельм I Яулап алыусы менән көрәштә Эдгар Этлингкә ярҙамға ҙур флот ебәрә (һаны 300 кораблгә тиклем еткән), ә киләһе йылда ул шәхсән үҙе Англияға килә. Әммә Йорк ҡалаһын баҫып алғас һәм Вильгельм армияһын бында осратҡас, ҙур ҡуш алыуҙы хуп күрә һәм флоты менән кире Данияға ҡайта.

Көнбайышҡа табан хәрәкәт үҙгәртергә

 
Норман драккарҙарының макеттары Ньюфаундленд ярҙарында

Сәйәси мәҙәниәтенә, социаль структураһы һәм Ирландия теленә һәм башҡа кельт ерҙәренә скандинав йоғонтоһо Бөйөк Британия менән сағыштырғанда, күпкә мөһимерәк була, әммә уларҙың баҫып алыу хронологияһы сағылдырылған мәғлүмәттәрҙең аҙ булыуы сәбәпле, хәҙерге ваҡытта улар бөтә теүәллектә тергеҙелә алмай. Ирландияға башҡарылған беренсе һөжүм 795 йылда телгә алынған. Викингтарҙың бында килеүе менән Дублинға нигеҙ һалыныуы бәйле, был ҡала ике быуат дауамында скандинавтарҙың ҡул аҫтында була. Скандинав конунгтары Лимерикта һәм Уотерфордта була, шул уҡ ваҡытта Дублин конунгтары Х быуат башында үҙенең хакимлығын хатта Нортумбияға тиклем йәйелдерәләр.

Исландияның скандинав колониялаштырылыуы Харальд Матур Сәс осоронда (900 йыл) башлана, ул үҙенең ҡыҫымы аҫтында ваҡ норвегиялы конунгтарын «көнбайыш дингеҙҙәрендә» бәхет эҙләргә мәжбүр итә. Көнбайышҡа табан йүнәлештә викингтар Оркней, Шетланд, Гебрид, Фарер, Мэн утрауҙарында урынлашалар. Исланд беренсе күсенеүселәре башлығы Ингольф Арнарсон була.Исланд Эрик Ерән 980 йылдарҙа Гренландияла нығына, ә уның улы Лейф Эрикссон Канада территорияһында яҡынса 1000 йылда беренсе ауылға нигеҙ һала. Үҙәренең көнбайышҡа табан хәрәкәтендә скандинавтар Миннесотаға тиклем барып еткәндәр тигән теория ла бар.

Клонтарф янындағы бәрелеш (1014) скандинавтарҙың Ирландияны тулыһынса яулап алыу өмөттәренә нөктә ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, XII быуатта Ирландияға бәреп ингән инглиздәр утрауҙың яр буйы райондарында суҡындырылған скандинавтарҙы тап итәләр.

Викингтар һәм франктар үҙгәртергә

Франк империяһы менән викингтарҙың мөнәсәббәттәре бик ҡатмарлы була. Бөйөк Карл һәм Людовик Диндар осоронда империя сағыштырмаса төньяҡтан яҡлаулы була. IX һәм X быуаттарҙа нормандарҙың эпизодик һөжүмдәренән Галисия, Португалия һәм ҡайһы бер Урта ер диңгеҙ ерҙәре яфалана. Рерик Ютланд һымаҡ викингтарҙың башлыҡтары үҙәренең ырыуҙаштарынан империя сиктәрен һаҡлау өсөн франк хакимдарына хеҙмәткә төшәләр, бер үк ваҡытта Рейн дельтаһы (мәҫәлән, Вальхерен һәм Дорестад) бай баҙарҙарын үҙ ҡул аҫтында тоталар. Ютланд конунгы Харальд Клак 823 йылда уҡ Людовик Диндарға тоғролоҡ антын бирә.

Феодаль тарҡалыу көсәйеүе менән викингтарҙан һаҡланыу саралары ҡыйынлыҡтар тыуҙыра башлай, һәм викингтар хатта Парижға тиклем барып етәләр. Король Карл Бер Ҡатлыраҡ ахырҙа 911 йылда скандинав башлығы Роллонға, һуңынан Нормандия исеме аҫтында йөрөтөлгән, Францияның төньяғын бирергә була. Был тактика һөҙөмтәле була. Һөжүмдәр туҡтап ҡала, ә төньяҡ кешеләре дружинаһы бик тиҙ арала урындағы халыҡ араһында юҡҡа сыға. 1066 йылда Англияны баҫып алыусы нормандарҙы етәкләгән Вильгельм Яулап Алыусы Роллондың тоҡомонан була. Бер үк ваҡытта Отвилдәрҙең норманд ырыуы Италияның көньяғын үҙенә буйһондора һәм шуның менән Сицилия короллегенә нигеҙ һала.

Көнсығыш Европа үҙгәртергә

 
Көнсығышта, Гардаларҙа һәләк булған викинг иҫтәлегенә ҡуйылған руна ташы.

Европа Көнбайышы менән сағыштырмаса уның көнсығышында викингтарҙың мәжбүри үтеп инеүҙәре ул тиклем күп булмай. Викингтар балтик ҡәбиләләрҙе талау менән сикләнә. Мәҫәлән, шведтарҙың куршилар ерҙәренә инеүе (Гробиня).

Прустар ерҙәрендә викингтар үҙ ҡулдарында Кауп һәм Трусо сауҙа үҙәктәрен тотҡандар, бынан Урта ер дингеҙенә «гәрәбә юлы» башлана. Финляндияла уларҙың эҙҙәре Ванаявеси күленең ярҙарында табыла. Викингтарҙың фин ерҙәренә үтеп инеүе VIII быуаттың 2-се яртыһында башлана, бының хаҡта Иҫке Ладоганың боронғо ҡатламдары раҫланы.

Сама менән ошо уҡ ваҡытта улар менән берлектә был ерҙәрҙе славян халыҡтары ла үҙләштерә.

Русь ерҙәренең барлыҡҡа килеүе тураһында норман теорияһы үҙгәртергә

Норман теорияһы (норманизм) — Викингтар экспансияһы осорондағы Көнсығыш Европа дәүләтенә нигеҙ һалған һәм уға үҙ хөрмәтенә исемен биргән, Скандинавиянан сығышлы булған русь халыҡ — ҡәбиләһе тигән концепцияны күтәреп сығарған историография йүнәлеше. Көнбайыш Европала уларҙы нормандар тип йөрөткәндәр. Рәсәй һәм совет историографияһында ғәҙәттәгесә норманизмға антинорманизм ҡаршы ҡуйыла (ике концепция ла айырым хәлдә тик постсовет илдәрендә бар, сит илдәрҙә улар сәйәсләштерелгән тип һанала. Ниндәйҙер кимәлдә күп этник сығышын һәм славяндар, төрки, алан, фин-уғыр, скандинав, Боронғо Русь дәүләте формалашыу дәүеренең башҡа этностары бер-береһенә йоғонто яһауын инҡар иткән һәм шуның өсөн улар фәнни була алмай. Сит ил ғалимдарының да хеҙмәттәре «антинорманлы» тип хаталы исемләнәләр, хатта антинорманлыларҙың ҡайһы бер айырым тезистарын раҫлаһалар ҙа)[11][12][13][14][15] . Норманизм яҡлылар нормандарҙы (скандинав сығышлы варягтарҙы) беренсе көнсығыш дәүләттәренә — Новгород, һуңынан Киев Русе- нигеҙ һалыусылары тип иҫәпләй. Ысынында, был тик Ваҡыт эҙмә-эҙлелеге повесының (XII быуат башы)(Повесть временных лет) историографик концепцияһына эйәреү була: повеста боронғо йылъяҙмаларҙа һүрәтләнгән варягтар скандинав-нормандар булараҡ ҡабул ителә. Варягтарҙың этник сығышы тирәләй, ҡайһы саҡта сәйәси идеологизация менән көсәйтелгән, төп бәхәстәр ҡыҙҙы.

Скандинавтар үҙҙәре уны «ҡалалар иле» — Гардарика тип исемләп, Русь ерҙәрендә нығытылған ҡалаларҙың күплеген билдәләгән.

 
Волхов. Кургандар. Иҫке Ладоганан түбәнерәк ерҙәр.

Новгород ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡайһы бер урыҫ кенәздәре викингтарҙың отрядтарын профессиональ дружинниктар сифатында яллағандар, һәм уларға айырым ултыраҡтар биргәндәр. Был хәл монгодарҙың ябырылыуына тиклем дауам иткән. Скандинав ҡәберлектәренең тупланған урындары , ғәҙәттә, ҡала үҙәктәренән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ойошторолған. Үҙәктәрҙә иһә урындағы халыҡ йәшәгән.

Ярослав Аҡыллы осоронда Иҫке Ладогала ярл булып Регнвальд Ульвсон ултыра. Викингтар сәйәхәттәрен йәнлек тиреһе артынан Төньяҡ Двинаның инешенә тиклем башҡарғандар һәм Воложка аръяғындағы юлды асҡандар.

Диңгеҙ походтарының туҡталыуы үҙгәртергә

XI быуаттың беренсе яртыһында викингтар үҙҙәренең баҫып алыу походтарын туҡтаталар. Был скандинав ерҙәренең халҡы кәмеүе, Европа төньяғында талауҙарҙы хупламаған христианлыҡтың таралыуы (талауҙар өсөн дини ойошмалар файҙаһына дисәтинә түләнмәгән) булышлыҡ иткән. Ырыу ҡоролошона алмашҡа ошо уҡ ваҡытта феодаль мөнәсәббәттәр килә һәм викингтарҙың ғәҙәттәге ярым-күсмә йәшәү рәүеше ултыраҡ тормошо рәүешенә алмашына ьбара.

XI быуаттан һуң да Скандинавия викингтары Византия императорҙарына һәм урыҫ кенәздәренә хеҙмәткә ялланыуҙы дауам итәләр. Норвегия тәхетендәге аҙаҡҡы викингтар итеп тарихсылар Олаф Харальдсонды һәм Англияны яулап алыу ынтылышында һәләк булған Харальд Ҡатыны күрһәтәләр. Ата-бабалары рухында иң аҙаҡҡы диңгеҙ аръяғы походтарырының береһен Ингвар Сәйәхәтсе башҡара, ул ошо экспедицияла Каспий ярҙарында вафат була. 1107—1110 христианлыҡты ҡабул иткәндән һуң викингтар Изге ергә үҙҙәренең тәре походын ойошторалар.

Йәмғиәт һәм мәҙәниәт үҙгәртергә

Викингтар, балалары, аталары һәм ҡартаталары менән бергә, ҙур ғаилә төркөмдәре менән йәшәгәндәр. Ғаиләләге өлкән улдары фермаға хужа булып алғас, ул бер үк ваҡытта ғаилә башлығы һәм уның тормош хәленә яуаплы булып ҡала[16].

Ауылдары үҙгәртергә

 
Викингтар осорондағы дат торлағының реконструкцияһы

IX—XI быуаттағы скандинавтарҙың крәҫтиән торлаҡтары ябай ғына бер бүлмәле торлаҡтан торған, улар вертикаль рәүештәге бер — беренә тығыҙ беркетелгән бурсанан йәки үрелгән һыйғыр сыбыҡтан төҙөлгән була, өҫтөнән балсыҡ менән һылатҡандар. Хәлле кешеләр ғәҙәттә ҙур дүрткел йортта йәшәгәндәр, бында бөтә туған-тыумаса ла һыйынған. Урманлы Скандинавияла бындай өйҙәрҙе ағастан төҙөгәндәр, йыш ҡына балсыҡ ҡушҡандар, ә ағаслыҡ булмаған Исландияла һәм Гренландияла урындағы таш файҙаланған. Унда диуарҙарҙы 90 см һәм унан да арыраҡ ҡалынлыҡта һалғандар. Ҡыйыҡ аҫтына ғәҙәттә торф түшәгәндәр. Төп йәшәү торлағының түбәһе тәпәшәк һәм ҡаранғы булған, торлаҡ уртаһында оҙон формала усаҡ урынлаштырылған. Бында аш бешергәндәр, ашағандар һәм йоҡлағандар. Ҡайһы саҡта өй эсендә диуарҙар буйлатып бағаналар ҡуйғандар, улар ҡыйыҡты тотоп торған, ошо рәүештә бүлгеләнгән торлаҡты йоҡлау урындары итеп ҡулланғандар.

Скандинав илдәренең территорияларында викингтар осорондағы ҡала ултыраҡтары ҙур түгел, улар күләме буйынса периферия үҙәктәре булған Дорестадт һәм Иҫке Ладоганан күпкә ҡайтыш. Археологтар Норвегияла (Вестфолдәге Каупангта), Данияла (Ольборг янындағы Линдхольмда) һәм Швецияла (Меларен күлендәге Биркала) сауҙа — кәсеп пункттарының булыуын раҫланылар[17]. Күп кенә ҡала ултыраҡтары фьордтарҙың төпкөлөндә урынлашҡан, сөнки дошман кораблдәренең килеүен алыҫтан шәйләп була һәм кире ҡағыуға әҙерлек алып барырҡа ла уңайлы[17]. Классик миҫал — викингтарҙың иң ҙур ҡалаларының береһе — Ютландиялағы Хедебю ҡалаһы.

 
Эгиль Скаллагримссон һүрәте XVII быуат яҙмаларында

Күп һанлы хазина табыштарындағы ғәрәп тәңкәләренең һәм ҡәбер таштарының күплеген иҫкә алғанда, Готланд утрауы викингтарҙың милләт-ара аралашыу үҙәге булған, күрәһең[18]. Полаб славяндары менән сиктәрҙә герман-славян берләштергән сауҙа үҙәктәре булған: Рерик һәм яртылаш легендаға әйләнгән Винета һәм Йомсборг. Дат түңәрәк формалағы нығытмаларҙың ғына ни өсөн төҙөлөүе һаман да аныҡ билдәләнмәгән. Бәлки, улар Свен Һәнәк Һаҡаллы әмере буйынса 1013 йылда Лондонға походҡа сығыр алдынан төҙөлгәндәрҙер.

Өҫкө кейемдәре үҙгәртергә

X—XI быуаттарҙа скандинавтарҙың крәҫтиән кейеме оҙон йөн күлдәктән, ҡыҫҡа киң салбарҙарҙан, ойоҡтан һәм дүрткел накидканан торған. Юғары класс ҡатламы викингтары оҙон салбар, ойоҡбаш кейгән һәм сағыу төҫлө накидкалар ябынған. Шулай уҡ йөн бейәләй һәм кәпәс, йәнлек тиреһенән кәпәс һәм хатта кейеҙ эшләпә кейгәндәр.

Юғары ҡатламдағы ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә оҙон кейем кейгән. Кейемдәге таралғыларҙан нәҙек сылбырҙа ҡайсы, энә, бысаҡ, асҡыстар һ.б. ваҡ әйберҙәр өсөн футлярҙар эленгән булған. Кейәүҙә булған ҡатындар сәстәрен төйөп ҡуйғандар һәм аҡ туҡыманан осло формалағы башлыҡтар (чепец) кейгәндәр. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар сәстәрен таҫма менән тарттырып ҡуйған. Викингтар үҙҙәренең дәрәжәһен билдәләр өсөн тимер биҙәүестәр таҡҡан. Айырыуса билдек ҡаптырмалары, брошь һәм сулпылар популяр булған. Көмөш һәм алтындан түңәрәк браслеттар яугирға ғәҙәттә уңышлы рейдты үткәргәне йәки яуҙа еңгәне өсөн бирелгән.

Массауи мәҙәниәттә викингтарҙы йыш ҡына мөгөҙлө шлемдарҙа һүрәтләйҙәр. Ысынында, археологтар ниндәй формала шлемдарҙың булыуы тураһында әйтә аныҡ алмайҙар. Мөгөҙлө шлемдар тураһында күҙ алдына килтереү ҡәберлектәрҙә табылған һүрәттәргә бәйле (мәҫәлән, Осеберг корабле). Хәҙерге ваҡытта ғалимдар, бындай шлемдар яуҙа түгел, ритуаль маҡсаттарҙа кулланылған тигән фекерҙә.

Ҡоралдары үҙгәртергә

Иң киң таралған ҡорал төрө — 150 см тирәһе оҙонлоҡтағы һөңгө. Бындай һөңгө менәнменән ярырға ла, сәнсергә лә мөмкин була. Скандинав айбалталары киң, симметриялы ике яҡҡа таралған лезвиеһы менән айырылып тора. Скандинав ҡылысы — оҙон, ике ҡыры ла осло, ҙур булмаған гардалы(әүернә) хәнйәр. Хәнйәрҙең өҫкө өлөшө генә үткеләнгән, аҫтағы ике өлөш бик насар йәки бөтөнләй ҡайралмаған.

Кораблдәре үҙгәртергә

 
Осебер корабленең мороно "Драккар музейы, Осло)

Викингтар бик оҫта корабль төҙөүселәре була, үҙ дәүерендә иң камил кораблдәрҙе нәҡ улар ижад иткән. Скандинав йәмғиәтендә яугирҙарҙы уларҙың кәмәләре менән бергә ерләү йолаһы булғанға күрә, археологтарға викингтарҙың кораблдәренең характеристикалары билдәле. Осло, Роскилле һәм ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙа махсус музейҙар асылған. Иң билдәлелеләр иҫәбенә Гоксадт һәм Усеберг кораблдәре инә. Икеһе лә йөҙ йылдан ашыу элек табылған һәм хәҙерге көндә Осло ҡалаһында Драккарҙар музейында күрһәтелә. Сагаларҙан билдәле булыуынса, яуға кораблдәр ҡара ҡарға әләме аҫтында йөрөгәндәр.

Викингтарҙың флоты күбеһенсә драккар тип исемләнгән хәрби кораблдәрҙән һәм сауҙа кораблдәре - кноррарҙан торған. Хәрби кораблдәр һәм сауҙа суднолары ир-егеттәргә диңгеҙ аръяғындағы ерҙәргә тиклем барып етергә форсат биргән, ә күсенеүселәр һәм тикшеренеүселәр диңгеҙҙе яңы ерҙәр һәм байлыҡ эҙләп кисеп сыҡҡандар. Күп һанлы йылғалар, күлдәр һәм башҡа һыу юлдары викингтарға ябай һәм уңайлы күсеп йөрөү сараларын биргән. Көнсығыш Европала ағастан соҡолоп эшләнгән кәмәләр таралған була, улар һыуҙары һай булған йылғаларға һәм һөҙәк ярҙарға туҡтау урындарына инер өсөн тәғәйенләнгән, шуның өсөн викингтар бик тиҙ күсенеп йөрөгәндәр һәм дошмандарына көтмәгәндә һөжүм яһағандар.

Дәүләт һәм хоҡуҡ үҙгәртергә

Скандинав йәмғиәтендә иң мөһим ҡарарҙарҙы бөтә азат ир-егеттәр йыйылышы — тинг (Боронғо Русьтә — вече, башҡорттарҙа — йыйын) — ҡабул иткән. Ҙур булмаған йәмғиәт структураларында тинг хәҙерге замандағы башҡарма органына әүерелә: 930 йылда беренсе мәртәбә йыйылған исланд альтингы, унан бер нисә тиҫтә йылға йәшерәк мән тинвальды. Инглингтарҙан , Скьельдунгтарҙан йәки башҡа күренекле ҡәбиләләрҙән сыҡҡан конунг беренсе сиратта хәрби башлыҡ, дружина етәксеһе булараҡ ҡабул ителгән. Уның үҙ ер биләмәләре булыуы ла мөмкин булған йәки ул кораблдә сәйәхәтсе тормошон алып бара алған (сэконунг). Хәҙерге скандинав дәүләттәренең территорияларында бер үк ваҡытта тиҫтәләгән ваҡ конунгтар идара иткән.

Викингтарға ҡан үсе институты таныш булған. Бер викинг икенсеһен үлтерһә, ваҡиғалар артабан енәйәт составына һәм зыян күреүсенең социаль статусына ҡарап дауам иткән. Үҙ-ара аңлашыу йәки аҡсалата ҡаплатыу (вергельд) менән тамамланып та ҡуйған. Ҡан ҡонона тиклем барып еткән хәлдә — бер ырыу икенсеһенән үс алған. Әммә хольмганг тип исемләнгән көрәштә һәләк булыу үлтерелеү тип һаналмаған. Һуғышта аяуһыҙ булған яугирҙар (берсерктар) байығыу өсөн тәжрибәһеҙ яугирҙарҙы көрәшкә саҡырған саҡтары булған һәм уларҙы үлтергәндәр йәки йәрәхәтләгәндәр, шуның өсөн скандинав дәүләттәре викингтар дәүеренең ахырында хольмгангтар үткәреүенә тыйыуҙар индерәләр.

Дин һәм әҙәбиәт үҙгәртергә

 
«Викингты ерләү». Рәссам Фрэнк Дикси

Элекке осорҙағы боронғо германдар һымаҡ, христианлыҡты ҡабул иткәнгә тиклем викингтар ҙа традицион герман — скандинав динен (хәҙер Асатру исеме аҫтында билдәле) тотҡандар. Был диндә улар даими ҡорбан (блот) килтергәндәр. Яҙыуҙары руник була.

Ерләү йолаһы үлеләр корабле идеяһы менән ныҡ бәйле булған. Һәләк булған яугирҙың мәйете яндырылған, ҡайһы берҙә кәмәһе менән бергә, йәки кәмәгә уның көлө һалынған һәм уның өҫтөнә ҡурған өйгәндәр. Ерләү кәмәһенең һыуға төшөрөлөүе тураһында бик һуңғы скальдтарҙа ғына иҫкә алына. Мәҫәлән, Снорри Стурлусон[19]

IX быуаттың беренсе яртыһында скандинав илдәрендә ярайһы ғына үҙенсәлекле скальд традицияһы барлыҡҡа килә. Исландияла яҙма индерелгәндән һуң да ике йөҙ йыллап һаҡланып килде һәм европалы яҙма әҙәбиәттәре йоғонтоһона бик яйлап бирелде.

Скальд шиғриәтенең күп кенә өлгөләре беҙгә шиғыр фрагменттары булараҡ ҡына килеп еткән, улар ошо скальдтар тураһында бәйән ителгән («Гуннлауге тураһында сага», «Бьерн тураһында сага», «Халльфред тураһында сага», «Эгил тураһында сага», « Гисли тураһында сага», «Кормак тураһында сага» һ.б.) йәки викингтарҙың батырлыҡтары тураһында (« Стурлунтар тураһында сага», «Оркнейҙар тураһында сага», «Серек тире», «Ньял тураһында сага», «Ҡомло ярҙағы кешеләр тураһында сага» һ.б.) сагаларға индерелгән.

Аҡсалары үҙгәртергә

Үҙҙәренең тәңкәләр эшләү мөмкинлектәре булмау сәбәпле, викингтар алмаштырыу һәм йыйып барыу өсөн башҡа дәүләттәрҙә һуғылған тәңкәләрҙе ҡулланалар. Айырыуса ҙур популярлыҡ менән уларҙа Үҙәк Азиянан көмөш дирхемдар файҙалана. Көнсығыш Европа, Балтия илдәрендә һәм Швециялағы Готланд утрауында викингтарҙың йәшереп ҡалдырған тәңкәләре табылған. Замана табыштары иртә Урта быуаттар осоронда Балтик төбәгендә әйләнештә булған аҡсаларҙың өстән ике өлөшө Бағдадтан йәки саманид ерҙәренән, Ташкенттан, Бохаранан, Сәмәрҡандтан һәм Балхтан икәнен күрһәтә[20].

Заманса күҙ алдына килтереүҙәр үҙгәртергә

 
Викингтарҙың алышының реконструкцияһы

XIX быуат швед романтизмы иртә урта быуаттар осорона һәм викингтарға ҡыҙыҡһыныу асылыуы билдәһе аҫтында уҙҙы.1811 йылда булдырылған Гот лигаһы викигтарҙың йәшәү рәүешен азатлыҡ һөйгән мажараэҙләүселәр тип пропагандалай. Викингтарға ҡарата уянған ҡыҙыҡһыныу исланд сагаларының һәм рун таштарының һаҡлауын системаға һалырға мәжбүр итте (мәҫәлән, рун таштары Еллингта). Иҫке Упсада, Биркала һәм башҡа боронғо үҙәктәрҙә ҡаҙыныу эштәре башланды.

Викингтарҙың образдары Өсөнсө рейхта кәрәкле булып табылды: викингтарҙы немецтарға туғандаш арий расалы төньяҡ германдары итеп күҙ алдына килтеҙеләр. Күпселегендә скандинав доброволецтарынан 5-се танк СС дивизияһы «Викинг» ойошторола.

Бик ирекле аңлатып бирелгән викингтарҙың образы музыканың ауыр йүнәлештәрендә ҡуллана (викинг — металл). Төньяҡ европала тарих реконструкцияһы клубтары эшләй, даими фестивалдәр үтеп тора (шул иҫәптән,Калиниград өлкәһенең Кауп ҡаласығында). Бындай клубтар бик күп рәсәйҙә лә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Анохин Г. И. К этнической истории гренландских норманнов // Романия и Барбария. К этнической истории народов зарубежной Европы: Сб. / Под ред. С. А. Арутюнова и др. — М. Наука 1989. — С. 131—163.
  • Арбман Хольгер. Викинги / Под ред. А. А. Хлевова. — СПб.: Евразия, 2003. — 320 с. — Серия «Barbaricum». — 2000 экз. — ISBN 5-8071-0133-2 [1].
  • Байок Джесси. Исландия эпохи викингов. — М.: Астрель, 2012. — 912 с. — Серия «Corpus». — ISBN 978-5-271-41157-1.
  • Буайе Режи. Викинги: История и цивилизация / Пер. с фр. — СПб.: Евразия, 2012. — 416 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-91852-028-4.
  • Будур Н. В. Викинги. Пираты севера. — М.: Олма-Пресс, 2005. — 336 с. — Серия «Мировая история. Цивилизации и Этносы».
  • Будур Н. В. Повседневная жизнь викингов. IX—XI вв. — М.: Молодая гвардия, 2007. — 463 с. — Серия «Живая история. Повседневная жизнь человечества».
  • Викинги. Набеги с севера: Сб. / Пер. с англ. Л. Флорентьева. — М.: Терра, 1996. — 168 с.: ил. — Серия «Энциклопедия „Исчезнувшие цивилизации“». — ISBN 5-300-00824-3 [2].
  • Викинги и славяне. Ученые, политики, дипломаты о русско-скандинавских отношениях: Сб. / Под ред. Андерса Хедмана, А. Н. Кирпичникова. — СПб.: Изд-во «Дмитрий Буланин», 1998. — 96 с. — ISBN 5-86007-095-0.
  • Гедеонов С. А. Варяги и Русь. Разоблачение норманнского мифа. — М.: Эксмо; Алгоритм, 2012. — 288 с. — Серия «Подлинная история Руси». — ISBN 978-5-699-56960-1.
  • Губанов И. Б. Культура и общество скандинавов эпохи викингов. — СПб.: Изд-во С.-Петерб. ун-та, 2004. — 142 с.
  • Гуревич А. Я. Походы викингов. — М.: Книжный дом «Университет», 2005. — 2-е изд. — 208 с. — Серия «Золотой запас знаний». — 5000 экз. — ISBN 5-98227-036-9 [3].
  • Джонс Гвин. Викинги. Потомки Одина и Тора. — М.: Центрполиграф, 2003. — 448 с.
  • Джонс Гвин. Норманны. Покорители Северной Атлантики. — М.: Центрполиграф, 2003. — 301 с.
  • Догерти Мартин Дж. Мир викингов. Повседневная жизнь Детей Одина / Пер. с англ. В. Л. Силаевой. — М.: Изд-во «Э», 2015. — 224 с.: ил. — Серия «Темная сторона истории». — ISBN 978-5-699-84607-8.
  • Дэвидсон Хильда Эллис. Древние скандинавы: Сыны северных богов. — М.: Центрполиграф, 2008. — 186 с. — Серия «Загадки древних цивилизаций».
  • Ингстад Хельге. По следам Лейва Счастливого. — Л.: Гидрометеоиздат, 1969. — 246 с.
  • Каппер Дж. П. Викинги Британии = The Vikings of Britain / Науч. ред. А. А. Хлевов. — СПб.: Евразия, 2003. — 272 с. — 2000 экз. — ISBN 5-80710139-1.
  • Клейн Л. С. Спор о варягах. История противостояния и аргументы сторон. — СПб.: Евразия, 2009. — 400 с [4].
  • Коа Ив. Викинги, короли морей. — М.: ООО «Изд-во АСТ», 2003. — 176 с. — Серия «История. Открытие».
  • Ласкавый Г. В. Викинги: Походы, открытия, культура. — Минск: МФЦП, 2004. — 322 с. — Серия «Народы Земли».
  • Лебедев Г. С. Эпоха викингов в Северной Европе. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1985. — 286 с. — 10 000 экз.
  • Леонтьев А. И., Леонтьева М. В. Биармия. Северная колыбель Руси. — М.: Алгоритм, 2007. — 256 с.
  • Леонтьев А. И., Леонтьева М. В. Походы норманнов на Русь. Истоки Руси Изначальной. — М.: Вече, 2009. — 320 с. — Серия «Тайны Земли Русской».
  • Ловмяньский Хенрик. Русь и норманы / Пер. с пол. под ред. В. Т. Пашуто. — М.: Прогресс, 1985. — 304 с.
  • Мюссе Люсьен. Варварские нашествия на Западную Европу: Волна вторая. — СПб.: Евразия, 2001. — 352 с. — Серия «Barbaricum».
  • Никитин А. Л. Королевская сага // В кн.: Никитин А. Л. Костры на берегах: Записки археолога. — М.: Молодая гвардия. 1986. — С. 333—493.
  • Петухов Ю. Д. Норманны — Русы Севера. — М.: Вече, 2008. — 368 с. — Серия «Тайны Земли Русской».
  • Роэсдаль Эльсе. Мир викингов. Викинги дома и за рубежом / Перевод с дат. Ф. Х. Золотаревской. — СПб.: Всемирное слово, 2001. — 272 с.
  • Рыдзевская Е. А. Древняя Русь и Скандинавия в IX—XIV вв. Материалы и исследования. — М.: Наука, 1978. — 240 с. — Серия «Древнейшие государства на территории СССР».
  • Сванидзе А. А. Викинги — люди саги: жизнь и нравы. — М.: Новое литературное обозрение, 2014. — 800 с.
  • Симпсон Жаклин. Викинги. Быт, религия, культура. — М.: Центрполиграф, 2005. — 239 с.
  • Славяне и скандинавы: Сб. / Пер. с нем. Под ред. канд. филол. наук Е. А. Мельниковой. — М.: Прогресс, 1986. — 416 с. + 24 с. цв. илл. [Ориг. изд.: Wikinger und Slawen: Zur Frühgeschichte der Ostseevölker. — Akademie-Verlag, Berlin, 1982]
  • Сойер Питер. Эпоха викингов. — СПб.: Евразия, 2002. — 352 с. — Серия «Clio Expansiva». — ISBN 5-8071-0104-9.
  • Стриннгольм Андерс Магнус. Походы викингов / Пер. с нем. А. Шемякина. Под ред. А. А. Хлевова. — М.: ООО «Изд-во АСТ», 2002. — 736 с. — Серия «Историческая библиотека»[5].
  • Тиандер К. Ф. Поездки скандинавов в Белое море. — СПб.: Тип. И. Н. Скороходова, 1906. — 464 с.
  • Хейвуд Джон. Люди Севера: История викингов, 793—1241 / Пер. с англ. Н. Мезина. — М.: Альпина нон-фикшн, 2016. — 452 с: ил. — ISBN 978-5-9171-630-6.
  • Хит И. Викинги. История. Вооружение. Тактика. — М.: ООО «АСТ», Астрель 2004. — 64 с.: ил. — Серия «Элитные войска».
  • Цепков А. И. Вооружение викингов в IX—XI вв. По исландским сагам и «Кругу Земному». — Рязань: Александрия, 2013. — 320 с.
  • Шартран Р., Дюрам К., Харрисон М. Викинги. Мореплаватели, пираты, воины. — М.: Эксмо, 2008. — 192 с. — Серия «Военная история человечества». — ISBN 978-5-699-23504-9.
  • Шартран Р., Николь Д., Граветт К. и др. Северные завоеватели. Норманны и викинги. — М.: Эксмо, 2013. — 448 с.: ил. — Серия «Военная история человечества».

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Викинги в Британской энциклопедии
  2. Хейвуд, 2016, с. 28
  3. Школьный этимологический словарь русского языка. Происхождение слов. — М.: Дрофа Н. М. Шанский, Т. А. Боброва 2004
    Викинг: заимств.
  4. Джаксон Т. Н. Исландские королевские саги о Восточной Европе (с древнейших времен до 1000 г.). Тексты, перевод, комментарий. М.: Наука. 1993, с. 62.
  5. Byrne F. J. «The Viking age», in Ó Cróinín, Dáibhí, «A new history of Ireland: prehistoric and early Ireland» (Oxford 2005, с. 609—634), ISBN 0-19-922665-2
  6. Примечание к Саге о Посошниках
  7. С.А. Кириллин. Северная основа русского народа. Журнал «Континент - Россия» №17. Дата обращения: 3 июля 2008. Архивировано 11 март 2012 года.
  8. Фомин В.
  9. Мария Гимбутас. Балты. люди янтарного моря. Глава 7.
  10. Первые викинги были торговцами, а не пиратами, выяснили ученые. РИА Новости (8 май 2015). — со ссылкой на статью в European Journal of Archaeology. Дата обращения: 11 май 2015.
  11. Антинорманизм в сборнике РИО. // Клейн Л. С. Спор о варягах. — СПб.: Евразия, 2009.
  12. Elena Melnikova.
  13. Véronique Gazeau and Alexandre Musin Normannism and Anti-Normannism Wednesday, 24 March 2010 2016 йыл 30 ғинуар архивланған.
  14. Белоусова.
  15. Katie Lane HST 499 Spring 2005 VIKINGS IN THE EAST: SCANDINAVIAN INFLUENCE IN KIEVAN RUS 2016 йыл 10 сентябрь архивланған.
  16. Викинги. 2012 йыл 15 декабрь архивланған.
  17. 17,0 17,1 Gwyn Jones.
  18. James Graham-Campbell.
  19. В.
  20. Старр, 2016, с. 232

Һылтанмалар үҙгәртергә