Вестволл Хансен Гюда

Гюда Вестволл Хансен (норв. Gyda Westvold Hansen; тыу. 20 апрель 2002 20 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][1][3] (21 йәш), Тронхейм[d]) — Норвегияның саңғысыһы, саңғы буйынса икебәйгелә сығыш яһай. 2021 йылда донъя чемпионы, Үҫмерҙәр Олимпия уйындары-2020 чемпионы. IL Nansen клубы өсөн сығыш яһай.

Вестволл Хансен Гюда
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Норвегия[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Норвегия[1]
Тыуған көнө 20 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][1][3] (21 йәш)
Тыуған урыны Тронхейм[d], Норвегия
Һөнәр төрө участник лыжного двоеборья, прыгун с трамплина
Спорт төрө саңғы ике алышы[d][1]
Ҡатнашыусы Зимние юношеские Олимпийские игры 2020[d][1], Nordic combined at the 2020 Winter Youth Olympics[d][1] һәм Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2023[d]
 Вестволл Хансен Гюда Викимилектә

2021 йылда тарихта беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы икебәйгеһе буйынса донъя чемпионы була[4]. Ул шулай уҡ шәхси ярышта 2021 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионы, 2019 һәм 2020 йылдарҙа ошо турнирҙа көмөш призер. Вестволл Хансен шулай уҡ норвегия йыйылма командаһы составына инә , ҡатнаш командаһы алтын миҙал яулаһа, ярыштарҙы 2020 йылда Ҡышҡы үҫмерҙәр Олимпия уйындарында ҡатнаш команда ярыштарында алтын миҙал яулаған Норвегия командаһы составында була.

Ул — саңғысы Йохауг Терезаның ике туған һеңлеһе[5].

Карьераһы үҙгәртергә

Вестволл Хансен Рамзауҙа 2020 йылдың 18 декабрендә беренсе һәм әлегә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы икебәйгеһе буйынса донъя кубогы ярыштарында ҡатнаша. Ул HS98 трамплинынан һикергәндән һуң алға сыға[6], ләкин Тара Герати-Моутс 5 километрға йүгереүҙә уны уҙып китә. Һөҙөмтәлә Гюда финишҡа икенсе булып килә[7].

Вестволл Хансен иҫәбендә тағы ла 5 шәхси еңеү һәм саңғы икебәйгеһе буйынса Континенталь кубокта 15 подиум[8]. Ул шулай уҡ трамплиндан һикереү буйынса махсус ярыштарҙа ҡатнаша һәм 2 Контененталь кубок ярыштарында еңә[9].

Һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Һөҙөмтәләрҙең сығанағы булып Саңғы спортының Халыҡ-ара федерацияһы (FIS)[10] тора.

Донъя чемпионаты үҙгәртергә

  • 1 миҙал (1 алтын)
 Йыл   Йәше  NH-ТӨРКӨМДӘРЕ
2021 18 Алтын

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә