Венгрияла мәғариф

Венгрияла мәғариф — Венгрияның Мәғариф министрлығы ҡарамағында булған һәм башлыса ижтимағи булған белем биреү.

Дөйөм ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Балалар баҡсаһында мәктәпкәсә тиклемге тәрбиә мотлаҡ булып тора һәм өс йәштән алты йәшкә тиклемге бөтә балалар өсөн тәғәйенләнгән, бынан һуң балалар ун алты йәшенә ҡәҙәр мәктәпкә йөрөргә тейеш. Венгрияла башланғыс белем ғәҙәттә һигеҙ йыл дауам итә. Урта белем үҙ эсенә традицион төрҙәге өс мәктәпте ала: гимназиялар — университетҡа инергә әҙерләнгән «һәләтле балалар» өсөн; урта профессиональ-техник мәктәптәр — уҡыусыларҙың «урта» категорияһы өсөн (бында белем алыу дүрт йыл дауам итә); техник мәктәптәр — ғәмәли һөнәр алыуға уҡыусыларҙы әҙерләү. Система ҡәтғи түгел: махсус «күперҙәр» бар — мәҫәлән, һөнәри училищены тамамлаусы махсус ике йыллыҡ программа аша юғары уҡыу йортона инергә мөмкинлек алырға мөмкин. Халыҡ-ара баһалар 13-14 йәшлек мадьяр уҡыусыларына математика һәм тәбиғи фәндәр өлкәһендә иң юғары позициялар ҡуйҙы[1][2].

Венгрия университеттарының күбеһе дәүләт учреждениелары булып тора, уларҙа студенттар традицион рәүештә бушлай белем ала. Урта белем (мәктәпте тамамлау) тураһында таныҡлыҡ барлыҡ университеттар өсөн дөйөм талап булып тора. Венгрия юғары белем дәүләт системаһы университеттарҙан тыш башҡа юғары уҡыу йорттары инә, улар уҡыу программаларын һәм уларға бәйле булған ғилми дәрәжәләрҙе (докторға ҡәҙәр) тәьмин итә, һәм шулай уҡ илдә фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә өлөш индерә. Уҡыу барышында медицина страховкаһы студенттар өсөн бушлай бирелә.

Венгрия юғары белемендә инглиз һәм немец телдәре ҙур роль уйнай: был телдәрҙә бер нисә уҡыу программалары бар, улар йыл һайын алмашыу буйынса килгән меңләгән студенттарҙы йәлеп итә. 2014 йылға ҡарата «Глобаль конкуренция мөмкинлеге доклады»на ярашлы Венгрияла юғары белем һәм һөнәри әҙерлек 44-се урынды (148 илдән) биләй.

Бөгөнгө көндә Венгрияла яҡынса 70 юғары уҡыу йорто бар: бәләкәй колледждарҙан эре тикшеренеү университеттарына тиклем. Был уҡыу йорттары дәүләт йәки шәхси ойошмалар йәки сиркәү тарафынан финанслана. Болонья процессы принциптарына ярашлы илдәге юғары белем өс циклдантора: башта студент бакалавр (ғәҙәттә 3 йыл), ә аҙаҡ өҫтәмә уҡыуҙарҙан һуң магистр дәрәжәһен (2 йыл) ала. Әммә ҡайһы бер айырмалар бар: медицина, фармацевтика, стоматология һәм ветеринария тикшеренеүҙәре, һәм шулай уҡ — архитектура, хоҡуҡ, уҡытыусыларҙы әҙерләү һәм сәнғәт, ремесло һәм дизайн буйынса махсус уҡыу программалары бар, улар бер баҫҡыслы биш йәки алты йыллыҡ программаны һаҡлай. Курстар белем биреүҙең көндөҙгө, ситтән тороп йәки дистацион формаларында өйрәнелеүе мөмкин.

Венгрияның иң боронғо Печ университеты 1367 йылда нигеҙләнгән. 1395 йылда Обуда университеты асылған. Донъялағы тәүге технологик институт Венгрия короллегенең Сельмецбан ҡалаһында 1735 йылда нигеҙләнгән — Мишкольц университеты уның хәҙерге дауам итеүсеһе булып тора. Будапешт технология һәм иҡтисад университеты донъяла университет званиеһы һәм структураһы булған иң боронғо технологик институт тип иҫәпләнә: уның юридик алдан килеүсеһе — Institutum Geometrico-Hydrotechnicum император Иосиф II тарафынан 1782 йылда асылған.

Венгрия мәғарифының социаль хәле үҙгәртергә

1981 йылда Венгрияла башланған халыҡтың кәмеүе артабан да дауам итә. 2001 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ил халҡы 10 198 000 кеше тәшкил итә, был 20 йыл элек булғандан ярты миллионға аҙыраҡ. 2005 йылға ҡарай халыҡ һаны 10 077 000 кешегә тиклем кәмей. Йәш структураһында өлкән һәм ҡарт быуын кешеләре өҫтөнлөк итә.

Мадьяр теле илдә рәсми уҡыу теле булып тора, әммә ҡайһы бер этник һәм милли аҙ халыҡтарҙың (мәҫәлән, немецтар, румындар, словендар, сербтар һәм хорваттар) теле беренсе йәки икенсе тел булараҡ ҡайһы бер уҡыу йорттарында өйрәнелә.

Венгрияла сит ил студенттары үҙгәртергә

Венгрия Европа Берлеге һәм башҡа илдәрҙән сит ил студентарын йәлеп итә. Венгрияға килгән студенттарҙың өстән дүрт өлөшө төп 10 илдән килә; шул уҡ ваҡытта ҡалған сиреге — 100 илдән. Күп һанлы студенттарҙы йүнәлтеүсе студенттар араһында Германия, Иран, Норвегия, Израиль һәм Швеция бар, шул уҡ ваҡытта саҡырылған студенттарҙың күп өлөш күрше ил граждандары булып тора. 2008/2009 уҡыу йылында Венгрияла уҡыған сит ил студенттарының иҫәбе 16 916 кеше була (мәҫәлән, 2005/2006 уҡыу йылында 14 491 кеше булған).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Ҡалып:Венгрия в темах