Варшава герцоглығы

Бөйөк Варшава герцоглығы (пол. Księstwo Warszawskie) — 1807 йылғы Тильзит килешеүенә ярашлы Речь Посполитаның Икенсе һәм Өсөнсө бүленешенән һуң Пруссияға һәм Австрия империяһына бирелгән поляк территорияларынан барлыҡҡа килгән дәүләт. Бөйөк Варшава герцоглығы Наполеон Францияһының протектораты булып тора һәм 1813 йылға тиклем (Алтынсы коалиция ғәскәрҙәре яулап алғанға тиклем) ғәмәлдә була. Вена конгресы ҡарарҙары буйынса герцоглыҡтың күпселек өлөшө автономиялы Поляк Батшалығы булараҡ Рәсәй империяһына ҡушылдырыла.

Варшава герцоглығы
пол. Księstwo Warszawskie
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1807[1][2]
Рәсми атамаһы Księstwo Warszawskie
Рәсми тел поляк теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Варшава герцоглығы
Административ үҙәк Варшава
Идара итеү формаһы Конституцион монархия
Закондар сығарыу органы Sejm of the Duchy of Warsaw[d]
Халыҡ һаны 4 300 000 кеше
Алмаштырылған Великое княжество Познанское[d] һәм Польша батшалығы[d]
Алыштырған Речь Посполитая
Ҡулланылған тел поляк теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1815[1][2]
Майҙан 155 000 км²
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Католицизм
Карта
 Варшава герцоглығы Викимилектә

Польша тарихы

Боронғо Польша (877 ҡадәр)
Гнезно Польшаһы (877—1320)
Краков Польшаһы (1320—1569)
Речь Посполита (1569—1795)

Варшава герцоглығы (1807—1815)
Ләх Батшалығы (1815—1915)

Польша Короллеге (1916—1918)
Ләх Республикаһы (1919—1939)
Генерал-губернаторлыҡ (1939—1945)
Польша Халыҡ Республикаһы (1945—1989)
Польша Республика (1989 йылнан)


ХәкимдәрХронологияХәрби тарих


Категория

Географияһы үҙгәртергә

Герцоглыҡ территорияһы (1807 йыл) 103 мең км² тәшкил итә, халҡының һаны — 2,6 млн кеше була. Варшава герцоглығының Австрия менән һуғышта еңеүенән һуң уға Польшаның Өсөнсө бүленешенән һуң юғалтылған территориялары Краков, Люблин, Радом, Сандомир менән бергә — 52 мең км² һәм 1,7 млн кеше — кире ҡайтарыла. Герцоглыҡтың баш ҡалаһы — Варшава.

Сәйәсәте үҙгәртергә

Герцоглыҡтың Конституцияһын 1807 йылдың 22 июлендә Дрезденда Наполеон раҫлай. Герцог итеп Саксония короле Фридрих Август I тәғәйенләнә. Шулай уҡ конституция буйынса хөкүмәт, Дәүләт советы, ике палаталы парламент һәм бынан тыш бойондороҡһоҙ судтар булдырыла. Польша, поляк һүҙҙәре сәйәси мәғәнәлә тыйыла.

Герцоглыҡ 6 департаментҡа бүленә, һәр департаментта 10 повет ҡаралған була.

1808 йылдың 1 майында илдә Наполеон Кодексы индерелә, был ваҡиғаға бәйле эпиграмма барлыҡҡа килә: «Варшава Кенәзлеге, Саксония короле, поляк армияһы, Пруссия тәңкәһе, француз кодексы».

Австрия менән һуғыш үҙгәртергә

1809 йылда Австрия менән һуғыш Варшава герцоглығы өсөн уңышлы тамамлана. Герцоглыҡ территорияһы арта, 4 яңы департамент булдырыла.

Рәсәй менән һуғыш үҙгәртергә

1812 йылдың 26 майында Варшава герцогы үҙенең вәкәләттәрен герцоглыҡ хөкүмәтенә тапшыра. 28 июндә Поляк Короллегенең Генераль Конфедерацияһы иғлан ителә. Кенәзлек Наполеондың иң тоғро союздашы була һәм һуғыштың беренсе көнөнән аҙағына тиклем алыштарҙа ҡатнашыу 2с2н 100-меңлек армияһын бирә.

1815 йылдың 3 майында конгресс Кенәзлектең бүленешен раҫлай. Краков Ирекле ҡала булып китә; Австрия Величканы (һәм тоҙ шахталарын) ала, Пруссияға Познань бөйөк герцоглығы исеме аҫтында Бөйөк Польша бирелә, ә элекке Варшава герцоглығының ҙур территорияһы Рәсәйгә тапшырыла һәм артабан Поляк Батшалығы исемен ала.

Рәсәй империяһы составында үҙгәртергә

1830—1860 йылдарҙа поляк милләтселеге үҫешеүе һәм уның Речь Посполитаны элекке сиктәрҙә тергеҙергә ынтылыуҙар арҡаһында «Конгресс Польша» автономияһы Рәсәй императорҙары тарафынан XIX быуат дауамында яйлап бөтөрөлә килә. 1867 йылдан һуң уның статусы кәметелә һәм ул артабан рәсми булмаған рәүештә Привислин крайы тип йөрөтөлә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Луферчик Е. Г. Конституция Великого герцогства Варшавского / Е. Г. Луферчик // Научные стремления — 2010: сб. материалов респ. науч.-практ. молодеж. конф. с междунар. участием, Минск, 1-3 ноября 2010 г.: в 2 ч. / Совет молодых ученых НАН Беларуси; редкол.: В. В. Казбанов [и др.]. — Мн.: Беларус. навука, 2010. — Ч. 2. — С. 356—359.Просмотреть статью(недоступная ссылка)
  1. 1,0 1,1 Варшавское великое герцогство (урыҫ) // Варлен — Венглейн — 1928. — Т. 9. — С. 37—38.
  2. 2,0 2,1 Мякотин В. А. Варшавское великое герцогство (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. К. К. Арсеньев, Ф. Ф. ПетрушевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. Vа. — С. 564—565.