Варенцов Михаил Иванович

Варенцов Михаил Иванович (7 ғинуар (20 ғинуар) 1902 йыл — 26 май 1977 йыл) — СССР-ҙың ғалим-геологы, нефть һәм газ сығанаҡтары өлкәһе белгесе; Геология-минералогия фәндәре докторы (1940), профессор (1942), СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1953).

Варенцов Михаил Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 7 (20) ғинуар 1902
Тыуған урыны Шуйский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө геология
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү тау академияһы
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Иванович Варенцов 1902 йылдың 7 ғинуарында (яңы стиль буйынса 20 ғинуарҙа) Владимир губернаһы Шуй өйәҙе Поповское ауылында тыуа.

1915 йылда ауыл мәктәбен тамамлай.

1921—1923 йылдарҙа Иваново-Вознесенск политехник институтының әҙерлек бүлегендә уҡый.

1929 йылда Мәскәү тау академияһын тамамлай.

1927—1931 йылдарҙа СССР-ҙың Халыҡ Хужалығы Юғары Советы ҡарамағындағы Дәүләт нефть ғилми хеҙмәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1931—1934 йылдарҙа — Нефть геологик разведка институтында эшләй, 1933 йылдан — нефть геологияһы секторы мөдире.

1934—1949 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының ҡаҙылма яғыулыҡ институтында эшләй: 1936 йылда өлкән тикшереүсе һәм лаборатория мөдире, 1946 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм лаборатория мөдире, 1946 йылдан — директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Бер үк ваҡытта 1929—1937 йылдарҙа И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында уҡыта.

1949—1955 йылдарҙа ул СССР Фәндәр академияһының Геология фәндәре институты ((ИГН) Академии наук СССР) директоры булып эшләй.

1956—1977 йылдарҙа ул тағын Нефть институтында эшләй, нефть һәм газ сығанаҡтары өлкәләренең региональ тектоника лабораторияһы мөдире.

Ул «Нефтяной хозяйство» (1932—1937) һәм «Советская геология» (1936—1940) журналдарының баш мөхәррире урынбаҫары була.

СССР-ҙа фәнде советлаштырыуҙа актив ҡатнаша, «серегән капитализм» яуызлығын күрһәтә[1]

Мәскәүҙә йәшәй (Митная урамы, 52/54 йорт, һәм Губкин урамы, 4-се йорт).

1977 йылдың 26 майында Мәскәүҙә вафат була.

Ойошмаларҙа ағзалығы үҙгәртергә

— 1925 йылдан ВКП (б) ағзаһы .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Варенцов М. И. Борьба на два фронта в современной геологии — против неокатастрофистов и вульгарных эволюционистов // Советская геология. 1939. № 8. С. 7-22.
  2. Михаил Иванович Варенцов. (1902—1977) / Составители Н. С. Дворщина, Н. М. Ансерова; авт. вступ. ст. В. В. Тихомиров. М.: Наука, 1985. 60 с. (Материалы к биобиблиографии ученых СССР. Серия геологических наук; Вып. 33).
  3. Варенцов Михаил Иванович на сайте Архивов РАН