Валаам инвалидтар йорто

Валаам инвалидтар йорто — инвалидтар йорто, Валаам утрауында урынлашҡан (Ладога күленең төньяҡ өлөшө), һуғыштан һуңғы ваҡытта унда 19501984 йылдарҙа шулай уҡ Карел-Фин ССР-ында йәшәгән һуғыш инвалидтары хеҙмәтләндерелә[1][2][3][4]. Элекке монастырь бинаһында урынлашҡан. 1984 йылда ябыла (вариҫы булып Олонец районы Видлиц ауылындағы инвалидтар йортотора).

Тарих үҙгәртергә

Карел-Фин ССР-ы Юғары Советы Указына ярашлы инвалидтар йорто 1950 йылда нигеҙләнгән. 1950 йылдың 20 ноябрендә утрауҙа 904 кеше була[3]. Инвалидтар монастырь биналарына урынлаштырыла,. Инвалидтарҙың, эшкә һәләтле булғандары — эшләй[5]. 1950 йылдың 28 июлендә 50 инвалид утрау ҙа эшкә урынлаштырылған була[6].

1959 йылда утрауҙа 1500 инвалид булған. [633 сығанағы көн күрһәтелмәгән]

Интернатта йәшәүселәр араһында Григорий Волошин[7], Иван Калитаров (тыуған 1924)[3], Матвей Котов, Николай Сергеевич Кошелев[8], Меньшиков Василий, Михаил Холодный (тыуған 1920), В. Н. Качалов, Хатов Алексей Алексеевич, Ланев Федор Васильевичтар була[9].

1960-сы йылдарҙа архипелагҡа экскурсиялар килә башлай.

Валаам тәбиғи музей-ҡурсаулыҡ директоры Владимир Высоцкий әйтеүенсә: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыярат ҡәберҙәре тулыһынса тиерлек юғалып бөткән. Бөгөнгө көндә улар юҡ. Теге йәки был инвалидтың ҡәбере урынын аныҡ күрһәтеү мөмкин түгел»[5]. Фельдшер Любовь Щеглакова утрауҙа үлгән ветерандарҙың фамилияларын тергеҙеү менән шөғөлләнә. Ветерандарҙың наградалары һәм бүләк китаптары ҡайҙа булған, был билдәһеҙ, һаҡланмаған.

Утрауҙа патриархы Кирилл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә мемориалды изгеләндерә. 54 ветерандың исеме исемлеккә керә. Буласаҡ һәйкәл өсөн мәғлүмәт яҙыусы Санкт-Петербург һәм Төньяҡ-көнбайыш төбәгенең Ерләү тармағы предприятиелары ассоциацияһы вәкиле фекере буйынса, был зыяратта 200-гә яҡын инвалид ерләнгән булырға тейеш. Вафат булған инвалидтарҙы Игумен зыяратындағы руханиҙар ҡәберҙәре араһында ерләгәндәр. Ҡәбер өҫтөнә металдан һаранғ ғына итеп яҙылған табличкалар ҡуйғандар: уларҙа бары тик фамилиялары, йәшәгән йылдары күрһәтелгән. Уларҙа һуғыш геройының ҡәбере тигән билдәләр юҡ[10].

Сәнғәттә үҙгәртергә

Валаам йорт-интернатында йәшәгән кешеләрҙе үҙенең графика эштәрендә рәссам Геннадий Добров һүрәтләгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Евгений Кузнецов. «Валаамская тетрадь». 144 с. ISBN 5-94668-021-8; 2004 г.
  • Евгений Кузнецов. «Валаамская тетрадь». 137 с. ISBN 978-5-94668-021-9; Росток, 2004
  • Нагибин Ю. «Бунташный остров». 448 с. ISBN 5-17-026649-9, 5-9660-0793-4; 2005 г.
  • Нагибин Ю. «Терпение».
  • Нагибин Ю. «Богояр».
  • Семёнов В., Белецкая И. Книга памяти: Валаам, Горицы, Андога. — М.: Эдитус, 2019—232 с.

Музыка үҙгәртергә

Мәскәү прог-рок/пост-метал төркөмө Adaen 2015 йылдың февралендә <i id="mwXA">Peine Dure Forte Et</i> исеме аҫтында йыр сығарған, уның тексында Бөйөк Ватан һуғышының Валаам һәм Соловецк инвалидтары проблемаһы күтәрелә. Березин Валентиндың, коллективтың фронтмены, гитарасыһы һәм йырсыһы, әйтеүенсә, йыр тексы, шулай уҡ урта быуат метафора язалап үлтереүҙәре, Евгений Кузнецовтың «Валаам дәфтәре» йоғонтоһо аҫтында яҙылған.

Фильм үҙгәртергә

  • Время отдыха с субботы до понедельника — режиссер Игорь Таланкин яҙыусы Юрий Нагибиндың «Терпение» хикәйәһе мотивтары буйынса нәфис фильм төшөргән, музыкаһы «Центр» төркөмөнөкө, шулай уҡ төркөмдөң ҡатнашыусылары фильмда төшкән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Интернат. Преданы и забыты (Тайны СССР: Валаам, интернат для калек-ветеранов ВОВ) // Документальный фильм / Реж. Максим Катушкин. — Россия, 2010.
  2. «Самовары» товарища Сталина // Московский комсомолец, 01.09.2011
  3. 3,0 3,1 3,2 Ветераны Валаама 2013 йыл 19 ғинуар архивланған. // Центр политических и социальных исследований Республики Карелия
  4. Светлана Цыганкова. Как имя твоё, солдат? // Российская газета, 19.07.2011.
  5. 5,0 5,1 Валаамская бессрочная — «Российская газета» — Федеральный выпуск № 5139 (60)
  6. Постановление коллегии министерства социального обеспечения Карело-Финской ССР от 28 июля 1950 г. «О трудоустройстве участников Великой Отечественной войны»
  7. «Самовары» товарища Сталина
  8. Бунташный остров — О валаамовских добровольных узниках и о том, как «Голос Америки» испортил жизнь жителям интерната для инвалидов войны. Рассказ Юрия Нагибина 2013 йыл 7 июнь архивланған.
  9. Сизов М. Валаамские списки // Вера : Газета.
  10. Иванова М. Мемориал героям Великой Отечественной появился на Валааме. Ассоциация предприятий похоронной отрасли Санкт-Петербурга и Северо-Западного региона. Дата обращения: 24 май 2014. Архивировано 22 июль 2014 года. 2014 йыл 22 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә