ВКонтакте

Рәсәйҙәге социаль селтәр

«ВКонтакте»[7] (башҡ. «Бәйләнештә», халыҡ-ара атамаһы: VK) — Рәсәй социаль селтәре, штаб-фатиры Санкт-Петербургта. Европалағы иң эре социаль селтәр. Сайт 90-лаған телдә, шул иҫәптән башҡортса ла эшләй; айырыуса рус телле файҙаланыусылар араһында популяр. «ВКонтакте» хәбәрләшергә, шәхси биттәр һәм төркөмдәр асырға, һүрәттәр, тегтар, аудио- һәм видеояҙмалар менән уртаҡлашырға, браузер уйындары уйнарға мөмкинлек бирә. "ВКонтакте"ның бурысы — һәр мәлдә лә селтәр аралашыуының иң заманса, етеҙ һәм йәмле ысулы булып ҡалырға[8].

ВКонтакте
Нигеҙләү датаһы 10 октябрь 2006[1]
Логотип
Нигеҙләүсе Павел Дуров[d], Мирилашвили, Вячеслав Михайлович[d][2] һәм Левиев, Лев Бинзумович[d][2]
Дәүләт  Рәсәй
Хужаһы VK[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Рекламные инструменты «ВКонтакте»[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Булдырыусы Павел Дуров[d]
Автор Павел Дуров[d]
Ил  Рәсәй
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Продукция социальная сеть[d]
Эшләүсе Павел Дуров[d]
Программалау теле KPHP[d]
Йылына инеүселәр һаны 100 000 000[3]
Рәсми сайт vk.com
Яуаплы Игорь Сычёв[d]
Ранг Alexa 15[4]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 008 413 һәм 115 000 ± 999[5]
Рейтинг посещаемости от Similarweb 22[6]
Маска URL для поиска https://vk.com/search?c%5Bq%5D=$1
 ВКонтакте Викимилектә

2006 йылдың 10 октябрендә эшен башлаған ресурс тәүҙә Рәсәй вуздары студенттары һәм тамамлаусыларына тәғәйенләнә[9], шунан үҙен «селтәр аралашыуының заманса, етеҙ һәм йәмле ысулы» тип тәҡдим итә башлай. 2017 йылдың авгусына ҡарата тәүлеклек аудиторияһы 80 миллиондан ашыу инеүсенән тора, 460 миллиондан ашыу файҙаланыусы теркәлгән[10]. SimilarWeb мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың сентябренә донъяла популярлығы буйынса «ВКонтакте» 7-се урынды биләгән[11].

"ВКонтакте"ның штаб-фатиры Санкт-Петербургтың тарихи районындағы бинала — «Зингер» компанияһының йортонда урынлашҡан. Өҫкө биш ҡатты «ВКонтакте» командаһы биләй, аҫҡы икеһендә — билдәле «Дом книги» китап магазины. Компанияның офисы Мәскәүҙә лә бар (2017 йылдың июненә тиклем Киевта ла була[12]). 2017 йылдың февралендә Андрей Рогозов "ВКонтакте"ның баш башҡарма директоры (СЕО) итеп тәғәйенләнә.

Тарихы үҙгәртергә

Атамаһын һайлауға ике шарт йоғонто яһай[13][14]: беренсенән, уға нигеҙ һалған Павел Дуров «В полном контакте с информацией» тигән мәғәнәне ала; икенсенән, варианттар араһында сайтты ниндәй ҙә булһа аныҡ социаль категория йә синыф менән бәйләмәгән атамалар эҙләнә. Был талапҡа «контакт» һүҙе тулыһынса яуап бирә.

2006 йылдың йәйенән проекттың альфа-версияһы эшләй. Сентябрҙә бета-һынау осоро башлана[15]. 2006 йылдың 1 октябрендә vkontakte.ru[16] домен атамаһы теркәлә (тәүҙә — «Гарантпей» ЯСЙ, һуңыраҡ «В Контакте» ЯСЙ-ға[17] ҡабат теркәлеү үтә[18]). Сайттың тәүге функциялары[19] барлыҡҡа килгән 2006 йылдың 10 октябре рәсми асылыу көнө тип иҫәпләнә (был көндө сайтты нигеҙләгән Павел Дуровҡа 22 йәш тула). 22 ноябрҙә СПбГУ студенттары форумында — spbgu.ru — уның да хужаһы Павел Дуров була, «форумға ябыҡ ҡушымта»[20] эшләтеп ебәрелеүе тураһында иғлан ителә. Ул мәлгә проект ябыҡ булып ҡала: теркәлеү быға тиклемге кеүек үк бөтә студенттарға ла тик саҡырыу буйынса һәм ысын исем-фамилияны күрһәтеү шартында мөмкин була .

 
2006—2012 йылдарҙа "ВКонтакте"ла теркәлгән файҙаланыусылар һанының үҫеүе (млн кеше)

Ноябрь аҙағында ирекле теркәлеү асыла. Шунда уҡ яңы файҙаланыусылар йәлеп итеү буйынса реклама кампанияһы башлана.

2007 йылда «ВКонтакте» йылдам тарала. Хәбәр итеүҙәренсә, февраль аҙағынан алып ноябрь уртаһына тиклемге арауыҡта файҙаланыусылар һаны 100 меңдән[21] 3 миллионға тиклем етә[22] , alexa.com статистикаһына һылтанып, «ВКонтакте» инеүҙәр һаны буйынса «Одноклассники»[23], Ҡытайҙың Xiaonei социаль селтәрҙәрен уҙып китеүе һәм немец социаль селтәре StudiVZ менән тиңләшеүе тураһында хәбәр итә[24].

«Ведомости» гәзите, ЕГРЮЛ-ға һылтанып, 2007 йылдың 19 ғинуарында теркәлгән «В Контакте» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусыларҙың исемлеген баҫып сығара: Вячеслав Мирилашвили (60 %), уның атаһы эшҡыуар Михаил Мирилашвили (10 %), Павел Дуров (20 %) һәм Лев Левиев (10 %)[25].

2009 йылдың 5 сентябрендә «ВКонтакте» vk.com доменын һатып ала[26].

 
Павел Дуров 26 йәше тулған көндө, 2010 йылдың 10 октябре

2010 йылдың 17 апрелендә «ВКонтакте» үҙенең түләү системаһын аса[27][28].

2012 йылдың 26 ғинуарында сайт тулыһынса vk.com[29] доменына күсә.

2014 йылдың 24 ғинуарында Павел Дуровтың компаниялағы үҙ өлөшөн "Мегафон"дың генераль директоры Иван Тавринға һатыуы тураһында билдәле була[30].

2014 йылдың 18 мартында социаль селтәрҙең 39,99 процентын ҡулына төшөрөп өлгөргән Mail.Ru Group Иван Тавриндан 12 процент өлөштө лә һатып ала[31].

1 апрелдә Павел Дуров үҙенең битендә «В Контакте» ЯСЙ-һының генераль директоры вазифаһынан китеүе тураһында хәбәр итә, быны эш итеү ирке ҡыҫылыуы менән аңалата[32], әммә 3 апрелдә эштән китеү тураһындағы ғаризаһын кире ала[33]. Әммә 21 апрелдә «ВКонтакте» социаль селтәренең хужалары Дуровтың эштән бушатыу тураһындағы ғаризаһын ҡәнәғәтләндерә[34].

16 сентябрҙә Mail.ru Group "ВКонтакте"ның ҡалған өлөшөн һатып ала һәм уның берҙән-бер хужаһына әүерелә[35].

18 сентябрҙә «ВКонтакте» компанияһының генераль директоры итеп Борис Добродеев тәғәйенләнеүе билдәле була.

2016 йылдың өсөнсө кварталында «ВКонтакте» компанияһының генераль директоры Добродеев Mail.Ru Group компанияһында CEO Russia вазифаһын ала[36]. Уның урынына операциялар директоры Андрей Рогозов һәм VK.COM холдинг компанияһы директоры Дмитрий Сергеев тәғәйенләнә[37].

2017 йылдың февралендә "ВКонтакте"ның генераль директоры вазифаһы бөтөрөлә, Андрей Рогозов идарасы директор итеп тәғәйенләнә[38].

Функционаллеге үҙгәртергә

«ВКонтакте» файҙаланыусылар бик күп социаль селтәрҙәргә хас мөмкинлектәрҙе ҡуллана: үҙе тураһында мәғлүмәттәр менән профиль булдырыу, контент етештереү һәм таратыу, инеү көйләүҙәренә еңел идара итеү, башҡа файҙаланыусылар менән ябыҡ (шәхси хәбәрҙәр алышыу ярҙамында) һәм асыҡ («диуар»ҙағы яҙмалар, шулай уҡ төркөмдәр һәм осрашыуҙар механизмы аша) аралашыу, яңылыҡтар таҫмаһы аша дуҫтарҙың һәм берләшмәләрҙең әүҙемлеген күҙәтеп барыу.

Хәбәр яҙыуҙан тыш, файҙаланыусы баҫтырылған контент аҫтына фекерен яҙа ала. Үү хәбәрҙәреңә фотоһүрәттәр, аудио- һәм видеояҙмалар (шул иҫәптән тулы метражлы фильмдар), документтар һәм һорашыуҙар беркетергә мөмкин.

Сайтҡа үҙ яҙмаларыңды тейәү һәм башҡа файҙаланыусылар тейәгән файлдарҙы ҡулланыу мөмкинлеге "ВКонтакте"ны Рунеттың бик эре медиа-архивтарының береһенә әүерелдерә. Сайтта булған файлдарҙан файҙаланыусы үҙ профилендә шәхси коллекция булдыра, уларҙы айырым альбомдарға төркөмләй ала. Бер альбомға иң күбе 10 000 һүрәт һыя.

«ВКонтакте» сит ресурстарға социаль селтәр менән тәрән бәйләнеү өсөн махсус инструменттар — виджеттар тәҡдим итә.

«ВКонтакте» интерфейсы 86 телдә эшләй.

Сайттың мобиль версияһы бар, ул m.vk.com адресында урынлашҡан. Ҡайһы бер мобиль операторҙарҙа «түләүһеҙ» (трафик өсөн түләүһеҙ) мобиль версия — 0.vk.com (еңеләйтелгән версия) эшләй[39][40].

"ВКонтакте"ның шулай уҡ төрлө платформаларҙағы (iOS[41], Android[42], Windows Phone[43]) ҡушымталары бар.

2016 йылдың декабрендә социаль селтәр Smart TV функцияһы булған телевизорҙарҙа эшләй башланы[44].

Тәнҡит үҙгәртергә

Йыш ҡына "ВКонтакте"ны Facebook[45][./ВКонтакте#cite_note-156 [156]]тың күсермәһе тип атайҙар[45]. Павел Дуров, бындай ғәйепләүгә яуап итеп, социаль селтәрҙәр принцибы менән тәүләп ысынлап та Facebook миҫалында танышыуын раҫлай , әммә сайтты булдырыу һәм эшләтеү концепцияны Рәсәй белем биреү системаһына яраҡлаштырыуҙы, шулай уҡ яңы программа кодын яҙыуҙы талап итә. Дизайндың оҡшашлығы асыҡ стилдәр концепцияһын, атап әйткәндә «The CSS Anthology: 101 Essential — Tips, Tricks & Hacks» китабында тасуирланған концепцияны файҙаланыу менән аңлатыла. Шулай уҡ "ВКонтакте"ны эшләүселәр социаль селтәрҙәрҙә ҡулланылыусы ҡайһы бер идеялар һәм механизмдарҙың тәүләп нәҡ "ВКонтакте"ла ғәмәлләштерелеүен белдерә[46].

Психологтар араһында социаль селтәрҙәрҙә виртуаль аралышыу арҡаһында интернетҡа бәйлелек төрө барлыҡҡа килеүен билдәләүселәр бар[47][48].

2010 йылдың ноябрендә Америка тауыш яҙҙырыу компаниялары ассоциацияһы баҫтырып сығарған рөхсәтһеҙ музыка таратыусы сайттар исемлегендә «ВКонтакте» 2-се урында тора. Беренсе урынды Ҡытайҙың Baidu эҙләгесе биләй[49][50]. Аҡ йорт "ВКонтакте"ны пиратсылыҡҡа булышлыҡ иткән ресурстар исемлегенә индерә[51][52]

2011 йылдың 1 мартында АҠШ властары "ВКонтакте"ны пиратсылыҡта ғәйепләй[53].

Хоҡуҡи көйләү үҙгәртергә

Блогерҙар тураһында законға («„Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында“ Федераль законға һәм мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрҙәрен файҙаланып мәғлүмәт алмашыуҙы тәртипкә һалыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 2014 йылдың 5 майындағы 97-ФЗ Федераль закон) ярашлы, сайт мәғлүмәт таратыусы тип табылған һәм 2014 йылдың 4 сентябрендә 4-РР номеры аҫтында тейешле реестрға индерелгән[54].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.lecourrierderussie.com/societe/2017/06/bloquage-telegram-messagerie-russe/
  2. 2,0 2,1 http://www.bloomberg.com/news/articles/2013-06-25/fish-tie-kremlin-to-new-owner-of-facebook-s-russian-rival
  3. https://roem.ru/28-04-2017/248830/mrg-results-1q17/
  4. Alexa Internet (ингл.) — 1996.
  5. (unspecified title)
  6. https://www.similarweb.com/top-websites/
  7. О компании. ВКонтакте. Дата обращения: 23 июнь 2017.
  8. Company Info. vk.com. Дата обращения: 17 ғинуар 2018.
  9. Павел Дуров. «В Контакте миллион участников» (17 июль 2007). Дата обращения: 1 август 2009. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  10. Аудитория ВКонтакте — О сайте — ВКонтакте
  11. Top Websites. SimilarWeb. Дата обращения: 8 октябрь 2017.
  12. «В контакте» закрыла офис в Киеве – СМИ, Ведомости (16 июнь 2017). 5 август 2017 тикшерелгән.
  13. Slon.ru. «Эхо Москвы» помогло Павлу Дурову придумать название сети Вконтакте (20 сентябрь 2011). Архивировано 23 февраль 2012 года. 2012 йыл 24 февраль архивланған.
  14. «Живой журнал» Владимира Варфоломеева. И тут мы наследили :) (20 сентябрь 2011). Дата обращения: 23 ғинуар 2012. Архивировано 23 февраль 2012 года. 2012 йыл 3 ғинуар архивланған.
  15. Павел Дуров. «Немного об истории „контакта“» (3 февраль 2007). Дата обращения: 1 август 2009. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  16. WHOIS Сервис RU-CENTER (ингл.). — RU-CENTER — регистратор доменных имён. Дата обращения: 1 август 2009.
  17. ООО «В Контакте» в ЕГРЮЛ
  18. История WHOIS по домену vkontakte.ru. Дата обращения: 14 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года.
  19. 4 года ВКонтакте и мгновенный поиск — сообщение Павла Дурова в блоге ВКонтакте, посвящённое четырёхлетию сайта
  20. Павел Дуров. Новая возможность на форуме, ВКонтакте (22 ноябрь 2006). — Форум СПбГУ. Дата обращения: 1 август 2009. Архивировано 23 февраль 2012 года. 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
  21. Павел Дуров. «100 000 участников» (26 февраль 2007). Дата обращения: 23 февраль 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  22. Павел Дуров. «ВКонтакте три миллиона» (18 ноябрь 2007). Дата обращения: 23 февраль 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  23. Павел Дуров. «Нас уже 200 тысяч» (2 апрель 2007). Дата обращения: 23 февраль 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  24. Павел Дуров. «Нас полмиллиона» (22 май 2007). Дата обращения: 23 февраль 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  25. Роман Дорохов, Юлия Белоус, Глеб Крампец «Кто В Контакте» // Ведомости : газета. — 2008. — № 37 (2059).
  26. Голицына, Анастасия; Цуканов, Игорь.: И целого Рунета мало. Ведомости (7 сентябрь 2009). Дата обращения: 7 сентябрь 2009. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  27. Павел Дуров. «Деньги „ВКонтакте“» (17 апрель 2010). Дата обращения: 11 май 2010. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  28. lenta.ru. «Сеть „ВКонтакте“ открыла платёжную систему» (19 апрель 2010). Дата обращения: 11 май 2010. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  29. Ольга Федина. «ВКонтакте» полностью «переезжает» на домен vk.com, РИА Новости (25 ғинуар 2012). 24 февраль 2012 тикшерелгән. 2012 йыл 28 февраль архивланған.
  30. Павел Дуров подтвердил продажу акций «ВКонтакте». «Лента.Ру». Дата обращения: 24 ғинуар 2014.
  31. Mail.Ru Group станет единственным акционером ВКонтакте
  32. Михаил Карпов. Павел Дуров объявил о том, что покидает пост генерального директора соцсети «ВКонтакте», Компьютерра (1 апрель 2014). 3 апрель 2014 тикшерелгән.
  33. День дурака удался: Дуров отозвал заявление об уходе из «ВКонтакте», NEWSru.com (3 апрель 2014). 3 апрель 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 6 апрель архивланған.
  34. Павла Дурова уволили с поста гендиректора «ВКонтакте» // РИА Новости, 21.04.2014
  35. Mail.ru Group приобрела 48,01% ВКонтакте за 1,47 миллиарда долларов. РИА Новости (16 сентябрь 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
  36. Mail.Ru Group: предварительные данные по выручке за III квартал 2016 года (26 октября 2016)
  37. «ВКонтакте» осталась без гендиректора 2016 йыл 20 декабрь архивланған. (26 октября 2016) TJ
  38. «ВКонтакте» упразднила должность гендиректора и назначила Рогозова управляющим директором. TJournal. Дата обращения: 9 февраль 2017.
  39. «Билайн» открыл бесплатный доступ к мобильной версии «ВКонтакте», Lenta.ru (27 октябрь 2010). 15 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  40. Бесплатные социальные сети и много плюсов от Ucell, Газета.uz (4 май 2012). 15 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  41. ВКонтакте для iPhone, iPod touch и iPad в iTunes App Store. Дата обращения: 15 ноябрь 2012.
  42. ВКонтакте - Приложения на Google Play. Дата обращения: 15 ноябрь 2012.
  43. Андрей Крупин. Вышел официальный клиент «ВКонтакте» для Windows Phone 7, 3DNews.ru (27 октябрь 2011). 15 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  44. «ВКонтакте» идет в Smart TV
  45. 45,0 45,1 10 Facebook clones (инг.)(англ.)
  46. Павел Дуров. «Аналоги Контакта за рубежом» (8 март 2007). Дата обращения: 1 август 2009. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  47. Валентина Переведенцева. А ты во «ВКонтакте» с «одноклассниками»? Биржа + Карьера (birzhaplus.ru). Дата обращения: 1 август 2009. Архивировано 23 февраль 2012 года. 2009 йыл 4 август архивланған.
  48. Никита Андреевич Семёнов. «Социальные сети, перспективы развития и способы монетизации. Часть 1». advertology.ru (14 апрель 2008). Дата обращения: 1 август 2009.
  49. RIAA Reports Torrent Sites, RapidShare and RLSLOG to US Government (ингл.). TorrentFreak (11 ноябрь 2010). Дата обращения: 15 ноябрь 2010. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  50. «Вконтакте» попала в чёрный список RIAA за пиратскую музыку. РИА Новости (12 ноябрь 2010). Дата обращения: 15 ноябрь 2010. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  51. Вашингтон включил «ВКонтакте» в список пиратов. BBC (2 март 2011). Дата обращения: 4 март 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  52. Владислав Новый. Пираты получили от Обамы чёрную метку. Газета.Ru (1 март 2011). — «Белый дом признал «ВКонтакте» «пиратским» ресурсом». Дата обращения: 4 март 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  53. США обвинили «ВКонтакте» в распространении пиратского контента 2011 йыл 4 март архивланған.
  54. Реестр организаторов распространения информации Роскомсвобода

Мәҡәләләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Леонтьев, В. П. Социальные сети: В контакте, Facebook и другие… [Текст] / Виталий Леонтьев. — М. : ОЛМА Медиа Групп, 2012. — 255 с.
  • Леонтьев, В. П. Новейшая энциклопедия. Компьютер и интернет, 2013 [Текст] : [для всей семьи] / Виталий Леонтьев. — М. : ОЛМА медиа групп, 2012. — 959 с.
  • Марченко, Н. Г. Социальная сеть «в контакте»: лингвопрагматический аспект : диссертация … кандидата филологических наук : 10.02.19 ; [Место защиты: Юж. федер. ун-т] — Ростов н/Д, 2013. — 160 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә