Бөрө кантоны (рус. Бирский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.

Бөрө кантоны
Бөрө кантоны
Ил Башҡорт АССР-ы
Үҙәге Бөрө
Ойошторолған 1922
Майҙаны 24 328 км² (1922)
Халҡы 519969 кеше (1920), 535646 кеше (1926) (башҡорттар — 177812,
мариҙар — 64985,
мишәрҙәр — 41085,
татарҙар — 71574,
типтәрҙәр — 8579,
удмурттар — 21903,
урыҫтар — 148536 һ.б.).
Рәсми телдәр башҡорт теле
урыҫ теле

Административ үҙәге — Бөрө ҡалаһы.

Тарих үҙгәртергә

1922 йылда 18 июлендә БАССР составында Бөрө өйәҙенең 43 улусынан ойошторола. Административ үҙәге — Бөрө ҡалаһы. Майҙаны — 24328 км² (1922). БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралда ҡарары менән Бөрө кантоны территорияһында 17 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән 25 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1926 йылда 14 июнендәге декреты менән 20 улус (һуңыраҡ Ҡалмыҡ улусы Нуриман, Ҡайынлыҡ улусы Яңы Ҡайынлыҡ тип үҙгәртелә) ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең га) 539,9 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 245, һоло — 159,6, ҡарабойҙай — 46,6, бойҙай — 19,8, тары — 16,2, картуф — 8,9, етен — 3,6, киндер — 3,2; һыйыр малы һаны — 250419 баш, йылҡы — 139409, һарыҡ — 512813, кәзә — 14763, сусҡа — 35994. 5 урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте заводы, 3 шарап ҡыуыу заводы, 2 күн заводы, спирт-араҡы, кирбес һуғыу һәм быяла заводтары эшләй. 90 баҙар була (1927). 1‑се баҫҡыс 425 мәктәп (1926; шуларҙан башҡорт телендә уҡытыу 136, мари — 58, сыуаш — 1, татар — 101, удмурт — 20, урыҫ телендә — 109 мәктәптә алып барыла); 16 дауахана һәм 18 амбулатория (1930); 75 уҡыу өйө (1928) иҫәпләнә. Кантон 1930 йылда 20 августа бөтөрөлә, уның территорияһы Асҡын (өлөшләтә Асҡын, Байҡыбаш, Балыҡсы, Тәтешле улустары), Байҡы (Байҡы, өлөшләтә Балыҡсы), Баҡалы (өлөшләтә Исмаил), Бөрө (өлөшләтә Мәскәү, Пономарёвка, Сурай), Борай (өлөшләтә Борай, Киҙгәнбаш, Красный Холм, Ҡыҙылъяр, Яңы Ҡайынлыҡ, Нуриман), Дүртөйлө (өлөшләтә Исмаил, Мәскәү, Нуриман, Әсән), Ҡалтасы (өлөшләтә Борай, Калегин, Красный Холм, Яңы Ҡайынлыҡ), Мишкә (Мишкә, өлөшләтә Байҡыбаш, Киҙгәнбаш, Сурай), Николо-Берёзовка (Яңы Ҡабан, өлөшләтә Калегин, Яңы Ҡайынлыҡ), Иҫке Балтас (Иҫке Балтас, өлөшләтә Асҡын, Байҡыбаш, Киҙгәнбаш, Тәтешле), Топорнин (өлөшләтә Мәскәү, Пономарёвка), Саҡмағош (өлөшләтә Исмаил, Мәскәү, Әсән), Яңауыл (өлөшләтә Ҡыҙылъяр, Тәтешле, Яңауыл улустары) административ райондары составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

Халҡы: 1920 йылда — 519969 кеше, 1926 йылда — 535646 (башҡорттар — 177812, мариҙар — 64985, мишәрҙәр — 41085, татарҙар — 71574, типтәрҙәр — 8579, удмурттар — 21903, урыҫтар — 148536 һ.б.).

География үҙгәртергә

Майҙаны — 24328 км² (1922). Төньяҡта Пермь губернаһы, көнсығышта Екатеринбург губернаһы һәм Мәсәғүт кантоны, көньяҡта Бәләбәй кантоны һәм Өфө кантоны, көнбайышта Вятка губернаһы һәм ТАССР менән сиктәш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Әҙәбиәт үҙгәртергә