Бәләбәй кантоны (рус. Белебеевский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.

Бәләбәй кантоны
Бәләбәй кантоны
Ил Бәләкәй Башҡортостан
Башҡорт АССР-ы
Үҙәге Бәләбәй
Ойошторолған 1922
Майҙаны 16 931,1 км² (1928)
Халҡы 629756 кеше (1920), 556681 кеше (1926) (башҡорттар — 118152,
белорустар — 2585,
мариҙар — 8876,
мишәрҙәр — 8981,
мордвалар — 13588,
немецтар — 3201,
сыуаштар — 40781,
татарҙар — 181925,
типтәрҙәр —1813,
украиндар — 31469,
урыҫтар — 142470 һ.б.).
Рәсми телдәр башҡорт теле, урыҫ теле

Административ үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы.

Тарих үҙгәртергә

1922 йылдың 18 июлендә БАССР составында Бәләбәй өйәҙенең 44 улусынан ойошторола. Административ үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы. Майҙаны — 22996 км². 1922 йылдың 5 октябрендә Покровка һәм Фёдоровка улустары Стәрлетамаҡ кантонына күсә. 1923 йылда 10 февралда Бәләбәй кантонына Туҡ-Соран кантоны ҡушыла. 1924 йылдың 21 октябрендә Туҡ-Соран улусы Ырымбур губернаһы күсә. БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралда ҡарары менән Бәләбәй кантоны территорияһында 17 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрҙә һәм 1926 йылда 14 июнендәге декреттары менән 19 улус ойошторола. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 554,5 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 206,6, бойҙай — 117,9, һоло — 95,4, тары — 42,1, ҡарабойҙай — 39,7, картуф — 15,5, киндер — 3,9; һыйыр малы һаны — 277415 баш, йылҡы — 170298, һарыҡ — 601449, кәзә — 28640, сусҡа — 29315. Бәләбәй спирт-араҡы һәм Знаменка араҡы ҡыуыу заводтары (ҡара: Бәләбәй спирт‑араҡы комбинаты), күн заводы, буҫтау фабрикаһы эшләй. 87 баҙар була (1926). 1‑се баҫҡыс 524 мәктәп (башҡорт телендә уҡытыу 106, мари — 7, мордва — 15, немец — 1, сыуаш — 39, татар — 194, удмурт — 1, урыҫ — 159, эстон телендә — 2 мәктәптә алып барыла; 1926); китапхана һәм 29 уҡыу өйө (1929); 14 дауахана һәм 18 амбулатория (1930) иҫәпләнә.

1930 йылдың 20 авгусында кантон бөтөрөлә, территорияһы Баҡалы (Баҡалы, Ҡорос, өлөшләтә Рәжәп һәм Шаран улустары), Бәләбәй (өлөшләтә Бәләбәй, Йәрмәкәй, Соҡаҙытамаҡ, Үрге Троицк, Ыҫлаҡ), Бишбүләк (өлөшләтә Бишбүләк, Елдәр, Приют, Ыҫлаҡ), Бүздәк (өлөшләтә Ахун, Бүздәк, Соҡаҙытамаҡ), Дәүләкән (Дәүләкән, өлөшләтә Бүздәк, Әлшәй), Ҡырғыҙ-Миәкә (Ҡырғыҙ-Миәкә, өлөшләтә Елдәр, Ыҫлаҡ, Әлшәй), приют (өлөшләтә Бәләбәй, Йәрмәкәй, Приют), Туймазы (өлөшләтә Аҙнағол, Ахун, Бүздәк, Соҡаҙытамаҡ, Үрге Троицк, Шаран), Саҡмағош (Саҡмағош, өлөшләтә Рәжәп улустары) административ райондары составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

Халҡы: 1920 йылда — 629756 кеше, 1926 — 556681 (башҡорттар — 118152, белорустар — 2585, мариҙар — 8876, мишәрҙәр — 8981, мордвалар — 13588, немецтар — 3201, сыуаштар — 40781, татарҙар — 181925, типтәрҙәр —1813, украиндар — 31469, урыҫтар — 142470 һ.б.).

География үҙгәртергә

Майҙаны — 22996 км². Төньяҡта Бөрө кантоны, көнсығышта Стәрлетамаҡ кантоны һәм Өфө кантоны, көньяҡта Ырымбур губернаһы, көнбайышта Һамар губернаһы һәм ТАССР менән сиктәш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Әҙәбиәт үҙгәртергә