Бүҙәнә
Бүҙәнә
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Тауыҡ һымаҡтар
Ғаилә: Фазандар
Ырыу: Бүҙәнә
Төр: Бүҙәнә
Латинса исеме
Coturnix coturnix
Linnaeus, 1758
ITIS 553871
NCBI 9091

Бүҙәнә, бытбылдыҡ, бүтбелдек (урыҫ. перепел) — һорғолт сыбар төҫлө, оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлығындағы ялан ҡошо.

Coturnix coturnix
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600194

Тауыҡҡа оҡшаған бәләкәй генә ҡош, һирәк оса, күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро, һыртында ҡара һәм аҡ буй һыҙыҡтар бар. Яҙғыһын ата ҡоштоң тамағы ҡара, көҙгөһөн аҡ төҫтә була. Башҡа тауыҡҡа оҡшаған ҡоштарҙан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «быт-быт-быт».

Ҡоро болондарҙа, яландарҙа, иген баҫыуҙарында йәшәй. Үлән орлоҡтары, иген, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған аҡһыл йәки һарғылт һоро йомортҡаларының һаны 15-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар үҙгәртергә