Бүребай

Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл

Бүребай, боронғо атамаһы Юма (рус. Бурибай) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4553 кеше[4]. Почта индексы — 453821, ОКАТО коды — 80255824000. ИФНС коды — 0267.

Бүребай
Бүребай
Нигеҙләү датаһы 1837
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Бүребай ауыл Советы (Хәйбулла районы)[2]
Административ-территориаль берәмек Бүребай ауыл Советы (Хәйбулла районы)[2]
Халыҡ һаны 4553 кеше (2010)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 337 метр[3]
Почта индексы 453821
Урындағы телефон коды 34758
Карта
 Бүребай Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Бүребай ауылына нигеҙҙе хәҙерге Йылайыр районының Һабыр ауылынан сыҡҡан башҡорттар һала. Ауыл йорт старшинаһы Бүребай Түлебай улы Һабыровтың (1777 — 1855) исемен йөрөтә, Бүребайҙың ике ҡатыны булыуы билдәле. 18501859 йылдарҙа ауылда Бүребай Һабыров, уның улы Ғәбделхәлил Түлебаев (1817 й. т.), Ғәбделхәлилдең улдары: Ғәлиәскәр, Ҡотлоәхмәт, Муса, Хисаметдин, Ғүмәр, Утарбай Бүребаевтар; Мостафа Бүребаев (1827 й. т.)(уның ҡустылары Ғиләжетдин һәм Ямалетдин 1859 йылда хәрби хеҙмәттә була); шулай уҡ указлы мулла Мирхәйҙәр Түлебаев, отставкалағы зауряд-хорунжий Рәхмәтулла Һабыров (1795 й. т.), Ҡунаҡбаевтар; отставкалағы зауряд-хорунжий Килдебай Хужамбирҙин (1781 - 1851); уның улы указлы имам Мөхөмөтхөсәйен, зауряд-хорунжий Мөхәмәтхәсән Туғыҙбаев (1817 й. т.); үрәтник Таһир Түлебаев; Ғәйетбаевтар, Сәңкебаевтар, Үлебәковтар, Арыҫланғоловтар, Яманғоловтар, Ураҙғоловтар, Баштаевтар, Тапаҡовтар һәм башҡа ғаиләләр йәшәй[5].

1859 йылда үткәрелгән рәүиздә ауылдағы 24 ихатала 272 кешенең йәшәүе теркәлә. Әммә элек йәшәүселәр һаны күберәк булыуы билдәле. IX һәм X рәүиздәр араһында 13 ихатаның бер өлөшө Аҡҡужа ауылына, икенсе өлөшө Аҡдәүләт ауылына күсенә. Шул уҡ ваҡытта 1858 йылда 2 ихата Һабыр ауылынан килеп төпләнә. 1866 йылда үткәрелгән рәүиздә ауылдың башҡаса аталыуы ла күрһәтелә (Йома).

1920 йылда үткәрелгән беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу ауылдағы 97 ихатала 464 кешенең йәшәүен теркәй[5].


"Тораҡ пункттары исемлеге. Ырымбур губернияһы.1866." («Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.») китабында түбәндәге юлдар бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, № 776, Бүребай (Бюрубаева, Юма), башҡ., Таналыҡ йылғаһы буйында ултыра, Орск ҡалаһынан Верхнеуральск ҡалаһына табан барған юлда иҫке линия трактының уң яғы һәм почта трактының һул яғы араһында ята. Өйәҙ ҡалаһынан 100 саҡрым, становой квартиранан 50 саҡрым алыҫлыҡта, ихаталар һаны 56, йәшәүселәр һаны 302 (152 ир-егет һәм 150 ҡатын-ҡыҙ). Ауылда мәсет бар[6].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 4553 2157 2396 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 70 км

Ауылдың урамдары үҙгәртергә

  • Аҡмулла урамы (рус. Акмуллы ( улица ))
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина( улица ))
  • Ғафури (урамы) (рус. Гафури ( улица ))
  • Геология урамы (рус. Геологическая ( улица ))
  • Тау урамы (рус. Горная ( улица ))
  • Таусылар урамы (рус. Горняков ( улица ))
  • Горький урамы (рус. Горького ( улица )) ( улица )
  • Дәүләтшина урамы (рус. Давлетшиной ( улица ))
  • Е. Пугачев урамы (рус. Е.Пугачева ( улица ))
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. Заки Валиди ( улица ))
  • Миңлеәхмәт Моталов урамы (рус. Минниахмета Муталова ( улица ))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира ( улица ))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная ( улица ))
  • Мортазин урамы (рус. Муртазина ( улица ))
  • Мостай Кәрим урамы (рус. Мустая Карима ( улица ))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная ( улица ))
  • Яңы урам (рус. Новая ( улица ))
  • Еңеү урамы (рус. Победы ( улица ))
  • Попырин урамы (рус. Попырина ( улица ))
  • Пушкин урамы (рус. Пушкина ( улица ))
  • Йылға урамы (рус. Речная ( улица ))
  • Салауат урамы (рус. Салавата ( улица ))
  • Төньяҡ урамы (рус. Северная ( улица ))
  • Дала урамы (рус. Степная ( улица ))
  • Төҙөүселәр урамы (рус. Строителей ( улица ))
  • Тасимов урамы (рус. Тасимова ( улица ))
  • Татищев урамы (рус. Татищева ( улица ))
  • Уҡыусылар урамы (рус. Ученическая ( улица ))
  • Фрунзе урамы (рус. Фрунзе ( улица ))
  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина ( улица ))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная ( улица ))
  • Чапаев урамы (рус. Чапаева ( улица ))
  • Чапаев тыҡырығы (рус. Чапаевский ( переулок))
  • Чкалов урамы (рус. Чкалова ( улица ))
  • Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича ( улица ))
  • Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова ( улица ))
  • Шахтерҙар урамы (рус. Шахтерская ( улица ))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная ( улица ))
  • Энергетиктар урамы (рус. Энергетиков ( улица ))

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Фоторәсемдәр үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2023)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2023)
  • 1. Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
  • 2. Кусимова Т.Х., Биккулова С.А. Башкирские имена. - Уфа: Башкирское издат - во «Китап», 2001.- 224 с.
  • 3. Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә