Быҙаулыҡ (Һамар ҡушылдығы)

Быҙаулыҡ — рус. Бузулу́к — Рәсәй йылғаһы, Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшө буйлап аға. Һамар йылғаһының һул ҡушылдығы[1]. Оҙонлоғо — 248 км, бассейн майҙаны — 4460 км²[2]. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — тамағында — 7,7 м³/с.

Быҙаулыҡ
Ҡайҙа ҡоя Һамар (Волга ҡушылдығы)
Ҡушылдыҡ Грачевка (Быҙаулыҡ ҡушылдығы), Грязнушка[d], Мөлөк (йылға), Тарпан (йылға), Сығанаҡ йырыны йылғаһы һәм Бобровка[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 7,7 ± 0,001 м³/с
Бассейн майҙаны 4460 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 63 метр
Оҙонлоҡ 248 km
Бассейн категорияһы Категория:Быҙаулыҡ (Һамар ҡушылдығы) бассейны
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Дөйөм Һырттың төньяҡ битләүенән баш ала. Байтағы һөрөлгән далалар буйлап аға. Йылға буйында Урыҫ һәм украин, башҡорт, ҡаҙаҡ ауылдары теҙелеп киткән. Һамар йылғаһына ҡойған урында Быҙаулыҡ ҡалаһы урынлашҡан. Өлкәнең Ҡорманай районында, йылға тамағына етәрәк ағымының түбәнге өлөшөндә Лабаҙы ауылы янында үрге палеолит дәүеренә ҡараған торамалар һәм бура мәҙәниәтенә ҡараған ҡәберлектәр табылған. I Лабаҙы һәм II Лабаҙы тип иҫәпкә алынып, улар өлкәнең археологик ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[3].

Йылға буйына урынлашҡан ауыл-ҡалалар: Быҙаулыҡ (Ырымбур өлкәһе)Лабазы, Скворцовка, Петровка, Курманаевка, Кандауровка, Кутуши, Михайловка, Краснояровка, Андреевка

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Һамар йылғаһы, Сорочинск һыуһаҡлағысынан Павловск һыуһаҡлағысына тиклем Елшән һыу посын индермәйенсә. Йылға бассейны — Волга, диңгеҙ бассейны — Каспий.

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[4]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100007195

Этимологияһы үҙгәртергә

Гидронимдың килеп сығышының бер нисә версияһы бар. Уларҙың береһенә ярашлы, башҡорт телендәге быҙау һүҙенә һүҙ яһаусы -лыҡ аффиксы ҡушыу юлы менән яһалған.[5] Ошо уҡ фекерҙе Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки» тигән китабында раҫлай:

  Наименование реки тюркское и первоначально звучало как Бузаулык (Базаулык, Бузавлык). Это доказывается таким же названием рек на востоке нашей области, точнее на территории соседней Башкирии.В Гайском районе в Ириклинское водохранилище впадает река Таналык. В верховье этой реки уже на землях Башкирии вливается её приток — небольшая речка Базаулык длиною около 40 км. Базаулык в свою очередь образуется в результате слияния ещё меньших речек, в составе названий которых содержится тоже слово Базаулык: Базаулык елга и Белекей базаулык елга. Слово Базаулык и его варианты во всех приведённых названиях отражают исконное (тюркское), в данном случае башкирское произношение. На старых географических картах эти реки обозначены словом Базаулык (см. карту в «Справочнике торфяного фонда СССР») [6].  

Шулай уҡ «болан быҙауы» тигәндән килеп сыҡҡан тигән фараз да бар. Әммә был фекерҙе ҡабул итмәйҙәр, сөнки болан булмаған яҡтарҙа ла Быҙаулыҡ тигән йылғалар бар, тип яҙа Б. Моисеев ошо уҡ мәҡәләһендә.

Совет тел белгесе В. А. Никонов иһә Мәскәүҙә сығарған «Ҡыҫҡа топонимик һүҙлегендә» атаманың «быҙау» һүҙенән килеп сыҡҡаны менән килешә, мәгәр икенсе фекер ҙә белдерә:

  "может быть, это имя реки восходит к другому тюркскому слову бузулык со значением «целина», «степь». В этом случае Бузулук — это «река Степная» [7]  

Мәгәр быны раҫларлыҡ дәлилдәр табылмаған. Һәр хәлдә, башҡорт телендә ул әйткән мәғәнәләге һәм оҡшаш яңғыраған һүҙ юҡ.

Быҙаулыҡ ҡалаһы үҙгәртергә

Быҙаулыҡ ҡалаһы 1736 йылда Быҙаулыҡ йылғаһы Һамар йылғаһының һул ярына ҡойған ерҙә Ырымбур сик һыҙығында нығытылған хәрби ҡасаба булараҡ нигеҙләнә. Был эшкә рус ғалимы һәм дәүләт эшмәкәре, географ, картограф, тарихсы, статисы, хоҡуҡ белгесе И. К. Кирилов етәкселек итә. Нығытма боронғо башҡорт ҡаласығы емереклектәре өҫтөндә һалына. Тәбиғи, уға Быҙаулыҡ йылғаһы исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бузулук, реки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. «Быҙаулыҡ (Һамар ҡушылдығы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Новое о палеолите
  4. РФ һыу реестры: Быҙаулыҡ.
  5. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002.
  6. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  7. Краткий топонимический словарь / В. А. Никонов. М., 1966.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1