Быков Владимир Викторович

Быков Владимир Викторович (20 октябрь 1949 йыл14 ғинуар 2018 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры. 1966—1979 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы. Башҡорт АССР-ында беренсе СССР-ҙың спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1978).

Владимир Быков
Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

20 октябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
БАССР, Өфө

Вафат булған көнө

14 ғинуар 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (68 йәш)

Карьера
Хоккейсы карьераһы
«Салауат Юлаев» (1966—1979)
Тренер карьераһы
«Салауат Юлаев» (1979—2000)
Толпар (2009 — 2018)

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Викторович Быков 1949 йылдың 20 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1966—1979 йылдарҙа Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһында уйнай (бөтә клуб тарихында иң яҡшы бомбардиры — 342 шайба). «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (Р. Халиҡов тренеры). П.Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамларан (1972). 1979—80 һәм 1992—97 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының тренеры, 1999—2000 (ғинуар) йылдарҙа баш тренеры. 1980—1983 һәм 1990—1991 йылдарҙа команда башлығы. 2009—2018 йылдарҙа «Толпар» командаһының башлығы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә