Быкова Фёкла Ивановна

Быкова Фекла Ивановна (31 май 1880 йыл — 28 апрель 1970 йыл) — халыҡ сәсәне, шағир. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). Карел-Фин ССР-ынан икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Юғары Совет депутаты (1947—1955)[1].

Быкова Фёкла Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 31 май 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Выгостров[d], Беломорское городское поселение[d], Беломорский район[d]
Вафат булған көнө 28 апрель 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Беломорск[d], Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Быков Фекла Ивановна 1880 йылда Архангел губернаһы Кемский өйәҙе (хәҙер — Карелия Республикаһы Беломор районы) Сорокский олоҫо Выгостров ауылында балыҡсы ғаиләһендә тыуа.

Сорокск ағас бысыу заводында эшләй. 3 бала менән иртә тол ҡала. 40 йәшендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Беломорск ҡалаһының Маячный ҡасабаһында йәшәй.

Беломор районының һәм Карел-Фин ССР-ы Юғары Советының депутаты итеп һайлана, халыҡ ижады өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Карелия АССР-ы Юғары Советының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә[2].

Ижады үҙгәртергә

1937 йылда уның йырҙары һәм әкиәттәре яҙып алына. Фольклорсы К. В. Чистовой ғына унан 100-ҙән ашыу боронғо йыр һәм сеңләү яҙҙыра. Бынан тыш, Ф. И. Быкова заман темаларына үҙе лә әҫәрҙәр-әйтентеләр яҙа: В. И. Ленин тураһында әйтенте, осоусылар Валерий Чкалов һәм М. С. Бабушкин тураһында сеңләү, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда — Ҡыҙыл Армия тураһында әйтенте, «Во старости лет мы свет увидели», «У нас во деревне», «Ох ты, Дунюшка!» һәм башҡалар.

Унан барлығы 120-нән ашыу туй, лирик һәм шаян йыр, 20-гә яҡын әйтенте һәм сеңләү яҙып алына. Быкова Фекла Ивановна 1970 йылдың 28 апрелендә Беломорск ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Карелия АССР-ы Юғары Советының Маҡтау ҡағыҙы.

Хәтер үҙгәртергә

1940—1956 йылдарҙа сәсән Фекла Ивановна Быкова йәшәгән йорт һәм уның Беломорск ҡалаһының 4-се зыяратындағы ҡәбере Карелияның мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә инә[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Кузнецова, В. П. Быкова Фёкла Ивановна / В. П. Кузнецова, Т. И. Титова // Карелия : энциклопедия. В 3 т. Т. 1. А-Й. — Петрозаводск, 2007. — С. 186.
  2. Фёкла Ивановна Быкова
  3. Объекты культурно-исторического наследия на территории Беломорского района

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Быкова Ф. И. Мир победит войну! : [стихи] / Ф. И. Быкова // Во славу мира : руны, сказы и стихи сказителей и поэтов К-ФССР. -Петрозаводск, 1952. -С. 6-8.
  • Быкова Ф. И. Несчастная любовь ; За немилого : [стихи] / Ф. И. Быкова // Карелия : альманах союза советских писателей Карелии.
  • -Петрозаводск, 1939. -Кн. 2. -С. 31-32.
  • Быкова Ф. И. Сказ ко дню Красной армии / Ф. И. Быкова // Былины о Красной армии. — Петрозаводск : Госиздат К-ФССР, 1943. -С. 10-12.
  • Ф. И. Быкова Спи, сыночек ; Плач о герое Чкалове // Народное творчество Карело-Финской ССР : записи 1937—1938 гг. -Петрозаводск : Госиздат К-ФССР, 1940. -С. 169—171.
  • Быкова Ф. И. Бейте проклятого врага без промаха : обращение сказительницы Ф. И. Быковой // В грозные годы : документы и материалы о героических подвигах женщин Карелии в годы Великой Отечественной войны (1941—1945 гг.) — Петрозаводск : Карельское книжное издательство, 1970.
  • Фёкла Ивановна Быкова [Биография] // Русские плачи Карелии / под ред. М. К. Азадовского. -Петрозаводск : Госиздат К-ФССР, 1940. — С. 118—119.
  • Симаненков И. Народная сказительница / И. Симаненков // На рубеже. −1947. -№ 1. -С. 23-26.
  • Быкова Фекла Ивановна // Краткая литературная энциклопедия. Т. 1. Москва, 1962. -С. 800.
  • Иванов А. Народная сказительница / А. Иванов // Север. −1969. -№ 7. -С. 101.
  • Кузнецова В. П. Могила сказительницы Ф. И. Быковой / В. П. Кузнецова // Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР : (памятники культуры) : Карельская АССР. -Москва, 1977.
  • Стронк Г. А. Ф. И. Быкова, народная сказительница КАССР : офорт // Стронк Г. А. По Карелии : воспоминания, зарисовки. -Петрозаводск,
  • 1979. -С. 44
  • Быкова Фекла Ивановна (19.6.1879-28.4.1970) // Писатели Карелии : биобиблиографический словарь / авт.-сост. Ю. И. Дюжев. -Петрозаводск, 1994. -С. 10-11.
  • Костин И. Долгий век сказительницы / И. Костин // Курьер Карелии. −2004. −13 авг. -С. 2.
  • Титова, Т. Сказка — ложь, а песня — быль : Фёкла Ивановна Быкова / Татьяна Титова; [Беломор. центр. район. б-ка]. — Беломорск : Беломор. ЦБС, 2009. — 42 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә