Бутягин Алексей Сергеевич

Бутягин Алексей Сергеевич (19(7) апрель 1881 йыл — 26 сентябрь 1958 йыл) — СССР математигы, мәғариф өлкәһендә дәүләт эшмәкәре.1934-1939 йылдарҙа МДУ директоры,1939-1943 йылдарҙа ректор, (1941—1942 өҙөклөк менән), Физика-математика фәндәре докторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры ().

Бутягин Алексей Сергеевич
рус. Алексей Сергеевич Бутягин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 19 апрель 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Елец, Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты[d]
Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d], ректор Московского университета[d], директор[d] һәм ректор[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Елецкая классическая мужская гимназия[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Меньшевиктар
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Сергеевич Булягин — 1881 йылдың 19 (7) апрелендә Орёл губернаһы Елец ҡалаһында тыуған.

188919901 йылдарҙа Елец ирҙәр гимназияһында уҡый, уны тамамлағас Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1906 йылда 1-се дәрәжә, дипломы менән уны тамамлай, университетының математика кафедраһы буйынса профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдыралар.

1917 йылдың авгусында меньшевиктар партияһынан большевиктар партияһына күсә. 1920 йылда Мәскәү ВКП(б) комитеты ҡарары менән һөнәре В. Н. Подбельский исемендәге бәйләнеш институтына эшкә ебәрелә һәм уның ректоры итеп раҫлана, уны төҙөүҙә ҡатнаша. 1924—1929 йылдарҙа Мәскәү юғары техник училищеһы ректор (ваҡытлыса) вазифаһын башҡара.

1934 йылда Мәскәү дәүләт университетының 38-се етәксеһе (ул ваҡытта был вазифа XIX быуат башындағы кеүек директор тип аталған, ләкин 1939 йылдан Бутягин МГУ ректоры тип исемләнә).

Мәскәү университетында Бутягин Алексей Сергеевич етәкселек иткән осорҙа бер нисә мөһим үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә:

  • Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, 1934 йылдың 16 майында, тарих факультеты тергеҙелә — шул ваҡытта Мәскәү университеты структураһында берҙән-бер гуманитар факультет.
  • 1936/1937 уҡыу йылында МГУ-ла беренсе тапҡыр дәүләт имтихандары үткәрелә.
  • 1938 йылдың июлендә факультеттар ойшторола: геология- тупраҡ һәм география (тупраҡ-география факультеты нигеҙендә).
  • 1939 йылдың 15 авгусында сираттағы «Мәскәү университеты Уставы» ҡабул ителә.
  • 1940 йылдың 7 майында Мәскәү дәүләт университетының 185 йыллығына уға нигеҙ һалыусының исеме Михаил Ломоносов исеме бирелә.
  • 1941 йылдың ғинуарында Мәскәү дәүләт университетының Архив положениеһына юридик үҙгәрештәр индерелә һәм ул туранан-тура ректор һәм уның урынбаҫарына буйһона.
  • 1941 йылдың 23 июнендә Бутягин университетының уҡытыу һәм ғилми эштәрен хәрби хәл менән бәйле үҙгәртеп ҡороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуя.
  • 1941 йылдың 16 октябрендә, төндә, Мәскәүҙә паника ваҡытында, Бутягин бөтәһен ташлап, Мәскәүҙән ҡасып сығып китә. Профессор Б. П. Орлов ректор вазифаһын үҙ өҫтөнә ала. Орлов ойошманы эвакуациялау менән шөғөлләнә һәм ваҡытлыса ректор вазифаһын башҡара. Был хаҡта МГУ китапханаһында оҙаҡ йылдар эщләгән китапхана хеҙмәткәре, күренекле тарихсы һәм крайҙы өйрәнеүсе Сорокин В. В. (1910—2006) «По Москве исторической» (М., Издательский дом ТОНЧУ,2006 й. 439 -сы б.) китабында һөйләй.
  • 1943 йылдың ғинуарында Мәскәү дәүләт университетың бер йыллыҡ эшендә мәжбүри өҙөклөктән һуң, уның факультеттары Свердловскиҙан Мәскәүгә резвакуациялана.

1944—1953 йылдарҙа А. С. Бутягин юғары белем биреү буйынса хөкүмәт структураһында эшләй.

1957 йылдың 1 апреленән пенсияға сыға.

1958 йылдың 26 сентябрендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә