Буренин Алексей Александрович

Буренин Алексей Александрович (21 октябрь 1985 йыл, Өфө) — Рәсәй спортсы-парашютсыһы, парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы[1], атҡаҙанған спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы, «Рәсәй өмөтө» премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Парашют спорты федерацияһы рәйесе урынбаҫары.

Буренин Алексей Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө тренер

Спорт карьераһы үҙгәртергә

Бала саҡтан тау саңғыһы менән шөғөлләнгән, һуңғараҡ уның буйынса спорт мастерына кандидат нормативтарын үтәй. Әммә парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе (пара-ски) буйынса Рәсәй чемпионаты һәм халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе Бикметов Альберт менән танышҡандан һуң, спорттың был төрө менән шөғөлләнергә ҡарар итә һәм 2000 йылда тәүге тапҡыр һикереү яһай[2]. Буренин киләһе йылда уҡ парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса Рәсәйҙең абсолют чемпионы була, ә 2002 йылда Рәсәй йыйылма командаһына эләгә. Шул уҡ йылда беренсе тапҡыр парашют классикаһы буйынса ярышта ҡатнаша, 2007 йылдан алып классик парашют спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инә[3].

Алексей Бурениндың төп ҡаҙаныштары:

  • Туғыҙ тапҡыр парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса Рәсәйҙең абсолют чемпионы (2001, 2002, 2005, 2007, 2008, 2009, 2013, 2016, 2017)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында Донъя чемпионатының бронза призеры (Черногория, 2005)
  • Үҫмер спортсылар араһында парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса донъя чемпионы (Черногория, 2005)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында Донъя Кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призеры (Австрия, 2008)
  • Үҫмер спортсылар араһында парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса шәхси зачетта Донъя Кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призеры (Австрия, 2008)
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында донъя чемпионы. (Словакия, 2008)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында донъя чемпионы (Австрия, 2009)
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында донъя чемпионы (Черногория, 2010)
  • Классик парашют спорты буйынса шәхси зачетта донъя чемпионатының көмөш призеры (Черногория, 2010)[4]
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында донъя чемпионатының көмөш призеры (Австрия, 2011)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса шәхси зачетта донъяның абсолют чемпионы (Австрия, 2011)[5]
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында Европа чемпионатының көмөш призеры (Сербия, 2011)
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында донъя чемпионы (БҒӘ, 2012)[6]
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында Европа чемпионы (Рәсәй, 2013)[7]
  • Классик парашют спорты буйынса шәхси зачетта Донъя Кубогының бронза призеры (Рәсәй, 2013)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса шәхси зачетта донъя чемпионатының көмөш призеры (Рәсәй, 2014)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында донъя чемпионатының бронза призеры (Рәсәй, 2014)
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында донъя чемпионатының көмөш призеры (Босния һәм Герцеговина, 2014)
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында донъя чемпионатының көмөш призеры (Германия, 2015)
  • Классик парашют спорты буйынса команда зачетында Европа чемпионатының көмөш призеры (Болгария, 2015)
  • Классик парашют спорты буйынса ергә теүәл төшөүгә төркөмләп һикереүҙә Европа чемпионатының көмөш призеры (Болгария, 2015)
  • Ергә теүәл төшөүгә төркөмләп һикереүҙә Бөтә донъя авиация уйындары еңеүсеһе (WAG 2015)[8]
  • Парашют спорты буйынса Төньяҡ полюс районында ергә теүәл төшөүгә төркөмләп һикереүҙә беренсе халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (Барнео, 2016)[9]
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса команда зачетында донъя чемпионы (Австрия, 2017)[10]
  • Парашют-тау саңғыһы икебәйгеһе буйынса шәхси зачетта донъяның абсолют чемпионы (Австрия, 2017)[10]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» (2008)
  • «Рәсәй өмөтө» Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты (Санкт-Петербург) (2008)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013)[11]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2016)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башкирские спортсмены — призеры чемпионата мира по парашютно-горнолыжному двоеборью 2017 йыл 29 март архивланған. (рус.). mmpsrb.ru. Проверено 28 марта 2017.
  2. Интервью с Алексеем Бурениным
  3. Сайт Башкирского государственного университета 2018 йыл 8 декабрь архивланған.
  4. Сюжет телеканала Россия о выступлении Алексея Буренина на Чемпионате мира по классическому парашютному спорту в г. Никшич, Черногория
  5. Сайт Федерации парашютного спорта Республики Башкортостан 2014 йыл 2 февраль архивланған.
  6. Алексей Буренин в пятый раз завоевал титул чемпиона мира по парашютному спорту 2014 йыл 2 февраль архивланған.
  7. Уфимский парашютист Алексей Буренин стал заслуженным мастером спорта России
  8. Парашютисты ЦСКА — чемпионы Всемирных Авиационных Игр!. cska.ru. Проверено 19 декабря 2016.
  9. Башкирский спортсмен Алексей Буренин доставил флаг Республики Башкортостан на Северный полюс — Правительство Республики Башкортостан 2016 йыл 21 декабрь архивланған.. pravitelstvorb.ru. Проверено 19 декабря 2016.
  10. 10,0 10,1 Новости — Министерство спорта Российской Федерации 2017 йыл 29 март архивланған. (рус.). www.minsport.gov.ru. Проверено 28 марта 2017.
  11. Приказ Министерства спорта "О присвоении почётного спортивного звания «Заслуженный мастер спорта России»(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Профиль на сайте Федерации парашютного спорта Республики Башкортостан