Буран ауылы өләсәйҙәре

удмурт өләсәйҙәре музыкаль төркөмө

«Бура́н ауылы өләсәйҙәре» (удм. Брангуртысь песянайёс, рус. Бурановские бабушки) — Удмуртияның Малопургинский районы Буран ауылынан[1][2] удмурт һәм рус халыҡ йырҙары, шулай уҡ Рәсәй һәм сит илдәрҙең танылған башҡарыусыларының төрлө хиттарын туған удмурт телендә үҙенсәлекле башҡарыусы Рәсәй музыкаль фольклор коллективы. Коллективтың продюсеры — Ксения Рубцова, «Людмила Зыкина Йорто»[3] директоры.

Буран ауылы өләсәйҙәре
Нигеҙләү датаһы 2008
Рәсем
Ҡатнашыусы Евровидение 2012 йыр конкурсы[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Удмурт Республикаһы
Жанр фолк[d] һәм халыҡ йыры
Ил  Рәсәй
Рәсми сайт buranovskiebabushki.ru
 Буран ауылы өләсәйҙәре Викимилектә
Тышҡы һүрәттәр
«Буран ауылы инәйҙәре» коллективының яңы составы

Коллектив 2012 йылда Баҡыла "Евровидение—2012"лә йыр конкурсында Рәсәй вәкиле булараҡ ҡатнаша, уның һөҙөмтәләре буйынса икенсе урын ала.

Бынан 40 йыллап элек (2010 йылға ҡарата) Удмуртияның Буран ауылында «Буран ауылы өләсәйҙәре» фольклор ансамбле ойошторола. 2010 йылда коллективта ҡатнашыусыларға уртаса 70 йәш була. Репертуарҙың нигеҙе — туған удмурт телендә[4] боронғо фольклор йырҙары.

Тәүге тапҡыр коллектив 2008 йылда танылған башҡарыусыларҙың йырҙарын удмурт телендә йырлап сығыш яһай: Удмурт дәүләт филармонияһында үткәрелгән туған тел байрамында Борис Гребенщиковтың һәм Виктор Цойҙың йырҙары удмурт телендә башҡарыла. Шунан алып улар бер нисә тапҡыр матбуғат һәм телевидениеның иғтибар үҙәгендә була[5][6][7][8][9].

Коллектив «Евровидение-2010» конкурсының Рәсәй милли һайлап алыу турында «Длинная-длинная береста и как сделать из неё айшон» йыры менән (өсөнсө урын алалар), шулай уҡ "Евровидение-2012"нең һайлап алыу турында «Party for Everybody» йыры менән ҡатнаша. Һуңғы һайлап алыу туры һөҙөмтәләре буйынса «Буран ауылы өләсәйҙәре» еңеү яулай һәм Баҡыла (Әзербайжан)[10] «Евровидение-2012» халыҡ-ара йыр конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғына лайыҡ була һәм финалда икенсе урын ала.

2011 йылдың 11 июнендә Ольга Николаевна Ту́ктарева һәм Галина Николаевна Конева, Беренсе каналда «Кем миллионер булырға теләй?» телеуйынында ҡатнашып, 800 мең һум аҡса ота. Өләсәйҙәр, отош аҡсаһы тулыһынса Буран ауылында ҡорам төҙөүгә тотоноласаҡ, тип белдерә[11][12].

Удмурт Республикаһы Президенты А. А. Волковтың 2012 йылдың 24 майындағы 97-се Указы менән коллективтың һигеҙ ҡатнашыусыһына (Байсарова Грана Ивановнаға, Бегишева Алевтина Геннадьевнаға, Дородова Зоя Сергеевнаға, Конева Галина Николаевнаға, Пугачёва Наталья Яковлевнаға, Пятченко Валентина Семёновнаға, Ту́ктарева Ольга Николаевнаға һәм Шкляева Екатерина Семёновнаға) «сәнғәтте үҫтереүгә индергән тос өлөштәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн» «Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы»[13][14] тигән почетлы исемдәр бирелә.

2012 йылдың ноябрь башында «Буран ауылы өләсәйҙәренең» һәм танылған этно-поп йырсы Варвараның «А не пойду замуж я» берлектәге йыры премьераһы була, апрелдә киң ҡулланылған «Sprite» газлы эсемлегенең реклама видеороликтарында төшәләр[15], 7 июндә Удмурт Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген аңлатыу буйынса штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре таныҡлыҡтарына лайыҡ булалар[16].

2013 йылдың 24 авгусында «Буран ауылы өләсәйҙәре» Коми Республикаһы Сыктывдин районының Ыб ауылында өсөнсө фин-угор мәҙәниәте фестивалендә хедлайнер була[17].

2014 йылдың 2 ғинуарында коллективтың 75 йәшлек ағзаһы Галина Конева Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарының олимпия уйындары эстафетаһының факелен күтәреп барыусыларҙың береһе булды[18]. 2016 йылда коллектив беренсе тапҡыр Laula kanssain («Пой со мной») в Йоэнсуу[21] көй-моң фестивалендә сығыш яһаны[19].

Составы үҙгәртергә

Ағымдағы составы үҙгәртергә

Коллективтың 2014 йылда тупланған яңы составына түбәндәгеләр инә: элекке солистар Удмуртияның «Италмас» дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленән Анна Прокопьева, «Айкай» республика фольклор йыры театрынан Валентина Серебрякова, Малопургин районының «Арганчи» ансамбленең элекке етәксеһе Екатерина Антонова һәм Лудорвай[20][21] ауылынан үҙешмәкәр артистар.

Элекке ҡатнашыусылар үҙгәртергә

 
«Буран ауылы өләсәйҙәре»
  • Наталья Яковлевна Пугачёва (тыуған: 28 окт.,1935 й.) — Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы (2012)[14], «Евровидение-2012»[24]-лә сығыш яһай[22].
  • Граня Ивановна Байсарова (12 июнь, 1949 й.) — Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидение-2012"лә сығыш яһай[23].
  • Алевтина Геннадьевна Бегишева (3 март, 1958 й.) — Удмурт Республикаһы Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидение-2012"лә[23] сығыш яһамай.
  • Зоя Сергеевна Дородова (15 апрель, 1940 й.) — Удмурт Республикаһы Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидение-2012"лә[23] сығыш яһамай.
  • Галина Николаевна Конева (15 октябрь, 1938 й.) — Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидение-2012"лә[23] сығыш яһай.
  • Валентина Семёновна Пятченко (21 октябрь, 1937 й.) — Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидении-2012"лә[23] сығыш яһай.
  • Ольга Николаевна Ту́ктарева (26 апрель, 1968 й.) — Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидение-2012"лә[23] сығыш яһай — ансамблдең художество етәксеһе.
  • Екатерина Семёновна Шкляева (2 ноябрь, 1937 й.) — Удмурт Республикаһының Халыҡ артисы (2012)[22], "Евровидение-2012"лә[23] сығыш яһай.
  • Елизавета Филипповна Зарбатова[24] (1927 й. — 13 ғинуар, 2014 й.) — коллективтың бер нисә йыры авторы[25], ансамблдең иң оло ҡатнашыусыһы, «Евровидение-2012»-лә сығыш яһамай, гастроль сығыштарында ҡатнашмай.

2014 йылда составтың алмашыныуы үҙгәртергә

2014 йылдың майында «Людмила Зыкина Йорто» менән коллектив солистары араһында төҙөлгән биш йыллыҡ контракттың мөҙҙәте үтә, улар уны оҙайтырға теләмәй. Продюсерҙың коллективҡа яңы, йәшерәк солистарҙы йыйыу тәҡдиме «өләсәйҙәрҙең» ошондай ҡарар ҡабул итеүенә килтерә. Шунан һуң коллективтың оло солистары эштән сығарыла, улар урынына яңы состав туплана. «Өләсәйҙәр» үҙҙәренең эштән сығарылыуҙары хаҡында интернет аша белә. Ансамблдең элекке солистарына коллективтың йырҙарын фонограмма ҡулланып башҡарыу тыйыла — бөтә авторлыҡ хоҡуҡтары, шул иҫәптән «Буран ауылы өләсәйҙәре» исемен дә индереп, «Людмила Зыкина Йортонда». Коллективтың яңы составы бер ни тиклем ваҡыт коллективтың оло ҡатнашыусылары[20][21] яҙҙырған фонограмманы ҡулланып сығыш яһай. Ә элекке солистары хәҙерге ваҡытта коллективтың «Буран ауылынан өләсәйҙәр» тигән яңы исеме аҫтында сығыш яһай.

Факттар үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Бураново ауылында төҙөлөп бөтмәгән ҡорам
  • «Буран ауылы өләсәйҙәре» концерт сығыштарында йыйылған аҡсаны ауылдың изге ҡорамын, тыуған ауылдарында 1895 йылда төҙөлөп, үткән быуаттың 30-сы йылдары аҙағында емертелгән Изге Троица Храмын ҡайтанан төҙөүгә тотонасаҡтары тураһында күп тапҡырҙар белдергәйне. 2012 йылдың 24 майында Буран ауылында буласаҡ Храмдың нигеҙе һалына башлай. Ә 2012 йылдың 30 майында, ансамблдә ҡатнашыусылар Баҡынан ҡайтҡан көндө, буласаҡ сиркәү урынын нурландырыу буйынса дини йола башҡарылыу планлаштырыла. Удмурт Республикаһы башлығы Александр Волков 1 миллион һум аҡса бүлергә, шулай уҡ Буран ауылы юлының сифаты һәм һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен дә хәл итәсәгенә вәғәҙә бирә[26][27][28].


Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Бурановские бабушки» — культурный бренд Удмуртии.(недоступная ссылка) // udmpravda.ru (15 февраля 2011 года, № 16 (24709))
  2. Как «Бурановские бабушки» страну удивили. // eurovision.org.ru (2 апреля 2010 года)
  3. Ксения Рубцова: «Моя профессия — продюсер». 2012 йыл 26 май архивланған. // juraveinik.ru (6 июня 2011 года)
  4. Бабушки вернулись с «Евровидения». // ria.ru (10 марта 2010 года)
  5. Антология сетевого фольклора «Netlore». Персонажи. «Бурановские бабушки». 2012 йыл 15 март архивланған. // netlore.ru
  6. «Бурановские бабушки» споют в ижевском зоопарке. 2014 йыл 29 апрель архивланған. // izvestiaur.ru (25 февраля 2011 года)
  7. «Бурановские бабушки» по-удмуртски «зажгли» в Нарве. // baltinfo.ru (15 октября 2009 года)
  8. Promo. «Бурановские Бабушки». 2010 йыл 13 ноябрь архивланған. // yumshan.ru (25 мая 2009 года)
  9. Udmurdi vanaemad laulavad rokki. 2009 йыл 28 май архивланған.Ҡалып:Ref-ee(эст.) // epl.ee (25 мая 2009 года)
  10. Победа «Бурановских бабушек» в отборочном туре расколола экспертов. // ria.ru (8 марта 2012 года)
  11. Первый канал. Программа «Кто хочет стать миллионером?» За крупный выигрыш в студии программы борются артистки знаменитого коллектива «Бурановские бабушки» (выпуск от 11 июня 2011 года). 2014 йыл 27 июль архивланған. // 1tv.ru
  12. «Бурановские бабушки» — Дмитрию Диброву: «Мы же не для себя стараемся, нам церковь нужно поставить!» // kp.ru (16 июня 2011 года)
  13. «Бурановским бабушкам» присвоено звание «Народных артистов Удмуртии». 2014 йыл 10 ноябрь архивланған. // udm-info.ru (25 мая 2012 года)
  14. Глава Удмуртии вручил «Бурановским бабушкам» республиканские награды. 2014 йыл 11 август архивланған. // udmpravda.ru (30 мая 2012 года)
  15. Реклама «Sprite»: «„Бурановские бабушки“ зажигают, а что делаешь ты?» // izh.kp.ru (17 мая 2012 года)
  16. «Бурановские бабушки» стали внештатными сотрудниками ГИБДД Удмуртии. 2014 йыл 9 ноябрь архивланған. // mvd.ru (8 июня 2012 года)
  17. «Бурановские бабушки» передали видеопривет участникам «Ыбицы». 2013 йыл 18 сентябрь архивланған. // progorod11.ru (14 августа 2013 года)
  18. Олимпийский огонь пронесла «Бурановская бабушка». «Российская газета» // rg.ru (2 января 2014 года)
  19. «Бурановские бабушки» выступили на музыкальном фестивале в Йоенсуу. // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 6 август 2016. (Тикшерелеү көнө: 11 август 2016)
  20. 20,0 20,1 Война бурановских бабушек: почему поменялся состав знаменитого коллектива — Культура, Музыка — МК
  21. 21,0 21,1 «Бурановских бабушек» заменили на молодых | KM.RU
  22. 22,0 22,1 22,2 22,3 22,4 22,5 22,6 22,7 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Указ № 97 от 24 мая 2012 года төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 23,5 23,6 «Бурановские Бабушки»: кто есть кто? esckaz.com. Дата обращения: 8 март 2012. Архивировано 22 июль 2012 года.
  24. Бурановские бабушки. О коллективе. 2013 йыл 24 июль архивланған. // buranovskiebabushki.ru
  25. Автора песен «Бурановских бабушек» похоронили на родине в Бураново. Елизавета Зарбатова скончалась на 87 году жизни. // izh.kp.ru (21 января 2014 года)
  26. Закладка фундамента будущей церкви началась в селе Бураново. // ria.ru (24 мая 2012 года)
  27. «Бурановские бабушки»: Мировая слава, сельская жизнь и мечта о храме. 2014 йыл 7 ғинуар архивланған. // foma.ru (16 марта 2012 года)
  28. «„Бурановские бабушки“ — это бомба!»(недоступная ссылка) // oboz.by