Бунге Александр Андреевич

Бунге Александр Андреевич (нем. Alexander Georg von Bunge; 1803-1890) — немец-урыҫ ботанигы, Император Санкт-Петербург Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Дерпт университеты профессоры.

Бунге Александр Андреевич
нем. Alexander von Bunge
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 24 сентябрь 1803({{padleft:1803|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[4][5]
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы[1][6]
Вафат булған көнө 18 (30) июль 1890[2][7] (86 йәш)
Вафат булған урыны Килсти[d], Везенбергский уезд[d], Эстләнд губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны кладбище Раади[d]
Атаһы Бунге, Андрей Георгиевич[d]
Бер туғандары Фёдор Андреевич Бунге[d]
Балалары Густав Александрович Бунге[d], Александр Александрович Бунге[d][8] һәм Мария Александровна Бунге[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, ботаник, профессор
Эшмәкәрлек төрө ботаника
Эш урыны Император Дерпт университеты
Уҡыу йорто Император Дерпт университеты
Ғилми етәксе Карл Христиан Фридрих фон Ледебур[d]
Уҡыусылар Эдмунд Руссов[d]
Кемдә уҡыған Карл Христиан Фридрих фон Ледебур[d]
Әүҙемлек урыны Тарту[1]
Ойошма ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Образцы хранятся в Ботанический сад[d][9], Тәбиғәт фәне музейы[d][10], Карл университеты[11], Тюбинген университеты[d][12], Галле-Виттенбергский университет[d][13] һәм Йена университеты[d][14]
 Бунге Александр Андреевич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Андреевич Бунге 1821 йылда Дерпт университетына медицина һәм тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү өсөн уҡырға инә

1825 йылда «De relatione methodi plantarum naturalis in vires vegetabilium medicales» диссертацияһы өсөн ғилми доктор дәрәжәһен алып[15], ул үҙенең уҡытыусчыһы К.Ледебур менән Себергә юллана. Сәйәхәт ваҡытында уҡ Колывано-Воскресенск тау заводының табибы булып тәғәйенләнгән Бунге башта Барнаулдан, һуңынан Змеиногорсктан, Алтайҙы өйрәнеү өсөн экскурсиялар ойоштора.

1829 йылда бында Александр фон Гумбольдт менән осраша, уның тәҡдиме буйынса Фәндәр академияһы тарафынан 1830 ылда Ҡытайға киткән рухи миссияға ебәрелә. Ҡытай буйынса сәйәхәт ваҡытында йыйылған материалдарҙы ул «Enumeratio plantarum quas in China boreali collegit» (Санкт-Петербург, 1831) һәм «Plantarum Mongolico-Chinensium decas I» (Ҡазан, 1835) хеҙмәттәрендә һүрәтләй.

Бунге 1832 йылда икенсе тапҡырға Алтайға бара (шул ваҡытта йыйылған үҫемлектәр исемлеге 1836 йылда нәшер ителгән), 1833 йылда Петербургҡа ҡайта, ә 1834 йылда Ҡазанға ботаника кафедраһына саҡырыла.

1835 йылда ул Волга буйы далаларынана һәм Әстерхан губернаһына сәфәр ҡыла.

1836 йылда Дерпт университетында ботаника кафедраһын ала.

1857 йылда Персияны өйрәнеү өсөн эксепдицияға ҡушыла. Тифлис, Баҡы, Каспий диңгеҙе, Астрабад, Нишапурҙа һәм Мәшһәд аша ул Гератҡа бара, унан 1858 йылда Фарсының төрлө урындарын тикшереү өсөн экскурсиялар ойоштора; 1859 йылда Тәһран аша Тифлисҡа Дерптҡа ҡайта.

1867 йылда отставкаға сыға һәм Фарсияла йыйған материалдарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә.

1874 йылда Флоренцияла ботаника конгресының ҡатнашыусыһы була

Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте ағзаһы

Раади (Тарту) зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Александр Андреевичдың улдары:

  • Густав Александрович (1844—1920) — Базель университетының физиологы, профессоры;
  • Александр Александрович (1851—1930) — зоолог һәм сәйәхәтсе.

Ҡыҙы Мария Елизавета (1834—1909) — Эдуард фон Вальдың ҡатыны[16].

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Бынан юғарыла күрһәтелгән әҫәрҙәренән тыш, баҫылғандары:

  • «Al. Lehmanni reliquiae botanicae» (Санкт-Петербург, 1851);
  • «Tamaricum species» (Дерпт, 1852);
  • «Anabasearum revisio» (Санкт-Петербург, 1862);
  • «Die Arten der Gattung Cousinia» (Санкт-Петербург, 1865);
  • «Generis Astragali species gerontogeae I и II» (Санкт-Петербург, 1868—1869);
  • «Weite und enge Verbreitungsbezirke einiger Pflanzen» (Дерпт, 1872)
  • Alex. de Bunge. Hypogomphia, une nouvelle espece de Labiacees, provenant de Taschkent // Bulletin de l'Academie Imperiale des Sciences de St. Petersbourg. Tome dix-huitieme, XII decade. — St. Petersbourg, 1873. — С. 28—30.
  • «Die Gattung Acantholimon» (Санкт-Петербург, 1873);
  • «Species generis Ozytropis» (Санкт-Петербург, 1874);
  • «Enumeratio Salsolacearum Mongoliae» (Санкт-Петербург, 1879);
  • «Enumeratio Salsolacearum centrasiaticarum» (Санкт-Петербург, 1880);
  • «Pflanzengeogr. Betrachtungen uber die Famille der Chenopodieen» (Санкт-Петербург, 1880).

Тулы исемлеге Траутфеттер «Florae Rossicae fontes» эшендә («Труды Императорского ботанического сада», т. VII, 1880).

Бунге хөрмәтенә аталған үҙгәртергә

  • Марста Бунге кратеры

Үҫемлектәр нәҫеле үҙгәртергә

Бунгея (Bungea C.A.Mey.) семейства Заразиховые (Orobanchaceae Lindl.)

Үҫемлектәр төрө үҙгәртергә

Persicaria bungeana Nakai

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #117155780 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  4. Alexander Georg von Bunge // https://pantheon.world/profile/person/Alexander_Georg_von_Bunge
  5. Bibliothèque nationale de France Alexander von Bunge // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  6. Бунге Александр Андреевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. verschiedene Autoren Allgemeine Deutsche Biographie (нем.) / Hrsg.: Historische Commission bei der königl. Akademie der WissenschaftenL: Duncker & Humblot, 1875.
  8. Бунге, Александр Александрович (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1891. — Т. IVа. — С. 926.
  9. http://herbarium.bgbm.org/object/B100241218
  10. https://w.jacq.org/W0025153
  11. https://prc.jacq.org/PRC451583
  12. https://tub.jacq.org/TUB011001
  13. https://hal.jacq.org/HAL0118956
  14. https://je.jacq.org/JE00011986
  15. Bunge, Alexander Georg von. De relatione methodi plantarum naturalis in vires vegetabilium medicales : dissertatio inauguralis botanico-medica quam consensu amplissimi medicorum ordinis in Universitate Caesarea Literarum Dorpatensi ut gradum doctoris medicinae
  16. Wahl, Eduard Georg v. (нем.). // Baltisches Biographisches Lexikon Digital.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә