Бубка Сергей Назарович

Бубка Сергей Назарович (укр. Сергі́й Наза́рович Бу́бка; 4 декабрь 1963 йыл) — СССР һәм Украина спортсыһы, ғалим-педагог. Ҡолға менән һикереүсе еңел атлет. Донъяла беренсе булып алты метрҙан бейегерәк һикергән кеше. Педагогия фәндәре докторы.

Сергей Бубка
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Сергей Назарович Бубка

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Украина Украина

Тыуған датаһы

4 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған ере

Луганск, СССР

Буйы

183[1]

Ауырлығы

80[1]

[[commons:Category: Sergei Bubka Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе
Сергей Бубка Осака ҡалаһында, 2007 йыл

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1983). 1988 йылғы Йәйге Олимпия уйындары чемпионы, еңел атлетика буйынса алты донъя чемпионатында (1983, 1987, 1991, 1993, 1995 һәм 1997 йылдар) еңеүсе, еңел атлетика буйынса Европа (1986) һәм СССР (1984) чемпионы. Ҡолға менән һикереү буйынса Донъя һәм Европа кубоктары (1985) еңеүсеһе. Еңел атлетика буйынса «Дуҫлыҡ-84» халыҡ-ара ярыштарының көмөш призёры.

1993—2014 йылдарҙа ябыҡ аренала ҡолға менән һикереү буйынса донъя рекордын (6,15 м) тотоп килде. 2014 йылдың 15 февралендә был күрһәткесте Рено Лавиллени уҙып китте[2]. 1994 йылдан асыҡ ареналарҙа ҡолға менән һикереү буйынса донъя рекордын (6,14 м) тота.

Биографияһы үҙгәртергә

Серге́й Наза́рович Бу́бка 1963 йылдың 4 декабрендә Украина ССР-ының Луганск ҡалаһында тыуған. Донецк ҡалаһының 57-се мәктәбендә уҡый. 11 йәшендә тыуған ҡалаһында «Динамо» спорт йәмғиәтенең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә алына.

Украинаның физик тәрбиә һәм спорт милли университетын тамамлаған. Был эшмәкәрлек буйынса «педагогия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған.

Спорт үҙгәртергә

Күнекмәләрен билдәле тренер Виталий Афанасьевич Петрова етәкселегендә үткәрә. Остазы үҙ тәрбиәләнеүсеһендә көс, тиҙлек һәм спорт техникаһын гармониялы үҫтереүгә төп иғтибар бирә. Еңел атлетика тарихындағы беренсе донъя чемпионатында (Хельсинки, 1983) 19 йәшлек Сергей үҙенең тәүге алтын миҙалын яулай. 1984 йылда Братиславалағы ярышта, 5 метр 85 сантиметр бейеклеккә һикереп, үҙенең тәүге донъя рекордын ҡуя.

1984—1994 йылдарҙа Бубка 35 донъя рекорды ҡуя (шуларҙың 18-е — ябыҡ ареналарҙағы ярыштарҙа). Уның иҫәп буйынса бишенсе шәхси рекорды (13 июль 1985 йыл, Париж) спорт тарихында ныҡлы урын ала — Бубка Ер йөҙөндә беренсе булып 6 метр бейеклеккә һикерә. Бынан да юғарыраҡ күрһәткескә ул 1994 йылда Италияның Сестриере ҡасабаһында өлгәшә: урындағы асыҡ стадионда атлет 6 метр 14 см бейеклеккә һикерә. 1991 йылда Токиола үткән донъя чемпионатында Бубка үҙе өсөн әллә ни ҙур булмаған һөҙөмтә — 5 метр 95 см менән еңеү яулай, әммә компьютерҙар еңеүгә уҡталғанда ул 6 метр 37 см бейеклектәге планканы һикереп үтте тип билдәләй[3].

Белгестәр фекеренсә, Бубка бары-бер үҙенең мөмкинлектәрен тулыһынса асып бөтөрмәй. Үҙе әйтеүенсә, оҙонлоҡҡа һикереүсе Америка спортсыһы Боб Бимон кеүек тарихта бер һикереү геройы булып ҡалырға теләмәй, шуға ла күп йылдар дауамында ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Бубка — 19831997 йылдарҙа алты донъя чемпионатында еңеү яулаған берҙән-бер еңел атлет. 37 йәшендә ул 2000 йылда Сиднейҙа үткән Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Халыҡ-ара олимпия комитеты Президенты Хуан Антонио Самаранч уны заманыбыҙҙың иң күренекле спортсыһы тип атаны.

1990-сы йылдарҙа Монте-Карлола йәшәй. 1990 йылда Донецк ҡалаһында үҙе ойошторған «Сергей Бубка клубы» («Клуб Сергея Бубки») президенты. Клуб «Zepter — Звезды шеста» исеме аҫтында традицион халыҡ-ара ярыштар үткәрә. 2005 йылдың 23 июнендә Украинаның Милли олимпия комитеты президенты була.

1999 йылдан Халыҡ-ара олимпия комитеты — МОК-тың, ә 2000 йылдан уның башҡарма комитеты ағзаһы.[4]. 2013 йылда году МОК президенты вазифаһына дәғәүә итте[5], әммә һайлауҙан үтә алманы[6].

2015 йылдың авгусында IAAF-тың Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда үткән конгресында Еңел атлетика федерацияларының халыҡ-ара ассоциацияһының беренсе вице-президенты итеп һайланды[7].

Донъя рекордтары үҙгәртергә

Сергей Бубка 35 тапҡыр донъя рекорды ҡуя.

Асыҡ һауалағы стадиондар (17 рекорд)

  • 5,85 м — Братислава, 1984
  • 5,88 м — Париж, 1984
  • 5,90 м — Лондон, 1984
  • 5,94 м — Рим, 1984
  • 6,00 м — Париж, 1985
  • 6,01 м — Мәскәү, 1986
  • 6,03 м — Прага, 1987
  • 6,05 м — Братислава, 1988
  • 6,06 м — Ницца, 1988
  • 6,07 м — Сидзуока, 1991
  • 6,08 м — Мәскәү, 1991
  • 6,09 м — Формия, 1991
  • 6,10 м — Мальмё, 1991
  • 6,11 м — Дижон, 1992
  • 6,12 м — Падуя, 1992
  • 6,13 м — Токио, 1992
  • 6,14 м — Сестриере, 1994

Ябыҡ ареналарҙа (18 рекорд)

  • 5,81 м — Вильнюс, 1984
  • 5,82 м — Милан, 1984
  • 5,83 м — Лос-Анджелес, 1984
  • 5,87 м — Осака, 1986
  • 5,92 м — Москва, 1986
  • 5,94 м — Лос-Анджелес, 1986
  • 5,95 м — Нью-Йорк, 1986
  • 5,96 м — Осака, 1987
  • 5,97 м — Турин, 1987
  • 6,03 м — Осака, 1989
  • 6,05 м — Донецк, 1990
  • 6,08 м — Волгоград, 1991
  • 6,10 м — Сан-Себастьян, 1991
  • 6,11 м — Донецк, 1991
  • 6,12 м — Гренобль, 1991
  • 6,13 м — Берлин, 1992
  • 6,14 м — Ливин, 1993
  • 6,15 м — Донецк, 1993

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Алдан килеүсе:
Виктор Фёдорович Янукович
Украинаның
Милли олимпия комитеты
Президенты

c 2005 йылдан
Һуңынан килеүсе:
Алдан килеүсе:
'
Украина йыйылма командаһының байраҡсыһы
Йәйге Олимпия уйындары, Атланта, 1996
Һуңынан килеүсе:
Евгений Браславец