Бронислава Длуска

поляк медицина хеҙмәткәре, "Радий институты"ның (хәҙер Онкология үҙәге — Мария Склодовская-Кюри исемендәге институт, Варшавала) беренсе ди

Бронислава Длуска (ҡыҙ фамилияһы — Склодовская) (пол. Bronisława Dłuska; 28 март 1865 йыл, Варшава — 15 апрель 1939 йыл, шунда уҡ) — поляк медицина хеҙмәткәре, "Радий институты"ның (хәҙер Онкология үҙәге — Мария Склодовская-Кюри исемендәге институт, Варшава) беренсе директоры.

Бронислава Длуска
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Польша
Тыуған ваҡыттағы исеме пол. Bronisława Skłodowska
Тыуған көнө 18 март 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Варшава, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Варшава, Польша Республикаһы[d]
Ерләнгән урыны Старые Повонзки[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Владислав Склодовский[d]
Әсәһе Бронислава Склодовская[d]
Бер туғандары Helena Skłodowska-Szaley[d], Юзеф Склодовский[d] һәм Мария Склодовская-Кюри
Хәләл ефете Казимир Длуский[d]
Балалары Helena Dłuska[d]
Нәҫеле Склодовские[d]
Һөнәр төрө гинеколог, онколог, табип
Эшмәкәрлек төрө гинекология[d] һәм медицина[2]
Уҡыу йорто Transilvania University of Brașov[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
крест Заслуги крест Независимости медаль Независимости золотой крест Заслуги командор ордена Возрождения Польши
Телгә алынған хеҙмәттәр Marie Curie: The Courage of Knowledge[d]
 Бронислава Длуска Викимилектә
Склодовскийҙар ғаиләһе: атаһы Владислав Склодовский һәм уның ҡыҙҙары Мария, Бронислава һәм Хелена. 1890

Биографияһы үҙгәртергә

Бронислава Долэнг гербына ҡараған әллә ни бай булмаған поляк дворянины ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе педагогтар була. Атаһы Владислав Склодовский — Варшавала егеттәр гимназияһы директоры. Бронислава — Мария Склодовская-Кюриның өлкән апаһы.

Апалы-һеңлеле Склодовскаялар — Мария менән Бронислава — артабан бер-бер артлы белем алыу өсөн тәүҙә алмашлап бер нисә йыл гувернантка булып эшләп алырға үҙ-ара килешә. Бронислава Польшала урта белем алғандан һуң, Парижда медицина институтында уҡый, ә был ваҡытта Мария бер нисә йыл тәрбиәсе-гувернант булып эшләй. Институтты тамамлағандан һуң Бронислава табип була.

1890 йыл тирәһендә Бронислава сәйәси эмигрант, революционер һәм табип Казимир Длускаға кейәүгә сыға һәм һеңлеһен үҙенә саҡырып ала. 1891 йылда Мария 24 йәшендә Парижға, Сорбоннаға барыу мөмкилегенә эйә була, унда ул химия һәм физика фәндәрен өйрәнә, ә был ваҡытта һеңлеһе уны уҡытыу өсөн аҡса эшләй.

1902 йылда Длускиҙар ғаиләһе, тыуған иленә ҡайтып, Закопанела тын юлдары ауырыуҙары, шул иҫәптән туберкулёз менән сирлеләр өсөн санаторий аса. В 1902—1918 йылдарҙа ире менән бергә табип-пульмонолог булып Казимир Длуска етәкләгән Косцелиско санаторийынды эшләй. Закопане һәм Косцелискола йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә. Закопонела Туғандарса ярҙам санаторийын һәм Татр Музейы өсөн яңы бина булдырыу инициаторы була.

Аҙағыраҡ, 1920-се йылдарҙың икенсе яртыһында Длускиҙар Варшава янында туберкулёз сиренә ҡаршы диспансер аса.

1930 йылда Бронислава һеңлеһе Марии Склодовской-Кюри үтенесе буйынса "Радий институты"н төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Институт төҙөлгөн мәлдә шунда күсенеп тора, ә аҙаҡ уға етәкселек итә башлай, Варшавала әле эшләп килгән Онкология үҙәге — института им. Мария Склодовская-Кюри исемендәге институттың тәүге директоры була.

1939 йылда вафат була һәм Варшаваның Иҫке Повонзки зыяратына ҡуйыла.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Bibliothèque nationale de France Bronisława Dłuska // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=js2017940248