Бронза - баҡыр иретмәһе, ғәҙәттә аҡ ҡурғаш төп ҡушылдыҡ булып тора, ләкин алюминий, кремний, бериллий, ҡара ҡурғаш һәм башҡа элементтар ҡушылған баҡыр иретмәләрен шулай ук бронзаға индерәләр. Мәгәр цинк ҡатнашмаһы (был еҙ ) һәм никель (был мельхиор) бронзаға индерелмәй. Ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ бронзаларҙа ла аҙ ғына күләмдә өҫтәмәләр: цинк, ҡурғаш, фосфор һәм башҡалар ҡушылған була.

Бронза
Рәсем
Етештереү ысулы бронзовое литьё[d]
Тығыҙлыҡ 8600 килограмм на кубический метр
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ 3[1]
 Бронза Викимилектә
Бронзанан ҡойолған статуэтка

Кеше аҡ ҡурғашлы бронзаны Бронза осоро башында иретергә өйрәнгән, һәм ул бик оҙаҡ ҡулланылып килгән. Хатта Тимер быуат башланыу менән дә бронза мөһимлеген юғалтмай.

Бронза, тығыҙлығы маркаһына һәм индерелгән ҡушылмаларына ҡарап, 7500-8700 кг / м³ тәшкил итә; иреү нөктәһе 930-1140 ° C.

Тарих үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем V мең йыллыҡҡа ҡараған иң боронғо бронза әйберҙәр Иран тау битендә һәм Сербиянең Плочник ауылы янында табылған. Рәсәйҙә иң боронғо бронза экспонаттарҙы 1897 йылда Рәсәй археологы Николай Веселовский Кубань йылғаһы төбәгендә ( Майкоп мәҙәниәте тип атала, б.э.т. IV мең йыллыҡтың икенсе яртыһы ) асҡан. Майкоп ҡурғандары бронзаһы, нигеҙҙә, баҡыр һәм мышаяҡ иретмәһенән тора. Тора-бара ныҡлы һәм һығылмалы металл турында мәғлүмәт Яҡын Көнсығышҡа һәм Мысырға барып етә. Бында аҡ ҡурғаш-баҡыр иретмәһенә күсеүҙән һуң, бронза иң мөһим декоратив материалдарҙың береһе булып китә.

Боронғо Башҡортостандың бронза археологик ҡомартҡылары үҙгәртергә

Көньяҡ Уралда бронза быуаттың иң иртә археологик ҡомартҡылары б.э.т. II мең йыллыҡ башына ҡарай. Башҡортостанда Бронза быуатҡа ҡараған яҡынса 600 ҡомартҡы табылған, уларҙың күбеһе Ағиҙел, Дим, Кама, Урал, Ыҡ, Әй һ.б. йылғалар бассейнында урынлашҡан. Көньяҡ Уралда баҡыр рудниктарын эшкәртеү энеолит осоронда башлана. Баҡыр рудаһы ятҡылыҡтарына айырыуса Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәре - Дим, Яйыҡ, Һаҡмар һ.б. йылғалар бассейндары бай.

Бронза ҡойоу эше м‑н шөғөлләнеү эҙҙәре - ҡойоу формалары, иретеү туҫтаҡтары һәм тигелдәре, шлак һәм баҡыр рудаһы бөртөктәре Айыт торамаһында, Баланбашта, Таулыҡай торамаһында һ.б. табылған. Бронза биҙәүестәр, хәнйәр, һөңгө осо, бысаҡ, ураҡ, балта, биҙәүестәр һ.б. бронза әйберҙәр киң ҡулланылыш тапҡан һәм сауҙа йәки алмашыу объекты булған [2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә