Бродский Николай Леонтьевич

Бродский Николай Леонтьевич (15 ноябрь (27 ноябрь) 1881 йыл[3], Ярославль — 5 июнь 1951 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1926). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945) кавалеры, К. Д. Ушинский исемендәге премия лауреаты. 

Бродский Николай Леонтьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 15 (27) ноябрь 1881
Тыуған урыны Ярославль, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 5 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2] (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Данилов зыяраты[d]
Һөнәр төрө тарихсы
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт ғилеме
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Файл:Бродский, Лебедев, Фаворский, Ильин на выставке рисунка Бориса Лебедева.jpg
Н.Ла. Бродский, И. Лебедев, А. В. Фаворский, Н. В. Ильин Борис Лебедев һүрәттәр күргәҙмәһен, 1940 йыл.

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Леонтьевич Бродский — оркестр музыканты улы. 1900 йылда гимназия, 1904 йылда Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Шул йылда уҡ үҙенең беренсе хеҙмәтен баҫта[4].

1904—1907 йылдарҙа Екатеринослав ҡалаһында Коммерция училищеһында уҡыта. 1907 йылда Мәскәүгә ҡайта. Бында Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия курстарында, Түбәнге Новгородтың Ҡала халыҡ университетында әҙәбиәт курсын уҡый. 1910 йылдан Рәсәй тел белемен һөйөүселәр йәмғиәтенең, 1911 йылдан Мәскәүҙәге әҙәбиәт тарихы йәмғиәте ағзаһы. 1916/1917 йыл сиктәрендә I Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезын ойоштороусыларҙың береһе.

Магистр имтихандарын тапшырып, приват-доцент (1918—1924), һуңынан Мәскәү университетының профессоры (1926) була, бында Тургенев семинарын етәкләй. 1922 йылдан шулай уҡ Сәнғәт фәндәре дәүләт академияһында ғилми эш алып бара, Смоленск университетында, Либкнехт исемендәге Индустриаль-педагогия институтында һәм Тверь педагогия институтында уҡыта.

1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939 йылда Бродскийға диссертация яҡламайынса «филология фәндәре докторы» дәрәжәһе бирелә. 1941 йылдан Донъя әҙәбиәте институтының рус әҙәбиәте бүлеген етәкләй.

Пушкин, Лермонтов, Тургенев, Белинский, Достоевский, Герцен һ. б. ижадын тикшереүсе; урат мәктәптәр өсөн рус әҙәбиәте буйынса күп кенә әсбаптар, театр тарихы буйынса мәҡәләләр, әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса белешмәләр авторы.

1947 йылдан РСФСР Педагогия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

1951 йылдың 5 июнендә вафат була, Мәскәүҙә Иваново зыяратында ерләнә, 36 уч..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
  • К. Д. Ушинский премияһы — «Комментарий к „Евгению Онегину“» (1950) китабы өсөн

Библиография үҙгәртергә

  • Замыслы Тургенева, «Вестник воспитания», кн. IX, 1916
  • Тургенев и русские сектанты, М.: Издательство литературного кружка «Никитинские субботники», 1922. — 48 с.
  • Тургенев в работе над романом «Накануне», «Свисток», № 2, 1922
  • Тургеневская юбилейная литературa, «Научные известия», сб. II, 1922
  • Житие великого грешника, сб. «Достоевский» (Документы по истории русской литературы и общественности), вып. I, М., 1922
  • Революционные мотивы русской поэзии / Совм. с В. Л. Львовым-Рогачевским. Л. : Колос, 1926. — 243 с.
  • А. С. Пушкин. биография, М., 1937
  • М. Ю. Лермонтов. биография, т. 1, 1814—1832, М., 1945
  • Избранные труды, М., 1964.
  • Лермонтов-студент и его товарищи
  • «Евгений Онегин», роман А. С. Пушкина. Комментарий. 1932. Переиздание: Мультиратура, 2005. — 352 с. ISBN 5-9740-0026-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Бродский Николай Леонтьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Bibliothèque nationale de France Nikolaj Leontʹevič Brodskij // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. По другим данным 3 (15) ноября
  4. Следы профессиональных сказочников в русских сказках // Этнографическое обозрение, 1904, № 2, с. 1-18.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Н. Л. Бродский. 1881—1951 // Литература в школе. — М., 1951. — № 5.
  • Крестова Л. Николай Леонтьевич Бродский // И. С. Тургенев: Новые материалы и исследования / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М. : Наука, 1967. — Т. 76. — С. 735—744. — 791 с. — (Литературное наследство / ред.: В. Р. Щербина (и. о. гл. ред.), Д. Д. Благой и др.; т. 76). — 7 500 экз. — ISSN 0130-3627.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [ Бродский Николай Леонтьевич] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Бродский Николай Леонтьевич — 1929—1939 йылғы Әҙәби энциклопедиянан мәҡәлә
  • Бродский, Николай Леонтьевич // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
  • Бродский Николай Леонтьевич (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 18 декабря 2017.