Бохара йәһүдтәре (Урта Азия йәһүдтәре, бухори, исроил йәки яхуди) —Рәсәй экспансияһы мәлендә Урта Азиялағы Коканд ханлығы, Бохара әмирлеге һәм Хиуа ханлығы ҡалаларында йәшәгән йәһүд диаспораһының этноконфессиональ һәм этнолингвистик төркөмсәһе; тажиҡ теленең бохара-йәһүд диалектын йөрөтөүселәр.

Бохара йәһүдтәре
Туған тел Йәһүд-тажиҡ диалекты[d]
Дәүләт  Израиль
 Америка Ҡушма Штаттары
 Европа Берләшмәһе
 Үҙбәкстан
 Канада
 Рәсәй
 Тажикстан
 Бохара йәһүдтәре Викимилектә

«Бохара йәһүдтәре» терминының килеп сығышы үҙгәртергә

 
IV быуат аҙағында Сәсәниҙәр дәүләте
 
Йәһүд малайҙары төркөмө уҡытыусылары менән. Сәмәрҡәнд (С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1905—1915 йылдар)
 
Сәмәрҡәндтә йәһүд уҡыусылары уҡытыусыһы менән. 1905—1915 йылдар.
 
Бохара йәһүд ҡыҙҙары Сәмәрҡәндтә. 1905—1915 йылдар.
 
Йәш йәһүд ҡыҙы Малка, 1871—1872 йылдар.

Бохара йәһүдтәре термины Бохара ҡалаһы йәһүдтәрен һәм Бохара әмирлеге йәһүдтәрен аңлата. Йәһүдтәр Бохара әмирлегендә генә түгел, уның менән күршеләш Хиуа ханлығында һәм Коканд ханлығында ла йәшәгән, шуға күрә уларға ҡарата Урта Азия йәһүдтәре дөйөм термины ла ҡулланылған. Урта Азия йәһүдтәре үҙҙәрен йәһүди, исроил һәм джиут тип йөрөткән. Эргә-тирәләге халыҡ уларға ҡарта зороастризм Сәсәниҙәр дәүләте осоронан ҡалған терминдар ҡулланған: : джугут/джуһуд/джууд/джээт/джут (johūd һәм jahūd-тан алынған)[1].

Урта Азия Рәсәй империяһына ҡушылғанға тиклем Урта Азиянан килгән сауҙагәр-йәһүдтәргә ҡарата шулай уҡ йәһүд-азиат термины ҡуллыныла. Ҡушылғандан һуң (1850—1873 йылдарҙа) элекке Коканд ханлығы йәһүдтәрен — ерле йәһүдтәр (туземные евреи), ә вассал Бохара әмирлеге йәһүдтәрен — Бохара йәһүдтәре тип йөрөтәләр. Әлеге терминдар юридик төҫкә эйә була. Вассал Хиуа ханлығы йәһүдтәре көсләп мосолманлыҡҡа әйләндереләләр (1700-се йылдарҙың аҙағында) һәм 1800-се — 1900-се йылдар башына ҡатнаш никахтар арҡаһында мосолмандар (төркмәндәр һәм үзбәктәр) араһында юғалалар[2].

Октябрь революцияһынан һәм Рәсәй империяһы ҡыйратылғандан 1924 йылдаУрта Азияның милли-территориаль ыҙанлауы башлана һәм СССР составында милли республикалар ойошторола. 1925 йылдың 10 февралендә Үзбәк ССР-ының башлығы Юлдаш Aхунбаев Урта Азия йәһүдтәрен этник төркөм итеп таныу буйынса указ сығара, шул ваҡыттан, күрәһең, Бохара йәһүдтәре йәки Урта Азия йәһүдтәре термины этник билдәләнеш булараҡ нығынып ҡалған, шул уҡ ваҡытта паспорттарҙа улар йәһүдтәр тип кенә яҙылған була. Шулай уҡ майҙа милләт тигән термин да ғәмәлдә булған, йәғни милли аҙсылыҡ.

СССР-ҙағы үҙгәртеп ҡороу осоронда (1985 йылда башлана) һәм 1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң Урта Азия йәһүдтәрҙең күпселеге АҠШ-ҡа, Канадаға, Австрияға, Германияға һәм Израилгә күсеп китә. АҠШ-та һәм Канадала ошондай үҙ-атамалар билдәле: йәһүдтәр һәм Jews, Бохара йәһүдтәре һәм Bukharan/Bukharian Jews, Bukharians (бохарҙар), Bukhara of jews (йәһүдтәр/Бохара йәһүдтәре), Bukharian Community (Бохара мәхәлләһе). Израилдә: бохаралылар/бохаралар һәм бухарим (бохар), бохар йәһүдтәре, бохара мәхәлләһеһәм эда бухарит (бохара мәхәлләһе), йеһудэй Бохара /яҳудыени Бухоро (йәһүдтәр/Бохара йәһүдтәре), Бохара яһадут (Бохара йәһүдлеге.

Миграция ағымы үҙгәртергә

1827 йылдан алып Ховевей Цион хәрәкәтенән Бохара йәһүдтәре Иерусалимға барып етәләр.

1868 йылдан алып Беренсе донъя һуғышына тиклем Бохара тирәһендә йәшәгән 16 мең кешенән 1500 кеше Иерусалим ҡалаһына күсенә.

1917 йылғы революциянан һуң Рәсәй империяһында, 1920—1930 йылдар араһында, яҡынса 4 мең Бохара йәһүде Афғанстан һәм Фарсы аша Фәләстанға ҡаса. 800 тирәһе кеше үлтерелә йәки юлда аслыҡтан үлә.

1970-се йылдарҙа Советтар Союзын ташлап сыҡҡан 17 мең Бохара йәһүденән 15, 5 кеше Израилдә йәшәй башлай, ҡалғандары — АҠШ-та, Канадала һәм Австрияла.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң эмиграция көсәйә, һәм Бохара йәһүдтәренең күпселеге Израиль, АҠШ, Австрия һәм башҡа илдәргә күсеп китә.

Аралашыу телдәре үҙгәртергә

Бохара теле тип исемләнгән традицион йәнле һөйләү теле фарсы сәмәрҡәнд-бохара диалектының бохар-йәһүд төрө йәки тажиҡ теленең йәһүд диалектынан ғибәрәт. Башҡа телдәр үзбәк һәм урыҫ, иврит (Израилдәге репатрианттарҙа), шулай уҡ йәшәгән илдең теле. АҠШ-та, Канадала, Европала һәм Израилдә йәшәгән яңы быуын үзбәк һәм фарсы телдәрен бик тиҙ юғалта бара. Урыҫ теле бохара-йәһүд гәзиттәре теле булараҡ әлегә һаҡланып килә (Bukharian The Times).

Демографик хәле үҙгәртергә

Төп мәхәлләләр үҙгәртергә

 
Урта Азия йәһүдтәре мәхәлләһе. 1890 йылғы фотоһүрәт

Төп мәхәлләләр Урта Азия республикаларының күп кенә ҡалаларында урынлашҡан була: Үзбәкстанда — Ташкент, Сәмәрҡәнд, Бохара, Навои, Хатырчи, Шаһрисабз, Каршы, Катт-Курган, Коканд, Андижан, Маргилан, Фергана, Тажикстанда — Дүшәмбе, Худжанд, Ҡырғыҙстанда — Фрунзе (Бишкәк), Ош , Төркмәнстан — Мерв, Байрамали, Чарджоу һәм Керки, шулай уҡ Ҡаҙағстанда — Чимкент (Шымкент), Джамбул (Тараз), Ҡаҙалы һәм башҡа ҡалаларҙа.

Һаны үҙгәртергә

 
Бохара йәһүд ҡыҙҙары. 1900 йыл.

Урта Азия халҡы буйынса статистик мәғлүмәттәр нигеҙендә Бохара йәһүдтәрҙең һаны:

  • 1800-се йылдар аҙағында — 16 мең,
  • 1910-се йылдарҙа — 20 мең,
  • 1920-се йылдар аҙағы — 1930-се йылдар башында — 20 мең,
  • 1950-се йылдар аҙағында — 25 мең,
  • 1960-се йылдар аҙағы — 1970 йылдар башында — 30 мең кеше.

1970-се йылдарҙа СССР-ҙан яҡынса 17 мең Бохара йәһүде эмиграциялана.

1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Советтар Союзында 1980-се йыл башына Бохара йәһүдтәренең һаны 40 мең кеше тип билдәләнә. 1987 йылға ҡарата донъяла бохара йәһүдтәренең дөйөм һаны (Израилдәге һәм көнбайыштағы өсөнсө быуынды иҫәпкә алғанда) — 85 мең, шул иҫәптән 45 мең самаһы кеше Советтар Союзында йәшәй, 32 мең — Израилдә һәм 3 меңгә яҡын — башҡа илдәрҙә.

Бөгөн Израилдә Бохара йәһүдтәренең донъяла иң ҙур мәхәлләһе бар — 150 мең тирәһе кеше. АҠШ-та һәм Канадала яҡынса 60 мең Бохара йәһүде йәшәй, уларҙың 50 меңе — Нью-Йоркта. Бохара йәһүдтәренең күпселек өлөшө Нью-Йорктағы Форест-Хилс районында йәшәй. Унда инглиз телендә «Bukharian times» гәзите сыға. Ҡалғандары Төнььяҡ Америкала йәшәйҙәр — Аризона, Флорида, Калифорния, Джорджия, Торонто, Монреалдә һәм башҡа урындарҙа.

2002 йылғы иҫәп алыу буйынса, Рәсәйҙә 54 кеше һәм 1 кеше Украинанан үҙҙәрен бохара йәһүде булараҡ индентификациялаған.

Тарихы үҙгәртергә

Монгол империяһы Сыңғыҙхандың улдары араһында бүленгәндән һуң, Урта Азия төбәге өлөшләтә Һулағуиҙҙар дәүләте, өлөшләтә Алтын Урҙала, өлөшләтә Сағатай улусында булып сыға. Бөтә ошо дәүләттәрҙә йәһүдтәр йәшәүен дауам итә.

Йәһүдтәрҙең Урта Азияға төпләнеү тарихынан үҙгәртергә

 
Яңы эраға тиклем VI быуат. Әхәмәниһҙәр фарсы дәүләте Яңы Бабилия батшалығын һәм Урта Азия төбәген үҙ эсенә ала. Йәһүдтәр бөтә дәүләткә тарала.

.

Урта Азияла тәүге йәһүдтәрҙең барлыҡҡа килеүе Әһәмәниҙәр дәүләте осорона ҡарай (беҙҙең эраға тиклем 500-се йылдар). Улар боронғо арамея телле һәм боронғо иврит телле йәһүдтәр (евреи-иудеяне) була. Иудеян тип Навуходоносор II әсирлеккә алған Иудея батшалығы йәһүдтәрен атағандар, улар Бабилияға б.э. т. 598/597 йылдан башлап сығарыла. Еврей- иудеяндар үҙҙәрен йеһудым (йеһуды), йәғни йәһүд тип йөрөткәндәр.

Йәһүдтәр Бабилия әсирлегендә бик оҙаҡ булмайҙар. Яңы эраға тиклем 539-сы йылда фарсы батшаһы Бөйөк Кир II Яңы Бабилия батшалығын яулап ала һәм йәһүдтәргә үҙ илдәренә ҡайтырға рөхсәт итә. Әммә йәһүдтәрҙең барыһы ла үҙ иленә ҡайтмай, күптәре ерҙәре булмау сәбәпле, сит ерҙәрҙә ҡалыуҙы хуп күрәләр, улар хәрби хеҙмәт өсөн ер биләмәһен алыр өсөн фарсы армияһына хеҙмәткә инәләр.

Билдәле булыуынса, Бөйөк Кир II яңы эраға тиклем 530 йылда Урта Азия төбәгендә массагет күсмә халҡы менән һуғыша, шул ваҡытта йәһүдтәр Урта Азия ерҙәренә килеп төпләнгән, тип фаразлап була. Бөйөк Кир II һәләк буғандан һуң 47 йыл үткәс, б .э. т. 483 йылда "Эстер китабы"нда бер нисә тапҡыр Ахашверош фарсы батшаһы хакимлығы осоронда йәһүдтәр мәхәлләләр булып Фарсы дәүләтенең бөтә өлкәләрендә лә урынлашҡан.

Йәһүд күскенселәренең Урта Азияға икенсе ағымы Артаксеркс III осоронда, Ахашверондың вафатынан 85 йыл үткәс, барлыҡҡа килә. Был юлы йәһүдтәр хәҙерге көньяҡ-көнбайыш Төркмәнстан һәм төньяҡ Иран территорияларына күсенә[3] «Йәһүд халҡының боронғолоғо. Апионға ҡаршы» әҫәрендә Иосиф Флавий «беҙҙекеләрҙең бик күп меңдәрен перстар Бабилияға алып киттеләр» тип яҙа. Артаксеркс III осоронда йәһүдтәрҙе урындарынан ҡыуып сығарыу тураһында башҡа сығаныҡтарҙан да билдәле: Солин, Евсевий, Орозий, Синцел, улар (аҙаҡҡы өсәүһе) йәһүдтәрҙе Каспий диңгеҙендәге Гирканияға ҡыуып сығарыу тураһында яҙыла. Синцел тағы ла Бабилияны өҫтәй[4]

Өсөнсө йәһүд төркөмө Урта Азия төбәк ерҙәренә ошо ваҡиғаларҙан 20 йыл үткәндән һуң, полководец Искәндәр Зөлҡәрнәй ғәскәре составында, яңы эраға тиклем 330 йылда килә. Искәндәр Зөлҡәрнәй Әһәмәниҙәр дәүләтенә ҡаршы хәрби поход башлай һәм яңы эраға тиклем 332 йылда йәһүд халҡы менән осраша. Риүәйәттәр буйынса, Искәндәр йәһүдтәргә яҡшы ҡарашта булған. Улар Искәндәрҙең ғәскәренә инәләр һәм Урта Азияға тиклем барып етәләр.

Дүртенсе йәһүд төркөмө Урта Азияға 42 йылдан һуң килә, б.э. т. 288 йылда, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең диадохы Селевк I Никатор осоронда.

Күскенселәрҙең был ағымы тураһында мәғлүмәттәрҙе Иосиф Флавий «Йәһүд боронғолоҡтары» әҫәрендә бирә. XII китаптың 3 киҫәгендә Флавий йәһүдтәрҙең эллин батшаларында ниндәй хөрмәткә ҡаҙанғандары тураһында яҙа. Селевк I Никатор уларҙы Урта Азияла үҙе булдырған ҡалаларҙа урынлаштыра, гражданлыҡ хоҡуҡтарын бирә һәм уларҙы македондар һәм гректар менән тиңләй.

Йәһүдтәрҙең Урта Азияла йәшәүе тураһында тәүге археологик раҫлауҙар 1954 йылда Мерв оазисында совет тикшеренеүселәр тарафынан табыла. Синагога ҡалдыҡтары, шулай уҡ йәһүд яҙыуҙары һәм исемдәре менән һауыт-һаба ярсыҡтары табыла[5].

Парфия империяһы үҙгәртергә

Яңы эрға тиклем 115 йыл тирәһендә парфия династияһының вәкиле Митридат II осоронда Мерв оазисы халҡы менән бергә баҫып алына һәм йәһүдтәр яйлап Парфия баш ҡалаһы Нисаға күсенә башлайҙар. 100 йыл үтеүгә Ниса йәһүдтәре аралашыу өсөн парфия теленә күсәләр. Бындай парфия телле йәһүдтәр тураһында «Апостолдар эштәре» китабында телгә алына. Китапта улар сит ил сәйәхәтселәре булараҡ һәм Иисус Христостың ун ике апостолы менән аралашҡан булып күрһәтелгән. Сәйәхәтселәрҙең бер өлөшө бынан һуң суҡына. Шулай итеп, апостолдарҙың эшмәкәрлегенә бәйле Парфия батшалығында байтаҡ ҡына йәһүд-христиандар барлыҡҡа килә.

Икенсе Йәһүд Һуғышы үҙгәртергә

Парфия йәһүдтәре 115—117 йылдарҙағы Икенсе Йәһүд Һуғышында император Траян менән римляндарға ҡаршы әүҙем ҡатнаша, алыштар Месопотамия территорияһында ла бара һәм римляндарҙың еңеүе менән тамамлана. Айырым йәһүд өҫтәмә көстәре һуғышҡа Парфия империяһының Урта Азия өлкәләрәнен дә булғандар, тип фаразлана.

Сәсәниҙәр дәүләте үҙгәртергә

Яңы эраның 224 йылында Парфия дәүләте урынында Сәсәниҙәр дәүләте барлыҡҡа килә. Фарсы теленәдә йәһүд джахуд тип әйтелә.

Был ваҡытта прозелитизм киң таралыу ала[6]. Шаһиншаһ Шапур II-нең әсәһе йәһүд диненән була — ҡушан ҡыҙы Ифра Ормизд. Дәүләттә бик күп йәһүдтәр йәшәй һәм улар уникаль дине менән яңы кешеләрҙе үҙҙәренә йәлеп итәләр.

Яңы эраның 300-се йылдарында Урта Азия Мерв оазисындағы йәһүдтәр тураһында Бабилия Талмудында телгә алына[7]. Һис шикһеҙ, был йәһүд мәхәлләһе Селевкид батшалары осоронанбында йәшәгән йәһүдтәр.

 
Баһрам үҙенең һүрәтен тәңкәләрҙә эшләгән

399 йылдан 420/421 йылдарға тиклем Сәсәниҙәр дәүләтендә йәһүд шаһтың ҡыҙы Шошандухт батшабикә була. Шаһтың уртансы улы Баһрам Сәсәниҙәр дәүләтендә 420\ 421 йылдарҙа шаһишаһ була.

Асылда, Бохара ҡалаһы тирәһендә йәһүд мәхәлләһе барлыҡҡа килеүе шаһиншаһ Баһрам (йәһүд Шошандухтың улы) менән бәйле[8]. Баһрам V эфталиттарға, уларҙың үтенесе буйынса, сик буйы итеп бер урын күрһәтә[9].

Эфталиттар һәм Фарсы араһында Баһрам сик буйы итеп күрһәткән урын — Бохара ҡалаһы районы, унда фарсы сик буйы һаҡсылары урынлаша, йәһүдтәр улар араһында булыуы билдәле. Улай ғына ла түгел, Баһрам үҙенең кесе туғаны Нарсәне Хөрәсән провинцияһы наместнигы итеп тәғәйенләй. Асылда, Хәрәзм ҡалаһында йәһүд мәхәлләһенең барлыҡҡа килеүе Нарсә менән бәйле[10].

Йәһүдтәр Хөрәсән провинцияһында Мерваны ғәрәптәр 652 йылда яулап алғанға тиклем йәшәйҙәр.

Ғәрәп хәлифәлеге һәм Хазар ҡағанаты үҙгәртергә

ғәрәптәр Мервты яулағанға тиклем үк унда Сәсәниҙәр осоронан йәһүдтәр, христиандар һәм зороастрийсылар йәшәгән. 87 йыл үткәндән һуң да улар Ат-Тарабий тарафынан «Пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар тарихы» китабында телгә алына[11]. бында телгә алынған жизйә (яһаҡ), зимми статусына эйә булған халыҡҡа һалына, йәғни, зороастрийсыларға, йәһүдтәргә һәм христиандарға.

Ә шул уҡ ваҡытта Ғәрәп хәлифлеге менән күрше булған Хазар ҡағанатында үҙҙәренең полководецы Булан йоғонтоһо аҫтында хазарҙар йәһүҙилеккә күсәләр. 700-се йылдар уртаһында Урта Азияның бер өлөшө, атап әйткәндә, Хәрәзм, бер нисә тиҫтә йылға Хазар ҡағанаты составына инә, шунда мосолман Хөрәсәндән һәм Мәреүәннаһрҙан йәһүдтәрҙең бер өлөшө күсенә. Хөрәсәндә һәм Мәреүәннаһрҙа ҡалған йәһүдтәр Хазар ҡағанаты менән бәйләнеште «Раданита» сауҙа корпорацияһы аша тоталар[12]. был осорҙа Сәмәрҡәнд Мәреүәннаһрҙың баш ҡалаһы була, унда әмир Наср I, Сәмәнхоҙаның бүләһе хакимлыҡ итә, һәм һөҙөмтәлә, 800-се йылдарҙа, раданиттар арҡаһында, ҡалала ҙур йәһүд мәхәлләһе барлыҡҡа килә.

Ике быуат дауамында хазарҙар иудаизмға инаналар һәм ошо ваҡыт эсендә йәһүд мәхәлләләре Хазар ҡағанаты аша Персиянан һәм Урта Азия төбәгенән көнсығыш славяндар ерҙәренә тиклем барып етәләр.

968/969 йылда Хазар ҡағанаты ҡолатылғандан һуң баш ҡала халҡы Урта Азия төбәгенә күсенәләр һәм Хөрәсән һә Мәреүәннаһр йәһүдтәре араһына инеп китәләр[13].

Ғәзнәүиҙәр, Ҡараханиҙар, Сәлжуктәр, Ҡараҡытайҙар, Хәрәзмшаһтар үҙгәртергә

Артабан 200-ҙән ашыу йылдар дауамында Урта Азияла төбәгендә Ҡараханиҙар, Ғәзнәүиҙәр, Сәлжуктәр, Ҡараҡытайҙар, Хәрәзмшаһтар хакимлыҡ итәләр. Бөтә ошо осор дауамында Йәһүдтәр Урта Азия ерҙәрендә йәшәйҙәр.

Монгол империяһы үҙгәртергә

1219 йылда Урта Азия төбәген Сыңғыҙхан етәкселегендәге монголдар яулап ала. 1220 йылд монголдар Бохараны һәм сәмәрҡәндте яулайҙар, ә 1221 йылда — Ургенчты һәм Мервты. Урта Азия ҡалалары бик ҡаты яулап алыныуына ҡарамаҫтан, монголдар баҫып инеүенән 20 йыл үткәс, 1240 йылда йәһүдтәр Бохарала тарихсы Ибн-әл Фувати тарафынан телгә алына[14].

Сағатай улусы, Һулағуиҙҙар дәүләте, Алтын Урҙа үҙгәртергә

Монгол империяһы Сыңғыҙ хан улдары араһында бүленгәндән һуң, Урта Азия төбәге өлөшләтә ике дәүләткә ҡарай: Һулағуиҙҙар, Алтын Урҙа һәм Сағатай улусына. Йәһүдтәр ошо дәүләттәрҙә йәшәүен дауам итә.

Алтын Урҙалағы Гүрганжа ҡалаһында 1300 йылдарҙы беренсе яртыһында йәһүдтәрҙең йәшәүе тураһында әл-Умари үҙенең «Пути взоров по государствам разных стран»" китабында яҙа[15]. Телгә алынған йәһүдтәр һәр хәлдә Гүрганж ҡалаһында Хәрәзмдән Хазар ҡағанатына 968/969 йылдарҙа күсеп килгәндән алып йәшәгән.

Ошо уҡ йылдарҙа Сағатай улусында Сәмәрҡәнд баш ҡалаһы) йәшәгән йәһүдтәр тураһында ибн-Баттута үҙенең «Сәйәхәт» китабында яҙып ҡалдырға[16].

Тимериҙар империяһы үҙгәртергә

 
Бохара. 1901-1906 йылдарҙағы фото

Тимериҙар осоронда йәһүдтәр Бохарала ла йәшәгән, быны Бохараның Оло Синаногаһы раҫлай, был синанога 1300—1900 йылдарға тиклем ғәмәлдә була. Шулай уҡ улар 1720 йылға тиклем Сәмәрҡәндтә лә (ер тәтрәүгә тиклем) һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәгәндәр.

Үзбәк ханлыҡтары үҙгәртергә

XVI быуат башында Мөхәммәт шәйбани етәкслегендә күсмә үзбәктәр Тимерҙәр Урта Азияһына бәреп инәләр һәм Шәйбәниҙәр дәүләтен булдыралар (һуңынан- Бохара һәм Хиуа ханлыҡтары). Ошо уҡ ваҡытта Фарсыла хакимлыҡҡа Исмәғил Беренсе етәкселегендә сәфәүиҙәркилә. әлеге сәйәси ваҡиғалар Фарсы һәм Әзербайжан, шулай уҡ Урта Азия һәм Афғанстан йәһүдтәренең үҙ-ара бәйләнештәрен ҡырҡа кәметә. бынан һуң берҙәм йәһүд төркөмө ике төркөмсөккә бүленә — иран-көнсығыш Кавказ йәһүдтәре һәм Урта Азия-афған йәһүдтәре. 1747 йылда афған ерҙәрендә Дурраний империяһы булырыу сәбәпле Урта Азия-афған төркөмсәге тағы ла икегә бүленә: афған йәһүдтәренә һәм көнсығыш Кавказ йәһүдтәренә (былары Әзербайжан ханлығы ерҙәрендә ҡала).

1601 йылда Бохара ханлығында хакимлыҡ Шәйбәниҙәрҙән Әштәрханиҙарға күсә. XVI—XVII быуаттар араһында Бохарала киң билдәле шағир Хажийи бохари ижад итә.

Яҡынса 1620 йылда Бохара ҡалаһында әлеге ваҡыттағы синагога төҙөлә[17].

1600-сы йылдарға ҡарата йәһүд шағиры Элиша Бен Шмуэль Рәғиб Сәмәрҡәндиҙың әҙәби эшмәкәрлеге билдәле.

1688—1755 йылдарҙа шағир Йәһүди Йософ Бен Исхаҡ Бохари ижад итә. Уның ҡәләме аҫтынан бик күп юғары художестволы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәр сыға, улар иҫәбендә — бер нисә ғәзәл, Муса пәйғәмбәрҙең шәхесе данланған «Мөхәммәс» поэмаһы, шулай уҡ "Ете ағалы-ҡустылы"поэмаһы. Уның уҡыусылары (уларҙы бер дөйөм исем аҫтында йөрөтәләр — мулло) фарсы поэмаларына йәһүд сюжеттарын индерәләр һәм үҙҙәре лә фарсы шиғриәтен ентекле өйрәнәләр. Уларҙың поэмалары йәһүд шрифты менән яҙылған, ошо уҡ шрифт менән улар Бохара йәһүдтәре өсөн Низами, Хафиз кеүекфарсы классиктарын таныштыралар, шулай уҡ йәһүд шиғырҙарын фарсыға тәржемә итәләр, мәҫәлән, Нагар Израилдең поэмаларын[18].

1721 йылда Хиуа, Бохара һәм Коканд (1709 йылда Бохара ханлығынан бүленеп сыға) ханлыҡтарына Петр I-нең илсеһе Флорио Беневени килә, ул да үҙенең яҙмаларында йәһүдтәрҙе телгә ала: туҡымаларҙы буяу менән шөғөлләнеүен билдәләй[19].

1740 йылда Бохара һәм Хиуа ханлығы ханлыҡтары (Коканд ханлығынан тыш) Нәдир-шаһ контроле аҫтына күсәләр. Башта Нәдир шаһ, башҡа хакимдар кеүек, йәһүдтәргә ҡарата ҡаты ҡылана, Хәмәдандә йәһүдтәрҙе талау ойошторола[20], ләкин һуңынан Нәдир-шаһ уларҙы ҡурсалай башлай. Легенда буйынса, был мөғжизә арҡаһында булған[21].

1743 йылда Нәдир шаһ үҙенең баш ҡалаһы Мәшһәдкә Ҡәзвиндән күп кенә йәһүд ғаиләләрен күсерә һәм уларҙы уның ҡаҙнаһы менән идара итеүҙе йөкмәтә. Быға тиклем Мәшһәдтә йәһүд мәхәлләһе булмай, хатта унда уларға инергә лә ярамаған була, сөнки ҡалала Имам Реза Мавзолейы урынлашҡан. Нәдир шаһтың ҡурсауы арҡаһында йәһүдтәр тиҙ арала ҡаланы эре халыҡ-ара сауҙа үҙәгенә әүерелдерәләр[22]. Йәһүд күскенселәре шулай уҡ Бохара һәм Сәмәрҡәндкә лә күсеп ултыралар[23]. Ҡош-хаус гузарында 1880-се йылдарға тиклем синанога ғәмәлдә булған[24].

Шулай итеп, Нәдир шаһ йәһүдтәрҙең эҙәрлекләүен туҡтата[25];элек улар өсөн тыйылған булған Мәшһәдкә (шииттар ҡалаһы) күсерә, ҡаҙна менән идара итергә рөхсәт итә; Фарсынан Сәмәрҡәндтәге мосолман гузарҙарҙарында йәшәргә һәм синанога төҙөргә рөхсәт бирә.

Нәдир шаһ 1747 йылда үлетерлә, бынан һуң мосолмандар яғынан йәһүдтәрҙе ҡыйырһытыуҙар башлана[22]. Тиҙҙән Манғыттар династияһынан Мөхәммәт рәхим власҡа килә. Уның хакимлығы осоронда йәһүдтәрҙе тулыһынса тиерлек исламға көсләп индерәләр һәм йәшерен рәүештә иудаизмға табынған чала (һүҙмә-һүҙ: тегеләй ҙә, былай ҙа түгел) мәхәлләһе барлыҡҡа килә[26].

1774 йылда әсирлеккә эләккән һәм туғыҙ йылдан ҡасҡан Филипп Ефремов үҙенең китабында, Бохарала төрлө халыҡтарҙы, йәшәү рәүешен тасуирлай һәм йәһүдтәрҙе телгә алып, улар «слободала» йәшәй һәм һөнәрселек менән шөғөлләнә, ебәк етештереләрә, тип яҙа[27].

Артабан йәһүдтәрҙең мосолманлыҡҡа көсләп әүерелдереүе 1700-се йылдар аҙағында[26] Хиуа ханлығында дауам итә.

1-се Манғыт Мөхәммәт Рәхим хандың һәм 2-се Манғыт Дәниәл бейҙең вафатынан һуң 1785 йылдан алып Шаһморат исемле хаким осоронда Бохара ханлығы бохара әмирлеге тип атала башлай. Шаһморат хакимлығына «Диндар Хоҙайдада мулла иҫтәлегенә» поэмаһының сюжет ҡарай[28], был әҫәрҙә Хоҙайдада исемле йәһүд тураһында бәйән ителә, ул исламды ҡабул итеүҙән баш тартҡан өсөн Мәсъүм хан уны язаларға ҡуша, тип бәйән ителә[29].

Хиуа һәм ханлыҡтарындағы йәһүдтәргә ҡарата күрһәтелгән түҙмәүсәнлек Фарсынан, сәфәүиҙәр династияһы осоронан, килгән тигән фараз бар[25][30] . Йәһүдтәрҙең хәле бер аҙ сәфәүиҙәр шаһы Ғәббәс I (1629 йылда вафат булған) осоронда еңеләйтелә, әммә уның хакимлығының аҙаҡҡы йылдары һәм 17 быуаттың икенсе яртыһы яңы эҙәрлекләүҙәр менән билдәләнә. Йәһүдтәргә тәүмәүсәнлек артабан Ғәббәс II (1642—1667), Сәфи II Сөләймән (1666-94), һәм һуңғы сәфәүиҙе Солтан-Хөсәйен (1694—1722) һаҡланып килә, сөнки хакимлыҡ фанатик шиит руханиҙары ҡулында була[31].

1793 йылда Бохараға Израиль Еренән Рав Йосеф Маман килә, һәм ул Бохара йәһүҙилегенең рухи дидеры булып китә. Ул фарсы ғибәҙәт ҡылыу каноны урынына сәфәрд канонын индерә. Рав мосолман абруйлы диндарҙары менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға өлгәшә һәм йәһүдтәрҙе төрлө ыҙаларҙан ҡотҡара.

1802 йылда Бохара йәһүдтәре тәүге тапҡыр урыҫ йәһүдтәре менән бәйләнеш булдыралар[32].

Бохара йәһүдтәренең хатын Рәсәй имперяһы Могилев губернаһы Шклов ҡалаһы йәһүдтәре ала. Артабан уларҙың бәйләнештәре нығына.

1820 йылда Бохараға Рәсәй илселеге килә. Илселек ҡатнашыусыһы Е. К. Мейендорф «Ырымбурҙан Бохараға сәйәхәт»[33] китабында Урта Азия йәһүдтәре тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр ҡалдырған, улар 800 йорт биләй (ҡала халҡынан 10 %) һәм үҙҙәре тураһында, 700 йыл элек Сәмәрҡәндтән килдек, тип һөйләйҙәр. Мейендорф фекеренсә, Азияла иң ҙур йәһүд диаспораһы Бохарала йәшәй («Мәшхәдтә 300 йәһүд йорто, Шаһрисәбздә — 30, Балхала — шулай уҡ, Сәмәрҡәндтә һәм Гератала — 10 ғына, Хиуала — 4, Бадахшанда, Кокандта һәм Ҡашғарҙа йәһүд халҡы юҡ»). Шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡта Сәмәрҡәндтә улар күберәк йәшәй, тик мосолман кварталдарында. Хиуала йәшәгән йәһүдтәр башлыса 1700-сы йылдар аҙағында мосолманлыҡты ҡабул ителәләр, шуға күрә улар ҙа билдәләнмәй. Өсөнсө главала ул, дәүләттә 4000 йәһүд йәшәй, тип яҙа. Мейендорф, башҡа сәйәхәтселәрҙең һүҙҙәрен ҡабатлап, йәһүдтәр туҡыма буяу һәм эсемлек эшкәртеү менән шәғәлләнәләр, тип яҙа. Ташкеттағы диаспора тураһында бер һүҙ юҡ, әммә ысынында 1820 йылда Ташкентта йәһүд мәхәлләһе булыуы билдәле.

Рухи дидер Йосеф Мамандың 1823 йылда вафатынан һуң Бохара йәһүдтәре Израиль Еренә күсенә башлай.

1800 йылдың беренсе яртыһында исламға мәжбүри әйләндереүҙең икенсе тулҡыны чала мәхәлләләре һанын күпкә арттыра. Чалаларҙың ҡалдыҡтары Урта Азияла хәҙерге ваҡытҡа тиклем ғәмәлдәләр, башлыса Бохарала. Уларҙың күпселеге паспорт буйынса үзбәктәр.

Бохара әмирлегендә закон буйынса йәһүдтәргә тәғәйенләнгән ҡоролмалар мосолмандарҙыҡына ҡарағанда ярты аршынға түбәнерәк булырға тейеш була, уларға мосолмандарҙан ер һәм йорттар һатып алырға, игенселек менән шөғөлләнергә тыйыла.

Бохара ҡалаһында йәһүдтәр мосолмандарҙан айырым өс квартал — мәхәлләләрҙә йәшәйҙәр: Махалляй-Кухна (Иҫке мәхәллә), Махалляй-Нав (Яңы мәхәллә) һәм Амиробод (Әмир ҡалһы).

Сәмәрҡәндтә йәһүд кварталы (Махалляи-Яхудиён) ҡаланың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡа. Сәмәрҡәндтәге 1891 йылда төҙөлгән «Канесои Гумбаз» синагогаһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Профессор М. М. Абрамов мәғлүмәттәре буйынса, Бохара йәһүдтәре йәшәгән Махалляи-шарк (йәки Махалляй-Яхудиён) кварталы XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Сәмәрҡәндтең үҙаллы бер өлөшө тип һанала. Квартал менән йәмғиәт тәғәйенләгән калонтар (староста) етәкселек итә. Кварталда йәмәғәт үҙәге була; мунса, синагога, сәйхана, кәсеселәр оҫтаханалары, башлыса, буяусылрҙың, итекселәрҙең, тегеүселәрҙең; ҙур булмаған баҙар, башланғыс мәктәп-хедер[34]. 1843 йылда квартал рәсми статусын ала, сөнки Бохара әмире Насрулла йәһүдтәргә ер һата, улар шунда үҙҙәренең кварталы барлыҡҡа килтерә.

Рәсәй империяһы үҙгәртергә

Рәсәй протектораты урынлашҡандан һуң Бохара әмирлеге йәһүдтәре өсөн ғәмәлдә булған бөтә тыйыуҙар һәм сикләүҙәр бөтөрөлә. Уларға алмашҡа ерле йәһүдтәр һәм Бохара йәһүдтәренә бүлеү индерелә. Ерле (туземный) йәһүдтәр үҙенең Төркөстан крайы территорияһында йәшәүен документтар менән дәлилләргә тейеш була. Ерле йәһүдтәр Рәсәй подданыйҙары булып һаналалар, сауҙагәрҙәргә бөтә край территорияһындаһәм Европа Рәсәйенең эре ҡалаларында иркен рәүештә сауҙа итергә рөхсәт ителә.

Бохара йәһүдтәренә, улар ерле йәһүдтәрҙең яҡын туғандары булған осраҡта ла, Рәсәй империяһының закондары ҡағылмай, улар сит ил граждандары итеп һаналалар, шуға күрә уларға ер һатып алыу, үҙ эшен асыу тыйыла.

Рәсәй Төркөстанындағы йәһүдтәр хәле тураһында Канада тарихсыһы Альберт Каганович ентекләп яҙған[35].

СССР үҙгәртергә

1920-се йылдарҙа Үзбәк ССР-ында бер нисә йәһүд мәҙәни, фәнни, мәғариф ойошмалары, йәһүд колхоздары ғәмәлдә була. 1930-се йылдарҙа улар бөтәһе лә ябыла, Бохара-йәһүд интеллигенцияһы репрессиялана.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яҡынса 30000 Бохара йәһүде Совет армияһында хеҙмәт итә. Улар араһында осоусылар, моряктар, танкистар, пехотинсылар була. Улар араһынан яҡынса 10 мең кеше һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала.

Һуғыштан Бохара йәһүдтәре совет иҡтисадының бөтә тармаҡтарында эшләйҙәр. 1951 йылда һуңғы бохара-йәһүд мәктәбе ябыла. берҙән-бер мәҙәни үҙәк булып Сәмәрҡәнд синаногаһы «Канесои Гумбаз» ҡала. Бохара йәһүдтәре араһынан бик күп иҫ китмәле шәп актерҙар, артистар, музыканттар, композиторҙар, режиссерҙар, шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, архитекторҙар, спортсылар, шулай уҡ табиптар һәм, әлбиттә, совет Урта Азиялағы иң яҡшы парикмахерҙар килеп сыға.

1948 йылда Израиль дәүләте барлыҡҡа килә, уны Советтар Союзы таный һәм дипломатик бәйләнештәр булдыра, былар барыһы Бохара йәһүдтәре өсөн ҡыуаныс менән ҡаршы алына, әммә 1967 йылдың 10 июнендә идеологик сәбәптәре буйынса өҙөлә.

Израиль, Төньяҡ Америка, Көнбайыш Европа үҙгәртергә

Алты көнлөк һуғыш СССР һәм АҠШ араһындағы Һалҡын һуғышты бер аҙ йомшарта. 1968 йылдың 10 июнендә, Израиль менән мөнәсәбәттәр өҙөлөүенә бер йыл үткәндән һуң, КПСС Үҙәк Комитетына СССР Сит ил эштәре министрлығының һәм СССР КГБ-ның берлектәге хаты тапшырыла, унда Громыко һәм Андропов совет йәһүдтәренә илдән эмиграцияланырға рөхсәт итеү буйынса тәҡдим индерелә. 1960—1970 йылдарҙы эмиграция сәйәсәте йомшартыла. Әммә эмиграцияға рөхсәт өлөшләтә генә бирелеүе диссидентлыҡ хәрәкәтен көсәйтә. АҠШ-та 1974 йылда Джексон- Вэниктың төҙәтмәһе ҡабул ителә.

шул ваҡыттан алып һәм СССР тарҡалғанға тиклем бик күп мең Бохара йәһүдтәре тарихи Ватанында урынлаша һәм Израиль дәүләтенең күп кенә ҡалалрында мәхәлләләр булдыра.

СССР-ҙағы Үҙгәртеп ҡороу осоронда яҡынса 60000 Бохара йәһүдтәре Төньяҡ америкала урынлаша. Ҙур булмаған мәхәлләләр шулай уҡ Көнбайыш Европала ла бар: Австрия, Германия һәм Францияла.

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе республикалары үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bukharan Jews. Encyclopedia Iranica.
  2. О существовании в городе Хива особых исламизированных евреев имеются сведения в книге Муравьёва Николая Николаевича: «В Хиве есть издревле поселившиеся жиды принявшие магометанскую веру… В Хиве есть также жиды, но они давно уже забыли веру свою и привязаны к закону суннов не менее хивинцев». («Путешествие в Туркмению и Хиву в 1819 и 1820 годах». Глава I. Глава V.)
  3. Иосиф Флавий. «Иудейские древности». Книга XI. Глава 7. Там Артаксеркс III назван Артаксерксом II.
  4. Иосиф Флавий. «О древности еврейского народа. Против Апиона». Комментарии к тексту № 12. 194.
  5. Всемирный портал Азия-Израиль. 2019 йыл 29 март архивланған.
  6. Прозелиты. ЭЕЭ.
  7. Туркменистан. ЭЕЭ.
  8. А. Н. Бернштам. «Очерк истории гуннов».
  9. Абу Ханифа ад-Динавари. «Книга связных рассказов».
  10. «Города Ирана».
  11. Ат-Табари. «История пророков и царей»
  12. Ибн Хордадбех. «Книга путей и стран».
  13. Аль-Мукаддаси. «Наилучшее распределение для познания стран». Общая характеристика Хөрәсәна.
  14. Endzeiten: Eschatologie in den monotheistischen Weltreligionen — Google Books
  15. Аль-Омари. «Пути взоров по государствам разных стран».
  16. Ибн-Баттута. «Путешествие».
  17. Синагога Бухары.
  18. ЕЭБЕ/Бухара.
  19. Флорио Беневени. «Письма, реляции, журналы»
  20. ЕЭБЕ/Гамадан
  21. Juhuro.com. Дата обращения: 9 март 2013. Архивировано 3 февраль 2014 года. 2014 йыл 3 февраль архивланған.
  22. 22,0 22,1 Мешхед. ЭЕЭ.
  23. Рубен Назарьян. Бухарские евреи в Самарканде: история и современность. 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.
  24. Маркиэл Фазылов. Еврейская община Самарканда Краткий обзор истории и современность.(недоступная ссылка)
  25. 25,0 25,1 Иран. ЭЕЭ.
  26. 26,0 26,1 Чала. ЭЕЭ.
  27. Ф. С. Ефремов. «Странствие Филиппа Ефремова в Киргизской степи, Бухарии, Хиве, Персии, Тибете и Индии и возвращение его оттуда чрез Англию в Россию».
  28. JUDÆO-PERSIAN LITERATURE: § XIX. Chudâidâd. The unedited full-text of the 1906 Jewish Encyclopedia.
  29. Fischel, 'The Leaders of the Jews of Bokhara' in L. Jung (ed.) Jewish Leaders (1750—1940) (Jerusalem 1964) 535-47, pp. 536-7.
  30. ЕЭБЕ/Персия.
  31. ЕЭБЕ/Испагань
  32. Переписка бухарских и шкловских евреев.
  33. Егор Казимирович Майендорф. «Путешествие из Оренбурга в Бухару».
  34. Абрамов М. М. Гузары Самарканда. Ташкент, 1989
  35. Каганович А., Друзья поневоле: Россия и бухарские евреи, 1800—1917. Москва: Новое литературное обозрение, 2016

Һылтанмалар үҙгәртергә