Ботаника баҡса-институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

Өфөләге дәүләт академия ғилми учреждениеһы

РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты (рәсми атамаһы — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Ботаника баҡса-институты федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы) — Өфөләге дәүләт академия ғилми учреждениеһы. Үҫемлектәрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында интродукция, генетика, климатлаштырыу өлкәләрендә фундаменталь һәм ҡулланма ғилми-тикшеренеү эштәре һәм ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

РФА ӨФҮ Ботаника баҡса-институты
Файл:Өфө Ботаника баҡсаһы.jpg
Төп мәғлүмәт
Төрөботаника баҡсаһы 
Майҙаны23 га
Нигеҙләнгән ваҡыты1932 
ufabotgarden.ru
Урынлашыуы
54°44′07″ с. ш. 55°59′30″ в. д.HGЯO
Ил
Рәсәй
Красная точка
РФА ӨФҮ Ботаника баҡса-институты
 Ботаника баҡса-институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) Викимилектә

Тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: Уралда һәм Башҡортостанда үҫемлектәрҙе фәнни интродукциялау һәм климатлаштырыу эшләнмәләре; тере коллекциялар нигеҙендә тәбиғи һәм культуралаштырылған үҫемлектәр генофондын һаҡлау һәм өйрәнеү; үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған һәм юғала барыусы төрҙәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм үрсетеү; биҙәү һәм емеш культураларының тотороҡло сорттарын селекциялау; урман ағастары төрҙәренең популяция-генетик төҙөлөшөн һәм микроэволюцияһын (шул иҫәптән кеше йоғонтоһона бәйле) анализлау; урман ағас үҫемлектәрен популяция нигеҙендә селекциялы яҡшыртыу юлдарын нигеҙләү; һирәк осрай торған һәм хужалыҡ өсөн ҡиммәтле үҫемлектәрҙе вегетатив үрсетеп күбәйтеү ысулдарын һәм клонлап микроүрсетеү технологияларын эшләү.

Тарихы үҙгәртергә

Ботаника баҡсаһы 1932 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау ҒТИ-һы составында нигеҙләнә һәм тәүҙә Дим станцияһы районында 0,5 гектар майҙанда урынлаша.

1934 йылда Сипайлово ауылына Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһы составына күсерелә, 1937 йылда БАССР Ер эшкәртеү халыҡ комиссариатына тапшырыла.

1939 йылда Ботаника баҡсаһы Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарамағына тапшырыла һәм Новиковка ауылы (хәҙерге Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе) эргәһенә үҙенә беркетелгән 117 гектар территорияға күсерелә, был майҙандың 19 гектары үҙләштерелә һәм хәҙерге территорияһының төп өлөшөнә тап килә.

1945 йылда республика әһәмиәтендәге Башҡортостан ботаника баҡсаһы итеп үҙгәртелә.

1952 йылда СССР ФА Башҡортостан филиалы Биология институты составында Фәндәр академияһы составына инә (территорияһы 23 гектарға етә), 1957 йылда СССР ФА Башҡортостан филиалының (һуңынан СССР ФА Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙәге) Биология институты составына индерелә.

1991 йылда үҙаллы институтҡа — РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институтына әйләнә.

Составы үҙгәртергә

Лабораториялары
  • Сәскә үҫемлектәрен интродукциялау һәм селекциялау лабораторияһы
    • Күп йыллыҡ биҙәү үлән үҫемлектәренең коллекция участкаһы (245 төр һәм сорт, шул иҫәптән пиондың 70 сорты, ләлә кеүектәрҙең 40-лап сорты, георгиндарҙың 16 сорты, нәркәстәрҙең 12 сорты, хостаның 10 сорты, тупраҡ ҡаплап үҫеүсе үҫемлектәрҙең 60-лап төрө)
    • Бер йыллыҡ биҙәү үҫемлектәре коллекцияһы участкаһы (33 ғаиләнән 189 таксон, улар араһында ҡытай йондоҙ сәскәһенең 50 сорты)
    • Иристар коллекция участкаһы (137 төр һәм сорт, шул иҫәптән баҡса ирисының 102 сорты, себер ирисының 8 сорты, тәпәш иристың 3 сорты)
  • Ҡырағай үҫемлектәр һәм үлән үҫемлектәрен интродукциялау лабораторияһы
    • Традицион булмаған мал аҙығы культуралары участкаһы (25 төр һәм сорт)
    • Биҙәү бөртөклө культураларҙы интродукциялау питомнигы (54 төр һәм сорт)
    • Үҫемлектәрҙең филогенетик системаһы участкаһы (үҫемлектәрҙең 2 класы, 9 ярҙамсы класы, 33 тәртибе, 41 ғаиләһе һәм 88 төрө)
    • Дарыу үҫемлектәре коллекция участкаһы (143 төр)
    • Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәренең өҙлөкһөҙ сәскә атыу экспозиция участкаһы (108 төр һәм сорт)
    • Һуғандар коллекция участкаһы (35 төр)
    • Көньяҡ Уралдың һирәк осрай торған һәм юғалып барыусы төрҙәре коллекция участкалары (һирәк осраусы үҫемлектәрҙең 100-ләгән төрө, шул иҫәптән «СССР-ҙың Ҡыҙыл китабына» ингән 2 төрө, «БАССР-ҙың Ҡыҙыл китабына» ингән 44 төрө, ҡалғандары — һирәкләнә барыусы төрҙәрҙән, 9 реликт һәм 14 эндемик үҫемлекте лә индереп)
  • Дендрология һәм урман селекцияһы лабораторияһы
    • Кониферетум (65 таксон)
    • Фрутицетум (50 таксон)
    • Сәтләүек емешле үҫемлектәр коллекция участкаһы (8 таксон)
    • Ҡайындар коллекция участкаһы (7 таксон)
    • Энәлектәр һәм миләштәр коллекция участкалары (70 таксон)
    • Сағандар коллекция участкаһы (9 таксон)
    • Баҡса айыу баланы коллекция участкаһы (16 таксон)
    • Сирингарий (78 таксон)
    • Дендрарий (96 таксон)
    • Ағас кеүек лианалар коллекция участкаһы (33 таксон)
    • Тирәктәр коллекция участкаһы (17 таксон)
    • Талдар коллекция участкаһы (43 таксон)
    • Емеш ағастарының формалы баҡсаһы (20-нән ашыу сорт)
    • Алма баҡсаһы (23 сорт)
  • Урман генетикаһы лабораторияһы
  • Үҫемлектәр генетикаһы һәм цитологияһы лабораторияһы
  • Үҫемлектәр биотехнологияһы лабораторияһы
  • Ағас үҫемлектәрен интродукциялау һәм ландшафтты йәшелләндереү лабораторияһы
Башҡа бүлектәре
  • Тропик һәм субтропик үҫемлектәр оранжереяһы (612 төр, форма һәм сорт)
  • Томан яһау ҡоролмаһы булған теплица
  • Үрсетеү производствоһы теплицаһы
  • Рокарий
  • Мәктәп бүлексәләре һәм производство участкалары
  • Эксперименталь участкалар

Етәкселеге үҙгәртергә

Институтҡа төрлө ваҡытта етәкселек итәләр: А. Я. Овсянников (1932 йылдан), Н. П. Егоров (1935 йылдан), А. Л. Коркешко (1941 йылдың февраленән сентябренә тиклем), О. А. Кравченко (1941 йылдың сентябренән), Е. В. Кучеров (1957—1968, 1986—1987), А. С. Сахарова (1968 йылдан),Ю. З. Кулагин (1971 йылдан), Н. З. Вәлиәхмәтов (1976 йылдан), Р. И. Хәйбуллин (1982 йылдан), Н. А. Мартьянов (1987 йылдан), Н. В. Старова (1988 йылдан), З. Х. Шиһапов (1998 йылдан).

Публикациялар үҙгәртергә

  • Путенихин В. П., Фарукшина Г. Г., Шигапов З. Х. Лиственница Сукачёва на Урале: Изменчивость и популяционно-генетическая структура / Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ботан. сад-институт. — М.: Наука, 2004. — 280 с. — ISBN 5-02-006371-1. (пер.)

Һылтанмалар үҙгәртергә