Бостон асыҡ китапханаһы

Бостон асыҡ китапханаһы (ингл.  Public Boston Library) — АҠШ-тың иң ҙур һәм һәр кем йөрөй алырлыҡ китапханаларының береһе. Китапхана бинаһы — Америкала неоренессанс архитектураһы миҫалдарының иң яҡшыларының береһе. Китапхана Бостондың үҙәгендә, Бэк-бэй районында урынлашҡан.

Бостон асыҡ китапханаһы
ингл. Boston Public Library
Нигеҙләү датаһы 18 март 1848[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Boston Public Library
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Librarian of the Boston Public Library[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[2]
Административ-территориаль берәмек Бостон
Ойошма ағзаһы Ассоциация научных библиотек[d][3][4], Urban Libraries Council[d][5] һәм Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][6]
Траты 41 354 695 $[7], 41 750 784 $[8], 42 024 315 $[9] һәм 45 708 824 $[10]
Дөйөм килем 52 087 654 $ (2020)[10]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Boston Public Library, McKim Building[d], Бостон, Америка Ҡушма Штаттары[11][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Коллекция күләме 14 900 000 том
Йылына инеүселәр һаны 3 818 883[12][2], 3 540 693[13] һәм 3 484 928[14]
Вид в ночное время
Учётная запись в социальных медиа Unsplash[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 33 780
Рәсми сайт bpl.org
Официальный блог bpl.org/blogs/
URL bpl.bibliocommons.com
catalog.mbln.org/polaris/
Страница учреждения на Викискладе Boston Public Library
Content partnership category Category:Media contributed by Boston Public Library[d]
Карта
 Бостон асыҡ китапханаһы Викимилектә

Америкала шәхси берәмектәрҙең финанс ярҙамы менән файҙаланған беренсе муниципаль китапхана. Бында АҠШ-та тәүге тапҡыр китаптарҙы һәм башҡа материалдарҙы өйгә биреп ҡайтарыу рөхсәт ителгән. Хәҙер китапхана дәүләттән финанс ярҙамы ала.

Китапханаға төп инеү ишеге өҫтөндә «Бөтәһе өсөн дә бушлай» тигән яҙыу тора. Ул шулай уҡ фәнни китапханалар Ассоциацияһы ағзаһы булып тора (Төньяҡ Америка фәнни китапханаларын берләштереүсе коммерция булмаған ойошма). Донъяның иң ҙур китапханалары исемлегенә ярашлы ул 14-се урынды биләй.

Америка китапханалар ассоциацияһына ярашлы, Бостон йәмәғәт китапханаһы фондының ҙурлығы буйынса, Конгресс Китапханаһы һәм Нью-Йорк асыҡ китапханаһынан ҡала, АҠШ-тың өсөнсө китапханаһы булып тора. Ул 22,4 миллион берәмек китап тупланмаһына эйә. Китапханала сәнғәт тарихы һәм америка тарихы буйынса ҙур фонд тупланған.

Китапхана коллекцияһында 1,7 миллиондан артыҡ һирәк осрай торған китаптар һәм ҡулъяҙмалар: урта быуат ҡулъяҙмалары, Шекспирҙың тәүге баҫмалары, Джордж Тикнор коллекциялары, Даниэль Дефоның төп коллекциялары, Джон Адамстың шәхси китапханаһының төп өлөшө, Натаниэль Боудитчтың математиканан һәм астрономиянан китапханаһы һәм башҡалар бар. Был китапханала бөтә китаптарҙы ла абсолют алыу мөмкинлеге. Китапхана хеҙмәткәрҙәре китап уҡыусы билеты һорамай. Бында урыҫ әҙәбиәтенең ғәйәт ҙур йыйынтығы тупланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Крупнейшие библиотеки мира

Һылтанмалар үҙгәртергә