Боржоми-Харагаули милли паркы

Боржоми-Харагаули милли паркы - (рус. Боржо́ми-Харагау́льский национальный парк)[1] (груз. ბორჯომ-ხარაგაულის ეროვნული პარკი) — Кесе Кавказ биләмәһендә Грузияның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан милли парк.

Боржоми-Харагаули милли паркы
Нигеҙләү датаһы 1995
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Боржоми[d]
Майҙан 5300 км²
Рәсми сайт borjomi-kharagauli-np.ge
Әһәмиәтле урын Боржоми[d]
Карта
 Боржоми-Харагаули милли паркы Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Европалағы иң ҙур милли парктарҙың береһе, алты административ районы бар, ул Боржоми курортынан Харагаули ҡалаһына тиклем ерҙәрҙе биләй. Уның майҙаны 85 083 гектар[2]

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Боржоми-Харагаули милли паркының уникаль үҙенсәлеге - географияһы һәм экологияһы, ландшафттары, тарихи ҡомартҡылары төрлөлөгөндә, бай фауна һәм флораға эйә булыуында.

Был урындар таулы – диңгеҙ кимәленән 800-ҙән 2200 метрға тиклем бейеклеккә етә. Климаты уртаса.

Дөйөм парк тураһында әйткәндә, бында уртаса һәм һәм дымлы субтропик һауалы урындар ныҡ яҡын урынлашҡан. Урмандарҙан тыш ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары, шишмәләр һәм шарлауҙар бар, уларға төп ҡурсаулыҡ - Кура йылғаһы йоғонто яһай

Парк биләмәләрендә 1 200 төрлө үҫемлек үҫә.

Паркта һәм һаҡлаулы зоналарҙа, һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, даими рәүештә 60 төр йәнлек йәшәй, уларҙың 8 төрө илдең Ҡыҙыл Китабына индерелгән[2]

Тарихы үҙгәртергә

Грузияла Боржоми-Харагаули милли паркы барлыҡҡа килеү тарихы Урта быуаттарҙа башлана. Был ер биләмәләре феодалдарҙың шәхси ерҙәре булып тора һәм башлыса һунар өсөн ҡулланыла.

Грузияның Рәсәй империяһына инеүе осоронда төбәк яҙмышына Александр II батшаның туғаны бөйөк кенәз Михаил Николаевич ҙур йоғонто яһай, ул Кавказ аръяғының генерал-губернаторы итеп тәғәйенләнгән була. Михаил Николаевич парктың матурлығына һоҡланып, унда йәйге резиденцияһын төҙөргә ҡарар итә.

  Артабан ул бик ҙур майҙанды биләп ала һәм махсус рөхсәтһеҙ һунарға сығыуҙы тыя. Ошо рәүешле буласаҡ паркҡа нигеҙ һалына.

Ҡурсыулы тәбиғәт зонаһы 1929 йылда Аджария-Имеретия һырты армыттарында билдәләнгән, рәсми рәүештә ҡурсаулыҡ тип ул 1935 йылда ғына атала башлай [2]

Хәҙерге тарихы үҙгәртергә

Паркҡа 1995 йылда Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды (WWF) һәм Германияның федераль хөкүмәте ярҙамында нигеҙ һалына, әммә 2001 йылда ғына рәсми рәүештә асыла.

Баҡы-Тбилиси-Джейхан нефть үткәргесенең бер өлөшө милли парк сигенән үтә[3], был ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра[4], сөнки ер эштәре тупраҡтың шыуыуына килтереүе ихтимал тигән фекерҙәр бар [5].

2008 йылдың авгусында милли паркта 3 км² урман яна, Грузия бынан һуң Рәсәй экосистемаһы һаҡланыу сараларын ҡулланасағын белдерҙе[5]

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә