Борай ихтилалы — 1918 йылда Бөрө өйәҙе халҡының большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше.

Борай ихтилалы
Дата

1918

Урыны

Бөрө өйәҙе

Нәтижә

ихтилалды баҫтырыу

Ҡаршы тороусылар

РСФСР

Башҡорттар

Командирҙар

А. Вострецов

Ш. Й. Хәмитов, С. Д. Мәҡсүтов

Юғалтыуҙар

?

?

Тарих үҙгәртергә

1917 йылда 21 декабрендә Өфө губернаһы аҙыҡ‑түлек комитетының «Артыҡ игенде мәжбүри тапшырыу тураһында» ҡарарын үтәүсе аҙыҡ‑түлек отрядтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тыуа. Ихтилалға Сәхипзада Мәҡсүтов һәм сауҙагәр Шәрәфетдин Хәмитов етәкселек итә. Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшөн башҡорт крәҫтиәндәре тәшкил итә. 1918 йылда март уртаһында Борай ауылы кешеләре Борай улус советы ағзаларын ҡулға ала, Башҡортостан автономияһы составында 8 улустан торған Борай башҡорт кантонын ойоштороу тураһында иғлан итә, үҙидара орган — Борай башҡорт милли советын төҙөй, «большевиктарға ҡаршы» ҡораллы отряд ойоштора һәм, теләктәшлеккә саҡырып, күрше улустарға агитаторҙар ебәрә. Крәҫтиәндәр Рәсәйҙең үҙәк губерналарына ебәреү өсөн әҙерләнгән 30 мең ташыу иген һалынған келәттәрҙе баҫып ала. Бөрө ҡалаһына килгән Ҡыҙыл гвардия отрядтарына ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтелә. 27 мартҡа ҡараған төндә Өфөнән килгән Ҡыҙыл гвардия отряды ҡаршылыҡһыҙ Борайға инә һәм совет власын тергеҙә. Улус кулактарына штраф (1,5 млн һум) һалына.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә