Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте

Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте (хорв. Nezavisna Država Hrvatska) —1941 йылдың 10 апрелендә «ось» илдәренең һәм уларҙың союздаштарының хәрби һәм сәйәси ярҙамында усташтар тарафынан иғлан ителгән марионетка дәүләте[1][2]. 1941 йылда унда 6,64 миллион кеше йәшәй, майҙаны — 102,7 км²[3].

Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте
хорв. Nezavisna Država Hrvatska
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 10 апрель 1941
Ҡыҫҡаса атамаһы НГХ
Рәсми тел Хорват теле
Гимн Lijepa naša domovino[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Административ үҙәк Загреб
Идара итеү формаһы военная диктатура[d]
Дәүләт башлығы вазифаһы Юлбашсы[d]
Дәүләт башлығы Томислав II[d] һәм Анте Павелич[d]
Ойошма ағзаһы страны «оси» и их союзники[d]
Халыҡ һаны 6 640 000 кеше
Валюта Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте кунаһы[d]
Сиктәш Өсөнсө рейх
Алмаштырылған Югославия короллеге һәм Демократик Федератив Югославия[d]
Алыштырған Демократик Федератив Югославия[d] һәм Югославия короллеге
Ҡулланылған тел Хорват теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 8 май 1945
Майҙан 102 700 км²
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Католицизм
Карта
 Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте Викимилектә

Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте территорияһындағы концентрацион лагерҙар

Тарихы үҙгәртергә

Яңы дәүләт составына хәҙерге Хорватияның бер өлөшө (Истрия һәм Далмацияның күпселек өлөшө инмәй), шулай уҡ хәҙерге Босния һәм Герцеговина, Словенияның һәм Сремдың ҡайһы бер райондары инә. Бөтә Истрия һәм Далмацияның күпселек өлөшө (Шибеник һәм Сплит ҡалалары менән бергә) Рим килешеү буйынса фашистик Италия составына индерелә. Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте көнбайышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Италия менән, төньяҡта — Германия, Венгрия, көнсығышта Сербия (Милли ҡотолоу хөкүмәте) һәм Италия протектораты булған Черногория менән сиктәш була.

Италия капитуляцияһынан һуң немец хөкүмәте Рим килешеүҙәрен яраҡһыҙ тип иғлан итә һәм Далмацияны Хорватияға ҡуша. Әммә Истрия, шулай уҡ Далматиялағы Задар ҡалаһы Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләтенә индерелмәй. сөнки улар һуғыш-ара осоронда итальян анклавы булып, Германия тарафынан оккупациялан була.

Илдә башлыса православие динен тотҡан сербтарға, шулай уҡ йәһүдтәргә һәм сиғандарға ҡаршы террор башлана. Күпләп ҡырыу һөҙөмтәһендә Икенсе донъя һуғышында ваҡытында Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте территорияһында (Хорватияла концентрацион лагерҙар була), төрлө баһалар буйынса, 330 меңдән 1,2 миллион серб һәләк була[4]. Бранимир Станоевичтың «Усташ үлем министры» исемле китабында 1941—1945 йылдарҙа Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләтендә 800 мең кеше һәләк була.

Сербтарҙы физик яҡтан юҡҡа сығарырға маташыу ҡораллы ҡаршылашыуға килтерә. Һөҙөмтәлә Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте ысынбарлыҡта бер ҡасан да үҙ территорияһының байтаҡ өлөшөнә хужа булмай; уның ғәмәлдә булыу осоронда илдә граждандар һуғышы бара: бер яҡтан — коммунистарҙың партизан формированиелары һәм четниктар менән, икенсе яҡтан — Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте формированиелары һәм немец-итальян ғәскәрҙәре менән.

1944 йылдың аҙағында Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте һәм немец ғәскәрҙәре контроле аҫтында бер нисә эре ҡала, шулай уҡ иң мөһим автомобиль юлдары һәм юл буйындағы ҙур булмаған территория участкалары, ҡала[5].

Хорватия ғәскәрҙәре нацистик Германия яғында Көнсығыш фронтындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша. 1943 йылда Сталинград тирәһендә әсирлеккә эләккән хорваттарҙан просовет частары ойошторола.

1944 йылдың июль-авгусында Лоркович-Вокич заговоры барлыҡҡа килә, уның барышында бер нисә юғары сановник Август Кошутич етәксегендәге коалицион хөкүмәт булдырырға маташалар. А. Кошутич һуғышҡа тиклем халыҡ араһында популяр булған Крәҫтиән партияһы лидеры В. Мачектың урынбаҫары була. Заговорсылар әүҙем ғәмәлдәрҙе башлағанға тиклем үк ҡулға алыналар, ә 1945 йылдың майында уларҙың бер нисәһе үлтерелә (Кошутич ҡаса).

1945 йылдың 6 майында Хорватия хөкүмәте Загребты ташлап сыға, был ваҡытта герман армияһы балкандарҙан киткән була. Ошо уҡ айҙа Иосип Броз Тито етәкселегендәге Югославия халыҡ-азат итеү армияһы Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте территорияһын тулыһынса контролдә тота.

Дәүләт ҡоролошо үҙгәртергә

 
Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләтенең оккупация зоналары картаһы (1941—1943)

Ысынбарлыҡта дәүләтте усташтар партияһы юлбашсыһы («поглавник») Анте Павелич етәкләй. Тәүге ике йылда формаль рәүештә дәүләт башлығы итеп 1941 йылда король итеп иғлан ителгән итальян короле Виктор Эммануил III Аймоненың ике туғаны герцог Сполето һанала (урта Хорватия короле хөрмәтенә Томислав II исемен ҡабул итә). Монарх үҙенең «биләмәләрендә» бер тапҡыр ҙа булмай. 1943 йылдың октябрь айында, Италия король ғаиләһенең союздаштар яғына күскәненә һәм Италяның капитуляцияһынан һуң, ул тәхеттән баш тарта. Артабан, Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте ғәмәлдә булған осорҙа Хорватия тәхете буш ҡала, ә Павелич рәсми рәүештә дәүләт башлығы вәкәләттәрен ҡабул итә. Ошоноң менән бәйле премьер-министр вазифаһы булдырыла, уны дәүләттең ахырына тиклем оло йәштәге юрист Никола Мандич биләй (быға тиклем хөкүмәт башлығы итеп «поглавник» һанала).

Вәкәләтле орган булып Хорват Дәүләт Саборы тора (Hrvatski državni sabor). Юғары суд инстанцияһы — Юғары Суд (vrhovni sud), апелляция инстанцияһы суды — бан трибуналы (banski stol), беренсе инстанция суды — жупа трибуналдары (župske sudbene stolove), суд системаһының түбәнге звеноһы — округ суды (kotarska suda).

Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте Югославияла урынлаштырылған системаның бер өлөшө була. Әммә ул реаль дәүләт атрибуттарына һәм эске сәйәсәт үҙалыллығына эйә була. Хорват халҡының киң ҡатламдары унда милли дәүләтселектең сағылышын күрә. Рәсәй тарихсыһы Леонид Гибианский фекере буйынса, Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләтенә хорват халҡының күпселеге һәм Босния мосолмандары теләктәшлек күрһәтә. Усташтар власына көслө тоталитар радикаль-милләтселек режимы хас була. Усташтар һәм уларҙың яңы дәүләт идеологияһы тулыһынса монополь рәүешен ала. Бөтә сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары тыйыла. Уларға алмашҡа рәсми йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм башҡалар, булдырыла, улар усташ хәрәкәтенең өлөшө була йәки уларҙың контроле аҫтында була. Хәрәкәт ағзалары ғына мөһим дәүләт вазифаларын биләй ала[6].

Тәүге көндәрҙән алып уҡ Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте сербтарҙы, йәһүдтәрҙе һәм сиғандарҙы эҙәрлекләй башлай.

Ҡораллы көстәр үҙгәртергә

Хорватия һаҡланыу көстәренең формалашыуы 1941 йылдың апрелендә дәүләт төҙөлөшө менән бер үк ваҡытта башлана. Хорват армияһы башлыса югослав партизандары менән көрәштә ҡатнаша. 1945 йылдың майына ҡарата Хорват армияһының дөйөм һаны 200 000 кешегә барып етә. Югославия халыҡ-азат итеү армияһының һәжүме менән 1945 йылдың майында Хорватия армияһының күпселек өлөшө Австрияға сигенә, бында улар союздаштарға әсирлеккә бирелергә тырыша, әммә тегеләр уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта һәм партизандарға тапшыралар. Бер нисә тиҫтә мең хорват коллаборационистары Бляйбург алышында һәләк була, хорват ҡораллы формированиеларының байтаҡ өлөшө Югославияға һөрөлә, унда улар хөкөм ителә[7]. Айырым частар 1945 йылдың май уртаһына тиклем ҡаршылашыуын дауам итә[8] Хорват ирекмәндәренән вермахтың өс немец дивизияһы ойошторола (369-се, 373-се, 392-се), 13-се «Ханджар» СС дивизияһы , 369-сы пехота полкы (Хорват легионы), хорват һауа һәм диңгеҙ легионы. Һуңғы өсәүһе көнсығыш фронтта һуғыша. Шулай уҡ ҡайһы бер хорват берләшмәләре герман һәм итальян ҡораллы көстәре составына инә[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Усташи / Словарь исторических терминов. / сост. В. С. Симаков; общ. ред. А. П. Крюковских. — СПб.: Лита, 1998. — ISBN 5-88935-726-8
  2. Павелич, Анте / С. Воропаев. Энциклопедия Третьего рейха. — М.: Локид; Миф, 1996. — ISBN 5-320-00069-3 ; 5-7905-3721-9
  3. Jasenovac Concentration Camp // Jusp Jasenovac
  4. Jasenovac
  5. Fikreta Jelić-Butić. Četnici u Hrvatskoj 1941.-1945., U fronti okupljanja snaga kontrarevolucije
  6. Югославия в XX веке, 2011, с. 394
  7. Хорватская армия во Второй мировой войне
  8. Независимое Государство Хорватия — Форум коллекционеров 2012 йыл 12 май архивланған.
  9. Крестовый поход на Россию 2019 йыл 16 май архивланған. // Сайт «Военная литература»

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Хорватия тарихы
  • Ясеновац — «Балҡан Бухенвальды»
  • Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте концлагерҙар исемлеге

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — 888 с. — ISBN 9785916741216.

Ҡалып:Өсөнсө рейхтың административ-территориаль берәмектәре