Боден күле өҫтөндәге һәләкәт

авиация һәләкәте

Боден күле өҫтөндәге һәләкәт — 2002 йылдың 1 июленән 2 июленә ҡаршы төндә булған авиация һәләкәте. Башҡортостан авиалинияларынының 2937-се рейсындағы Ту-154М самолёты, DHL-дың 611-се рейсындағы Боинг 747 менән бәрелешә. Бәрелеш һауала Юберлинген ҡалаһы янындағы Боден күле тапҡырында була. Бөтәһе 71 кеше — Боинг бортындағы 2 (ике пилот) һәм Ту самолетындағы 69 кеше һәләк була, шуларҙың 52-һе — балалар.

Боден күле өҫтөндәге һәләкәт 2002 йылдың 1 июле

Бәрелештең компьютерҙа эшләнгән реконструкцияһы
Мәғлүмәт
Дата

1 июль 2002 йыл

Ваҡыт

21:35 UTC

Тәбиғәт

һауала бәрелеш

Сәбәп

диспетчер хатаһы

Урын

Германия флагы Германия, Юберлинген

Координат

47°46′42″ с. ш. 9°10′26″ в. д.HGЯO

Бөткән

71

Беренсе самолёт


Ту-154М

Модель

Ту-154М

Авиакомпания

Рәсәй флагы БАЛ Башҡортостан авиалиниялары

Осоу пункты

Рәсәй флагы Рәсәй, Мәскәү[1]

Килеү пункты

Испания Испания, Барселона

Рейс

2937

Юлсылар

60

Экипаж

9

Бөткән

69

Икенсе самолёт


Boeing 757-200 йөк самолеты

Модель

Boeing 757-23APF

Авиакомпания

Германия флагы Германия, DHL

Осоу пункты

Бахрейн Бахрейн

Килеү пункты

Бельгия флагы Бельгия

Рейс

DHL611

Борт һан

A9C-DHL

Юлсылар

0

Экипаж

2

Бөткән

2

Самолёттар тураһында белешмә үҙгәртергә

Ту-154 үҙгәртергә

 
Һәләкәткә осраған самолёт 1999 йылда (Shaheen Air International'да эшләгән сағында)

Ту-154М (теркәү номеры RA-85816, завод номеры 95А1006, серия номеры 1006) Куйбышев авиация етештереү берекмәһе (КуАПО) тарафынан 8 августа 1995 йылдың 8 авгусында эшләп сығарыла. Шул уҡ көндө авиакомпании «Башҡортостан авиалиниялары (БАЛ)» авиакомпанияһына тапшырыла. Transeuropean Airlines (25.11.1998—6.09.1999) һәм Shaheen Air International (6.09.1999—15.01.2002) авиакомпанияларына лизингҡа бирелә. Рыбинск моторҙар эшләү заводының өс ике контурлы Д-30КУ|Д-30КУ-154-II турбореактив двигателе менән йыһазландырылған була. Һәләкәт көнөнә ҡарата 10 788 сәғәт осҡан[2][3].

BTC 2937 рейсы экипажының составы түбәндәгесә була[4][5]:

  • Һауа судноһының командиры (русса Командир воздушного судна ҡыҫҡартмаһы — КВС) — 52 йәшлек Александр Михайлович Гросс. 1-се класлы пилот, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһында 10 йыл да 8 ай (1991 йылдың 10 октябренән) эшләй. Ту-154 командиры вазифаһында — 2001 йылдың 25 майынан (шуға тиклем был суднола икенсе пилот була). 12 070 сәғәт осошта була, шуның 4918-е — Ту-154-тә (2050-һе — КВС сифатында).
  • Икенсе пилот — 41 йәшлек Морат Әхәт улы Итҡолов. 1-се класлы пилот, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһында 17 йыл да 8 ай (1984 йылдың 1 ноябренән) эшләй. Ту-154-тең икенсе пилоты вазифаһында — 2001 йылдың 24 апреленән. 7884 сәғәт осошта була, шуның 4181-е — Ту-154-тә[* 1].
  • Штурман — 51 йәшлек Сергей Геннадьевич Харлов. 1-се класлы штурман, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһында 27 йыл да 9 ай (1974 йылдың 2 сентябренән) эшләй. Ту-154-тең штурманы вазифаһында — 1996 йылдың 12 авгусынан. 12 978 сәғәт осошта була, шуның 6421-е — Ту-154-тә.
  • Бортинженер — 37 йәшлек Олег Ирек улы Вәлиев. 1-се класлы бортинженер, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһында 12 йыл да 6 ай (1990 йылдың 8 ғинуарынан) эшләй. Ту-154-тең бортинженеры вазифаһында — 1997 йылдың 25 апреленән. 4191 сәғәт осошта була, бөтәһе лә — Ту-154-тә.
  • Тикшереүсе — 40 йәшлек Олег Павлович Григорьев. 1-се класлы пилот, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһында 16 йыл да 7 ай (1985 йылдың 21 ноябренән) эшләй. Ту-154-тең тикшереүсеһе вазифаһында — 2001 йылдың 8 июленән, Ту-154-тең командиры вазифаһында — 2002 йылдың 11 мартынан. 8500 сәғәттән ашыу осошта була, 4317-е — Ту-154-тә (2025-е — КВС сифатында)[* 2].

Самолет салонында дүрт бортпроводник эшләй:

  • Ольга Александровна Багина, 45 йәш — өлкән бортпроводник. «Башҡортостан авиалиниялары»нда — 1979 йылдың 10 ноябренән. 11 546 сәғәт осошта була.
  • Гөлнара Альфред ҡыҙы Билалова, 35 йәш. «Башҡортостан авиалиниялары»нда — 1992 йылдың 21 ғинуарынан. 7467 сәғәт осошта була.
  • Татьяна Николаевна Кулешова, 34 йәш. «Башҡортостан авиалиниялары»нда — 1991 йылдың 25 декабренән. 3787 сәғәт осошта була.
  • Айсыуаҡ Йәркәй улы Яҡшыдәүләтов, 31 йәш. «Башҡортостан авиалиниялары»нда — 1994 йылдың 11 июленән. 3316 сәғәт осошта була.
Гражданлыҡ Пассажирҙар Экипаж Бөтәһе
  Рәсәй Федерацияһы 56 9 65
  Беларусь 4 0 4
Бөтәһе 60 9 69

Бортта пассажирҙар араһында «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһының өс вәкиле була:

  • 51 йәшлек Шамил Минвафа улы Рәхмәтуллин, авиакомпанияла 7 йыл да 9 ай эшләгән (1994 йылдың 21 сентябренән).
  • 44 йәшлек Юрий Михайлович Пензин, авиатехник, авиакомпанияла 22 йыл да 7 ай эшләгән (1979 йылдың 10 ноябренән).
  • Артём Гусев, авиакомпанияның рейсты оҙатып барған флайт-менеджеры.

Самолёт бортында бөтәһе 69 кеше була — 60 пассажир һәм 9 экипаж ағзаһы.

Boeing 757 үҙгәртергә

 
1991 йылда һәләкәткә осраған самолёт (Zambia Airwaysта эшләгән сағында)

Boeing 757-200PF (теркәү номеры A9C-DHL, завод номеры 24635, серия номеры 258) 1990 йылда эшләп сығарыла (беренсе осошон б/н N3502P һынау номеры аҫтында 12 ғинуарҙа яһай). Zambia Airways (1990 йылдың 18 октябренән 1993 йылдың 30 декабренә тиклем, борт 9J-AFO) һәм Gulf Air (1993 йылдың 30 декабренән 1996 йылдың 1 апреленә тиклем, борт VH-AWE) авиакомпаниялары тарафынан файҙаланыла. 1996 йылдың 1 апрелендә DHL авиакомпанияһы тарафынан һатып алына, унда өс тапҡыр борт номерын алмаштыра — VH-AWE, OO-DLK и A9C-DHL. Ике контурлы турбовентиляторлы ике Rolls-Royce plc|Rolls-Royce RB211-535E4-37 двигателе менән йыһазландырылған. Авиакомпанияның иң иҫке самолёттарының береһе. Һәләкәт көнөнә 39 022 сәғәт осошта була[6][7].

DHX 611 рейсының экипажы ике пилоттан тора:

  • Һауа судноһының командиры (КВС) — 47 йәшлек Пол Филлипс (ингл. Paul Phillips), инглиз. DHL авиакомпанияһында 13 йыл эшләй (1989 йылдан). SA-227 һәм Boeing 767 самолёттарына идара итә. Boeing 757 командиры вазифаһында — 1991 йылдың 11 октябренән. 11 942 сәғәт осошта була, 4145-е — Boeing 757-лә.
  • Икенсе пилот — 34 йәшлек Брент Кампиони (ингл. Brant Campioni), канадалы. DHL авиакомпанияһында 3 йыл эшләй (1999 йылдан). Boeing 757-нең икенсе пилоты вазифаһында — 2002 йылдың 22 мартынан. 6604 сәғәт осошта була, 176-һы — Boeing 757-лә.

Ваҡиғалар барышы үҙгәртергә

Элгәрге шарттар үҙгәртергә

RA-85816 борты булған Ту-154М BTC 2937 рейсы менән Мәскәүҙән Барселонаға йүнәлә. Бортта 9 экипаж ағзаһы һәм 60 пассажир, улар иҫәбендә Испанияға ялға осҡан 52 бала була. Балаларҙың күпселеге өсөн был сәфәр республика бюджеты иҫәбенә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты тарафынан ЮНЕСКО махсуслаштырылған мәктәбенең иң яҡшы уҡыусылары, төрлө олимпиадалар еңеүселәре өсөн дәртләндереү сараһы булараҡ ойошторола[8][9]. Өлкән класс уҡыусыларының күбеһе дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һәм эре уҡыу йорттарының, производстволарҙың етәкселәре балалары була. Һәләк булған Юлиә Суфиянованың атаһы (Суфиянов Рим Мөхәмәткәрим улы) ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының башлығы була[10].

Төркөм үҙенең рейсына һуңлай. «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһы, сәфәр менән шөғөлләнгән туристик фирмаларҙың үтенесе буйынса, тиҙ арала өҫтәмә рейс ойоштора[11]. Һуңлаған башҡа пассажирҙарға ла шунда ултырырға тәҡдим ителә, рейсҡа бөтәһе 8 билет һатыла[12].

A9C-DHL борты булған Boeing 757-200PF Бахрейндан, Бергамоға (Италия) һуғылып, Брюсселгә (Бельгия) DHX 611 йөклө рейсын башҡара.

BTC 2937 рейсы Мәскәүҙән 18:48 сәғәттә ҡуҙғала[* 3].

DHX 611 рейсы Бергамонан 21:06 сәғәттә ҡуҙғала.

Бәрелешеү үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Бәрелештең һыҙмаһы (BFU)
 
BTC 2937 (аҡ һыҙыҡ) һәм DHX 611 (һары һыҙыҡ) рейстарының осоу һыҙмаһы

Ҡалып:Выносная линия2 Ҡалып:Выносная линия2

Ике самолёт та Германия территорияһы өҫтөндә булыуға ҡарамаҫтан, һауалағы хәрәкәткә идара итеү был урында Швейцарияның шәхси компанияһы «Skyguide» тарафынан башҡарыла. Цюрихта урынлашҡан диспетчер үҙәгендә төнгө сменала ике генә авиадиспетчер эшләй. Бәрелеш булырҙан саҡ ҡына элегерәк диспетчерҙарҙың береһе тәнәфескә сыға; дежурҙа, бер юлы ике терминалда эшләп, 34 йәшлек диспетчер Петер Нильсен (нем. Peter Nielsen) һәм ассистентка ҡала.

Диспетчер бүлмәһендәге ҡорамалдарҙың бер өлөшө һүнек була, һәм Нильсен бер үк FL360 (11 000 метр) эшелонындағы ике самолёттың бер-береһенә бик хәүефле яҡынлашҡанын һуң ғына күреп ҡала. Уларҙың курсы киҫешерҙән бер минуттан да әҙерәк ваҡыт ҡалғанда ул, хәлде төҙәтергә тырышып, 2937-се рейс экипажына түбәнәйергә команда бирә.

Ту-154 пилоттары был мәлгә әле һулдан яҡынлашҡан «Боинг»ты күрмәй, ләкин уның менән аймылышыу манёврын эшләүгә әҙер була. Шунлыҡтан улар диспетчерҙың түбәнәйергә ҡушҡан командаһы әйтелеп бөтөр-бөтмәҫ уны үтәргә керешә. Әммә уның артынса уҡ кабинала һауала хәүефле яҡынлашыуҙарҙы автоматик иҫкәртеү системаһының (TCAS) үргә күтәрелеү кәрәклеге тураһындағы командаһы яңғырай. Бер үк ваҡытта 611-се рейс пилоттары ошондай уҡ системанын түбәнәйергә ҡушҡан командаһын ала.

2937-се рейс экипажы ағзаларының береһе (икенсе пилот Итҡолов) башҡаларҙың иғтибарын TCAS командаһына йәлеп итә, уға диспетчерҙың түбәнәйергә команду биреүе тураһында әйтәләр. Ошо арҡала бер кем дә команданың алыныуын раҫламай (ә самолёт түбәнләүен дауам итә). Бер нисә секундтан Нильсен команданы ҡабатлай, был юлы команда алыныуы кисекмәҫтән раҫлана. Шуның менән бергә диспетчер икенсе самолёт тураһында хата белешмә бирә, ул самолёт Ту-154-тән уңда тип белдерә. Артабан борт үҙяҙғыстарын сисеү 2937-се рейс пилоттарының ҡайһы берәүҙәренең ошо мәғлүмәт арҡаһында яңылышҡанын дәлилләй, улар, моғайын, TCAS экранында күренмәгән тағы бер самолёт бар, тип уйлағандыр. Ту-154 TCAS иҫкәртеүенә түгел, диспетчер күрһәтмәһенә ярашлы түбәнәйеүен дауам итә. Пилоттарҙың береһе лә диспетчерға алынған командаларҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы тураһында хәбәр итмәй.

Шул уҡ ваҡытта 611-се рейс TCAS инструкцияһын үтәп түбәнәйә. Мөмкинлек сығыу менән пилоттар был хаҡта Нильсенға хәбәр итә. Диспетчер был мәлдә икенсе йышлыҡтағы башҡа самолёт бәйләнешкә сыҡҡанлығы арҡаһында хәбәрҙе ишетмәй.

Һуңғы секундтарҙа ике самолёттың да пилоттары бер-береһен күрә һәм штурвалдарҙы тулыһынса бороп, бәрелеште булдырмаҫҡа тырыша, ләкин был ярҙам итмәй. 21:35:32 сәғәттә BTC 2937 һәм DHX 611 рейстары 10634 метр бейеклектә (FL350 эшелоны) тура мөйөш яһап тиерлек бәрелешә. «Боинг»тың вертикаль ҡойроҡ тотороҡландырғысы Ту-154-тең фюзеляжына һуға һәм уны урталайға бүлә. Ҡолап төшөп барғанда Ту-154 һауала дүрт өлөшкә бүленә, был өлөштәр Юберлинген эргәһенә һибелеп төшә. Тотороҡландырғыстан яҙған «Боинг» идараны юғалта һәм, төшөп барғанда ике двигателенән дә яҙып, 21:37 сәғәттә Ту-154-тән 7 километрҙа ергә бәрелә һәм тулыһынса емерелә. Ике самолёттың да бортындағы кешеләр (Ту-154-тәге 69 кеше һәм «Боинг»тағы 2 кеше) һәләк була. Ике лайнерҙың да ярсыҡтары торлаҡ йорттарҙың ихаталарына ла төшһә лә, ерҙә зыян күреүселәр булмай.

Һөйләшеүҙәрҙең сиселмәһе үҙгәртергә

21:34:42 TCAS TRAFFIC, TRAFFIC.
21:34:47 Диспетчер BTC 2937… снижайтесь, эшелон полёта… 350, ускорьте, у меня пересекающийся борт.
21:34:52 ВТС 2937 Снижаемся.
21:34:54 DHX 611 (TCAS) DESCEND, DESCEND.
21:34:57 BTC 2937 (TCAS) CLIMB, CLIMB!
21:34:58 ВТС 2937 Клайм, говорит!
21:35:00 BTC 2937 Он снижает нас.
21:35:02 Диспетчер BTC 2937, снижайтесь, эшелон полёта 350, ускорьте снижение.
21:35:07 BTC 2937 Ускоряю снижение до эшелона 350, BTC 2937.
21:35:12 Диспетчер Да, у нас борт, вам по два часа, сейчас на 360.
21:35:13 DHX 611 (TCAS) DESCEND, DESCEND.
21:35:19,3 DHX 611 611, TCAS-descend.
21:35:21 BTC 2937 (ругань), где он?
21:35:23,5 BTC 2937 (TCAS) INCREASE CLIMB, INCREASE CLIMB!
21:35:27,3 BTС 2937 Клайм, он говорит!
21:35:29,8 DHX 611 (ругань)[* 4].
21:35:31,8 BTC 2937 (ругань)[* 5].
21:35:32 Звук удара[13][* 6].

Тикшереү үҙгәртергә

 
Һәләкәт ҡорбандарының исемдәре яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ
 
Aero Lloyd авиакомпанияһының Airbus A320 борты, Петер Нильсендың иғтибары уға күскән була

Һәләкәт сәбәптәрен тикшереү менән Авиация ваҡиғаларын тикшереү буйынса немец федераль бюроһы ойошторған комиссия (BFU) (нем. Bundesstelle Für Flugunfalluntersuchung) шөғөлләнә.

BFU-ның тикшереүҙе йомғаҡлау отчёты 2004 йылдың 1 майында баҫыла.

Отчётҡа ярашлы, бәрелешеүҙең туранан-тура сәбәптәре түбәндәгеләр була:

  • Авиадиспетчер самолёттар араһында хәүефһеҙ эшелонлашыуҙы тәьмин итә алмаған, Ту-154 самолеты экипажына түбәнәйергә ҡушҡан инструкция үтә һуң тапшырылған.
  • Ту-154 экипажы, һауа хәрәкәтенә идара итеү үҙәге күрһәтмәһенә ярашлы, түбәнәнәйә башлай һәм, TCAS-тың күтәрелергә тигән бойороғо алынһа ла, түбәнәйеүҙе дауам итә. Шулай итеп, TCAS-RA талабына ҡапма-ҡаршы манёвр яһала.

Комиссия шуларҙы ла билдәләй:

  • ACAS/TCAS-тың авиация мөхитенә интеграцияланыуы тулы булмаған һәм бөтә критерийҙар буйынса етештереүсе ниәтенә тап килеп бөтмәгән. CAS/TCAS эшен көйләүсе ИКАО инструкциялары, TCAS етештереүсеһенең эксплуатациялау буйынса инструкцияһы һәм дәүләттәрҙең авиаташыусылары ҡулланма итеп алған документтар стандартлаштырылмаған, тулы түгел һәм өлөшләтә бер-береһенә ҡаршы килә.
  • Һауа хәрәкәтенә идара итеү хеҙмәте персоналдың етерлек һанда булыуын тәьмин итмәгән һәм төнгө сменала уның етешмәүе менән ризалашҡан.
  • Һауа хәрәкәтенә идара итеү хеҙмәте бер нисә йыл буйы төнгө сменала хеҙмәттәше ял иткәндә һауа хәрәкәтенә бер генә диспетчер идара итеүе менән килешкән һәм хәлде төҙәтеү буйынса сара күрмәгән.

Бынан тыш, отчётта «Skyguide» етәкселегенең һәм Халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһының (ИКАО) хаталары билдәләнә.

Бәрелеш төнөндә диспетчерға самолёттарҙың яҡынлашыу хәүефен белдерә торған ҡорамал техник хеҙмәтләндереүгә һүндерелгән була. Шулай уҡ телефон бәйләнеше лә һүндерелгән була, ә дублер телефон линияһы боҙоҡ булып сыға. Ошо арҡала Нильсен кәрәк ваҡытта Фридрихсһафен аэропорты менән бәйләнешкә инеп, уларҙан Aero Lloyd авиакомпанияһының тотҡарланған Airbus A320 (AEF 1135-се рейс) самолёты менән эш итеүен һорай алмай һәм икенсе терминал буйынса уны ла күҙәтеү мәшғүл була. Шулай уҡ телефон бәйләнешенең һүндерелгәнлеге арҡаһында Карлсруэ һауа хәрәкәтенә идара итеү үҙәге диспетчеры, ике самолёттың хәүефле яҡынлашыуын күрһә лә һәм «Skyguide» үҙәге менән 11 тапҡыр бюәйләнешкә инергә тырышып ҡараһа ла, был хаҡта Нильсенға хәбәр итә алмай.

Ошо һәләкәткә тиклем, 2001 йылдың 31 ғинуарында, Японияның Суруга ҡултығы өҫтөндә McDonnell Douglas DC-10 экипажы — TCAS бойороҡтарына ярашлы, ә Boeing 747 экипажы уларға ҡаршы манёврҙар яһауы арҡаһында оҡшаш инцидент була. Әммә тейешле аңлатмалар тик һәләкәттән һуң ғына баҫып сығарыла.

Һләкәттең эҙемтәләре үҙгәртергә

Авиадиспетчерҙы үлтереү үҙгәртергә

 
«Skyguide» офисында һәләкәт ҡорбандарына һәм диспетчер Петер Нильсенға мемориал

2004 йылдың 24 февралендә авиадиспетчер Петер Нильсен үҙ йортоноң тупһаһында үлтерелә. Үлтереүҙә шик аҫтына ҡуйылған 46 йәшлек Виталий Константинович Калоев ҡулға алына, ул һәләкәттә ҡатыны Светлана (44 йәш) менән ике балаһын — ҡыҙы Диананы (4 йәш) һәм улы Костяны (10 йәш) юғалтҡан була. Калоев белдереүенсә, ул Нильсенға балаларының фотоларын күрһәткән һәм Нильсендың булған ҡаза өсөн ғәфү үтенеүен теләгән. Нильсен Калоевтың ҡулына һуғып, фотоларҙы бәреп төшөргән. Виталий Калоевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул артабан нимә булғанын хәтерләмәй[14] — Калоев үлтереүҙә ғәйебен танымай (әммә инҡар ҙа итмәй)[15]. Калоев немец телен белмәй[16]. 2005 йылдың 26 октябрендә ул үлтереүҙә ғәйепле тип табыла һәм уны һигеҙ йылға иректән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарыла[17].

2006 йылдың 25 ноябрендә Швейцарияның апелляция суды Калоевтың эшен ҡайтанан ҡарау тураһында ҡарар ҡабул итә. Суд Рәсәй гражданына сығарылған хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарыуҙан баш тарта, ләкин апелляция ялыуының 8 йылға иректән мәхрүм итеүҙең үтә ҙур мөҙҙәт булыуы тураһындағы пункты менән килешә. 2007 йылдың 3 июлендә Цюрих кантонының юғары инстанция суды, Виталий Калоевтың авиаһәләкәттә ҡатыны менән ике балаһын юғалтыу сәбәпле иҫ-аҡыл теүәллеге сикле булыуын иҫәпкә алып, иректән мәхрүм булыу мөҙҙәтен 8 йыл урынына 5 йыл да 3 айға ҡалдыра[18]. Был ҡарар Калоевҡа мөҙҙәтенән алда иреккә сығыу хоҡуғын бирә, ләкин был хоҡуҡ өҫтөнән прокурор Ульрих Ведер ялыу бирә.

2007 йылдың 12 ноябрендә, прокурор протесы ҡаралғандан һуң, Виталий Калоев мөҙҙәтенән алда иреккә сығарыла һәм Рәсәйгә ҡайта. Осетияла уны яҡташтары дәррәү шатланып ҡаршы ала һәм 2008 йылдың ғинуарынан ул Төньяҡ Осетияның төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[19].

Граждан суд процестары үҙгәртергә

2005 йылда «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһы «Skyguide» диспетчер компанияһын, бер йылдан, һауа хәрәкәте хәүефһеҙлеге нормаларының тейешенсә үтәлеүен тәьмин итмәүҙә ғәйепләп, Германия Федератив Республикаһын да судҡа бирә. Емерелгән самолёт өсөн компенсация суммаһы 2,6 млн евро тәшкил итә. 2006 йылдың 27 июлендә Конштанц район суды булған хәл өсөн Германия Федератив Республикаһы тулыһынса яуаплы тип таба, сөнки Германияның өҫтөндәге һауа хәрәкәтен контролләүҙе сит илдең (Швейцария) шәхси компанияһына тапшырып ҡуйыу законһыҙ булып тора, тимәк, «Skyguide» менән төҙөлгән договорҙар ҙа ғәмәлдә була алмай. Германияның төп законына ярашлы, дәүләттең һауа хәрәкәтенә контролде тәьмин итеү был дәүләттең власть органдарының айырып алғыһыҙ бурысы булып тора. Судҡа ярашлы, Германия «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһына компенсация түләргә тейеш. Судтың был ҡарары өҫтөнән Германия хөкүмәте дәғүә бирә[20][21]. 2013 йылда «Башҡортостан авиалиниялары» менән Германия араһындағы бәхәс судһыҙ ғына көйләнә, Карлсруэла юғары өлкә судында барған суд тикшереүе туҡтатыла.

2004 йылға тиклем Швейцарияның «Winterthur» страховкалау компанияһы «Skyguide» компанияһының страховка түләүҙәрен түләп бөтә. Страховка күләме тураһында мәғлүмәт таратыу тыйыла. 150 000 долларға тиклемге компенсация суммаһы BTC 2937 рейсының 41 ҡорбанының туғандарына таратыла, улар компания тәҡдименә (юридик яуаплылыҡты танымайынса матди ярҙам алыу) ризалаша. Ҡалған 30 ҡорбандың туғандары был тәҡдим менән ризалашмай һәм хоҡуҡтарын суд тәртибендә яҡларға ҡарар итә[22]. 2009 йылдың 29 ғинуарында Барселонаның (Испания, килеү аэропорты булараҡ) апелляция суды «Башҡортостан авиалиниялары» һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәр ҡорбан иҫәбенә 20 400 АҠШ доллары күләмендә компенсация түләргә тейеш тип ҡарар сығара[23]. 2011 йылдың майында Швейцарияның Федераль суды авиаһәләкәт ҡорбандарының туғандарына түләнгән компенсация күләмен арттырыу талабын ҡуйған апелляцияны кире ҡаға һәм компенсацияның максималь күләме бер ҡорбанға 33 000 швейцар франкы тәшкил итә тип ҡарар сығара[24].

2005 йылда «Winterthur» страховкалау компанияһы, һәләкәт өсөн Рәсәй пилоттарының да өлөшләтә ғәйепле булыуына нигеҙләнеп, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһынан DHX 611 рейсы экипажының туғандарына түләнгән страховка түләүҙәренең 60 процентын, йәғни 2,5 миллион евроны, ҡаплауҙы талап итеп, судҡа дәғүә бирә. 2008 йылдың 18 сентябрендә Конштанц ҡалаһының район суды был дәғүәне кире ҡаға[25].

«Skyguide» эше буйынса суд процестары үҙгәртергә

2006 йылдың майында «Skyguide» компанияһының һигеҙ хеҙмәткәрен ғәйепләгән суд процесы башлана[26]. Хәл иткес ҡарар 2007 йылдың сентябрендә сығарыла. «Skyguide»тың дүрт менеджеры һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереүҙә ғәйепле тип табыла. Уларҙың өсөһө шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителә, береһенә штраф һалына. Ҡалған дүрт ғәйепләнеүсе аҡлана[27].

Хәтер үҙгәртергә

 
«Өҙөлгән ынйы мәрйен» мемориалы
Файл:Мемориал погибшим в авиакатастрофе над Боденским озером.JPG
Мемориал жертвам катастрофы на Южном кладбище Уфы
  • Юберлинген эргәһендә авиаһәләкәт урынына «Өҙөлгән ынйы мәрйен» мемориалы ҡуйылған (нем. «Die zerrissene Perlenkette»). Уның нигеҙенә Диана Калоеваның фажиғә урынында табылған ынйы мәрйене ята.
  • Цюрихтың бәрелешкән самолёттарға идара итеү атҡарылған диспетчерлыҡ пунктында хәҙер һәр ваҡыт тере рауза сәскәһе тора.
  • 2937-се рейстың бөтә пассажирҙары ла тиерлек һәм экипаж ағзалары Өфөнөң Көньяҡ зыяратында йәнәш ҡәберҙәргә ерләнгән (ҡәберҙәр, һәләк булғандар самолётта нисек ултырһалар, шулай теҙелгән). Зыяратта улар иҫтәлегенә мемориал асылған.

Мәҙәниәттә сағылышы үҙгәртергә

  • Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәт «National Geographic Channel» телеканалының Авиаһәләкәттәрҙе тикшереү һәм Һәләкәткә тиклемге секундтар (икеһендә лә Һауалағы бәрелеш тип аталған серия) тигән ике документаль сериалында күрһәтелә.
  • 2005 йылда документаль фильм сыға «Боден ҡапҡаны. Күл өҫтөндәге үлем» 2017 йыл 23 октябрь архивланған. («Единая Медиа Группа» «Телеканал Россия» дәүләт телерадиокомпанияһы заказы буйынса төшөрә).
  • 2012 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында «Күл буйындағы йорт» тигән документаль фильм күрһәтелә (режиссёры Гөлназ Ғәлимуллина)[28].
  • Авиаһәләкәт ваҡиғаһы «Төнгө осош — Юберлинген өҫтөндәге һәләкәт» немец-швейцар телефильмы (нем. Flug In Die Nacht — Das Unglück Von Überlingen) (2009)[29], «10 секунд» тигән немец фильмы (нем. 10 Sekunden) (2008)һәм «Отрыв» (2007) тигән Рәсәй фильмы нигеҙенә һалынған.
  • ТВ3 телеканалында «X-версиялар. Шау-шыулы эштәр» документаль сериалында «Тәғәйенләнеш пункты: Боден күле» серияһында һәләкәт күрһәтелә[30].
  • Һәләкәт тураһында И. А. Муромовтың «100 великих авиакатастроф» китабында Столкновение Ту-154М и «Боинга-757» над Германией тигән бүлектә телгә алына.
  • 2017 йылдың 7 апрелендә АҠШ-та «Последствия» тигән нәфис фильм сыға, ул Боден күле өҫтөндә булған һәләкәт һәм авиадиспетчерҙы үлтереү ваҡиғаларына нигеҙләнә. Виталий Калоев ролен (фильмда уға Роман Мельник тигән исем бирелгән) Арнольд Шварценеггер башҡара.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Комментарийҙар үҙгәртергә

  1. Был рейста ул, пилоттар кабинаһында булһа ла, формаль рәүештә бер вазифа ла башҡармай
  2. Ғәмәлдә нәҡ ул BTC 2937 рейсының командиры була, икенсе пилот урынында ултыра һәм КВС Александр Гросстың эшен күҙәтә
  3. Бында һәм артабан Бөтә донъя координацияланған ваҡыты — UTC ҡулланыла
  4. Пилоты «Боинга» увидели Ту-154 и потянули штурвалы вниз
  5. Пилоты Ту-154 увидели «Боинг» и потянули штурвалы вверх
  6. Согласно отчёту BFU, бортовые самописцы обоих самолётов работали до столкновения с землёй. Содержание записей бортовых самописцев обоих самолётов после столкновения не опубликовано

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Известия.Ру. Пилоты Ту-154 не успели отдохнуть перед рейсом. Дата обращения: 2 июль 2010. Архивировано 16 декабрь 2012 года.
  2. RA-85816 — russianplanes.net — Карточка борта
  3. REGISTRATION DETAILS FOR RA-85816 (BASHKIRIAN AIRLINES) TU-154-M — PlaneLogger
  4. Список погибших пассажиров и экипажа рейса 2937 "Ту-154" авиакомпании "Башкирские авиалинии"
  5. Авиакатастрофа в Германии. Подробности
  6. A9C-DHL DHL International Boeing 757-200PF — cn 24635 / 258
  7. DHL Airways A9C-DHL (Boeing 757 — MSN 24635) (Ex 9J-AFO OO-DLK VH-AWE)
  8. РИА-Новости
  9. NEWSru.com: Поездка в Испанию стала детям наградой за успешную учёбу
  10. Новости NEWSru.com :: В небе Германии столкнулись Ту-154 и Boeing 757: 71 человек погиб. Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 30 ғинуар 2013 года.
  11. NEWSru.com
  12. Һәләкәткә тарыған Ту-154-тә Белоруссияның дүрт гражданы була. Lenta.ru (4 июль 2002). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  13. Катастрофа Ту-154М а/к 'БАЛ' над Боденским озером (борт RA-85816), 01 июля 2002 года. Расшифровка переговоров.
  14. Калоев просит прощения у детей убитого диспетчера Sky Guide
  15. Виталий Калоев не признал своей вины, правда, заявил, что, судя по уликам, именно он убил авиадиспетчера Нильсена 2015 йыл 27 сентябрь архивланған.
  16. Дневник Романа Попова
  17. Приговор Калоеву не устраивает многих (рус.)
  18. РосБизнесКонсалтинг 2015 йыл 16 апрель архивланған.
  19. Калоев вышел из тюрьмы в Швейцарии. BBC
  20. Juristische Nachspiele
  21. Kollision bei Überlingen jährt sich zum 10. Mal
  22. Skyguide готова заплатить
  23. NZZ Online: Schadensersatz für Hinterbliebene
  24. Через 10 лет после трагедии
  25. Stuttgarter Nachrichten: Gericht weist Klage ab 2009 йыл 2 август архивланған.
  26. Начинается суд над сотрудниками Skyguide. © BBC MMVII (15 май 2007). Дата обращения: 24 мая 2007. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  27. Суд вынес приговор менеджерам Skyguide
  28. ИА Башинформ
  29. Flug in die Nacht — Das Unglück von Überlingen
  30. YouTube сайтында X-версии. Громкие дела — Пункт назначения: Боденское озеро

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Авиационные происшествия 2002 года Ҡалып:Расследования авиакатастроф