Биргитта Шведская (принцесса)

швед принцессаһы

Принцесса Биргитта Ингеборга Алиса Шведская 1937 йылдың 19 ғинуарында тыуа) — швед принцессаһы, никахта княгиня Гогенцоллерн, король Карл XVI Густавтың һеңлеһе.

Биргитта Шведская
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Титул Швеция принцессаһы[d]
Тыуған көнө 19 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (87 йәш)
Тыуған урыны Дворец Хага[d], Сольна[d]
Атаһы Густав Адольф Оскар Фредерик Артур Эдмунд[d][1]
Әсәһе Сибилла Саксен-Кобург-Готская[d][1]
Бер туғандары Карл XVI Густав[d], Дезире Шведская, Кристина һәм Маргарет Шведская
Хәләл ефете Иоганн Георг Гогенцоллерн[d]
Балалары Карл Кристиан Гогенцоллерн[d], Дезире Гогенцоллерн[d] һәм Хубертус Гогенцоллерн[d]
Нәҫеле Бернадоты[d] һәм Гогенцоллерны-Зигмарингены[d]
Уҡыу йорто Шведский Государственный институт физической культуры и спорта[d]
Franska Skolan[d]
Префикс титула Королевское высочество[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d] һәм светский лев[d]
Спорт төрө Гольф
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Большой крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» орден Серафимов
 Биргитта Шведская Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Принцесса принц Адольф Густав, герцог Вестерботтенский һәм уның ҡатыны принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готскаяның икенсе балаһы һәм ҡыҙы була. Принцессаның атаһы Бернадот швед королдәре династияһына ҡарай һәм Швеция короле Густав VI Адольфтың һәм уның ҡатыны, королева Викторияның ейәнсәре Маргарита Коннтаутскаяның улы. Принцессаның әсәһе Сибилла — принц Карл Эдуард, герцог Саксен-Кобург-Готскийҙың һәм принцесса Аделаида Виктория Шлезвиг-Гольштейнскаяның ҡыҙы. Унан һуң ғаиләлә тағы ла ике ҡыҙ бала принцессалар Дезира менән Кристина, шулай уҡ ҡустыһы буласаҡ король Карл XVI Густав тыуа.

Никахы үҙгәртергә

1959 йылда Германияға туғандарына барған сағында принцесса үҙенең буласаҡ ирен немец кенәзе Иоганн Георг Гогенцоллернды (1932-2016) осрата. 1960 йылдың 15 декабрендә йәрәшеүҙәре тураһында иғлан ителә.

Туй 1961 йылдың 25 майында Стокгольмда Королдәр һарайында үткәрергә, ә дини тантана — шул уҡ йылдың 30 май Зигмаринген һарайында  үтә. Туйҙа уның һеңлеһе принцесса Кристина һәм принцесса Бенедикта Датская кәләштең әхирәттәре була. Никахҡа ингәндән һуң Биргитта Швеция принцессаһы һәм Гогенцоллерн княгиняһы тип атала башлай.

Биргитта ғаиләлә тәхет вариҫтары булған икенсе бер ғаилә вәкиле менән династия никахына ингән берҙән-бер бала була. 1990 йылда улар айырым йәшәй башлай, әммә никах рәсми рәүештә тарҡалмай. Был никахтан өс бала тыуа:

  • Карл Кристиан Гогенцоллерн (1962 йылдың 5 апрелендә тыуа) Николь Элен Нестичҡа (1968 йылдың 22 ғинуарында тыуа) өйләнгән, бер улдары була;
  • Дезире Гогенцоллерн (1963 йылдың 27 ноябрендә тыуа), беренсе никахы граф Ортенбург Генрих Георг Франц менән (өс бала), икенсе никахы Экберт Болен унд Хальбах менән;
  • Хубертус Гогенцоллерн (1966 йылдың 10 июнендә тыуа), Мария Ута Кенигҡа өйләнгән.

Уларҙың балалары Ғәли Йәнәптәре титулын йөрөтә.

Короллек бурыстары үҙгәртергә

Принцесса — король гольф йәмғиәтенең почетлы ағзаһы. Был вазифаны ул 1997 йылда атаһының ҡустыһы принц Бертиль вафат булғандан һуң үҙ өҫтөнә ала.

Биргитта йыл һайын Изге Люсия Көнөндә ҡатнаша һәм уны  Швецияның милли байрамы тип иҫәпләй.

Принцесса 2010 йылда ире һәм балалары менән бергә ҡустыһының ҡыҙы кронпринцесса Виктория менән Даниэль Вестлингтың туйына саҡырыла.

Титулдары үҙгәртергә

  • 19 ғинуар, 1937 — 25 май, 1961: Король Ғәли Йәнәптәре Принцесса Шведская
  • 25 май, 1961 — хәҙерге ваҡытта: Король Ғәли Йәнәптәре Принцесса Шведская, Принцесса Гогенцоллерн

Шәжәрәһе үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Lundy D. R. Birgitta Ingeborg Alice Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)