Бидғәт (ғәр. بدعة‎; рус. Би́да) — Исламда дингә, унда элек булмаған, уның шарттарына тура килмәгән яңы эш йәки ғәмәл индереү.

Бидғәт

Этимологияһы үҙгәртергә

Харлампий Барановтың ғәрәп-рус һүҙлегендә ғәр. بدعة‎ («бидғәт») һүҙенең ошондай мәғәнәләре килтерелә:

  1. яңыса фекер, яңыса ғәмәл;
  2. диндә: мөртәтлек.

Бидғәт һүҙе ғәрәп телендә диндәге яңылыҡты ғына билдәләмәһә, башҡорт телендә бары тик Ислам менән генә бәйләнешле һәм Ислам диненә яңлыҡ индереү юҫығында ғына ҡулланыла.

Төшөнсә тарихы үҙгәртергә

Бидғәт хаҡында төшөнсә оппозиция мөхитендә, тәү сиратта, Усман ибн Әффан хәлифәне төрлө «яңылыҡтар»ҙа — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренә һәм ҡылыҡтарына ҡаршы килгән сараларҙа ғәйепләүсе шиғыйҙарҙа һәм харижиҙарҙа барлыҡҡа килгән[1]. Артабан был төшөнсә полемикала һәм доксографик әҙәбиәттә инде «боҙоҡ күҙаллау», «яңылышыу» мәғәнәһендә киң таралыу ала. «Бидғәт» төшөнсәһенең аныҡ сиктәре юҡ: бер үк ғәмәлде йә фекерҙе төрлө мәктәп вәкилдәре «рөхсәт ителмәгән яңылыҡ» йәки «яңылышыу»[1](«…һәр яңылыҡ — яңылышлыҡ»)[2]), йә Ҡөрьән һәм сөннәт авторитетына таянған «хаҡ инаныс» тип һүрәтләй [1]. Был бигерәк тә мосолмандарҙың эсхатологик ҡараштарына ҡағыла [1].

Ислам динендә бидғәт ширктән ҡала иң ҙур гөнаһ булып һанала. Бидғәт (диндәге) ике төргә бүленә. Тәүгеләре — ғаҡидә >мәсьәләләрендәге бидғәт. Икенсеһе — ғибәҙәт йолаһына шәриғәткә һыймаған үҙгәреш индереү, йәки яңы йола уйлап сығарыу.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ислам: ЭС, 1991
  2. Абу Дауд Сунан, хадис № 4607; ат-Тирмизи, хадис № 42678.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Прозоров С. М. Бида // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 41. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).