Бибиһәйбәт (әзерб. BibiheybətBibiheybət) — Баҡы ҡалаһының Сабаил районындағы ҡасаба.

Посёлок
Бибиһәйбәт
әзерб. Bibiheybət
Герб
Герб
Ил

Әзербайжан

Район

Сабаил районы

Координаталар

40°18′19″ с. ш. 49°48′22″ в. д.HGЯO

Рәсми тел

әзербайжан теле

Халҡы

1451 кеше

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Показать/скрыть карты
Бибиһәйбәт (Әзербайжан)
Бибиһәйбәт
Бибиһәйбәт

Тарихы үҙгәртергә

2007 йылда Бибиһәйбәт автомагистрален киңәйтеү һәм мәсеткә реконстукция үткәреү маҡсатында Бибиһәйбәт ҡасабаһында йәшәгән бер нисә тиҫтә ғаилә яңы йорттарға күсерелә. Ҡасабала шулай уҡ спорт стадионы, балалар баҡсаһы, ял паркы төҙөлә[1].

Халҡы үҙгәртергә

Эксперттар иҫәпләүе буйынса 2013 йылда ҡасабала 2 227 кеше йәшәгән[2].

Халыҡ һаны үҙгәреү таблицаһы. 2005 йылдан алып 2013 йылға тиклем.
Йыл 2005 йыл (баһа) 2007 йылда (баһа) 2011 йылда (баһа) 2013 йылда (иҫәпләү)
Һаны (кеше) 1 400   1 400  2 000  2 227 

Мәсет үҙгәртергә

 
Бибиһәйбәт мәсете  Рәсәй империяһы заманы открыткаһында

Бибиһәйбәт ҡасабаһында "Бибиһәйбәт мәсете" комплексы урынлашҡан. Мәсетте XIII быуат уртаһында ширваншаһ Әбү-л-Фатх Фаррухзад төҙөгән. Ул 1936 йылда большевиктар тарафынан тулыһынса емерелә[3]. 1990 йылдар аҙағында мәсетте ҡабат тергеҙәләр. Бөгөнгө комплексҡа мәсеттән тыш хөрмәтле кешеләрҙең кәшәнәләре лә инә.  Әзербайжандағы ислам ҡомартҡыларың береһе һанала.

Ятҡылыҡтары үҙгәртергә

 
Империя заманындағы Бибиһәйбәт һүрәтләнгән открытка

Бибиһәйбәт ҡасабаһы янында шундай уҡ атамалы нефть һәм газ коденсаты ятҡылығы бар. XIX быуатта тиклем бындағы нефть ҡоҙоҡтарҙан сығарыла, ә инде 1848 йылдың 14 июленән тәүге скважина быраулана[4]. Ошонда уҡ СССР заманында тәүге диңгеҙ скважинаһы ултыртыла. Был ятҡылыҡтағы ҡайһы бер нефть парафинһыҙ, шуға уларҙы майлау  майҙары булараҡ файҙаланалар.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Аббасова, Рена. Из поселка Биби-Эйбат переселят еще 14 семей, 1news.az (10 август 2007). 20 апрель 2013 тикшерелгән.
  2. Bibiheybət:population figures. World Gazetteer. Дата обращения: 20 апрель 2013. Архивировано 20 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  3. Л. С. Бретаницкий. Зодчество Азербайджана XII-XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока. — М.: Наука, 1966. — С. 158. — 556 с.
  4. Би-би-си