Беттәр (лат. Anoplura, (рус.  Вши ) — ҡан һурыусы бөжәктәр отрядына ҡараған, кеше, ҡош, йәнлек тәнендә булған паразиттар; тиф, биҙгәк таратыусылар[1]; тулы булмаған әүерелеш юлы менән үҫә торған бөжәктәр.

Беттәр
Кеше бете (Pediculus humanus)
Кеше бете (Pediculus humanus)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anoplura Leach, 1815

ғаилә

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  103344
NCBI  30005
EOL  2760803

Кәүҙәһе ромб һымаҡ, ҙурлығы 2,5-тән алып 5 мм-ға ҡәҙәр, тығыҙ, һарғылт-һоро төҫтә; баш, күкрәк һәм ҡорһаҡ өлөштәренә бүленә. Күкрәгендә хәрәкәтсел тырнаҡлы өс пар ҡыҫҡа аяҡтары бар. Ауыҙ аппараты тирене тишеп һурыуга яйлашҡан. Беттәрнең төкөрөк биҙҙәре бүлентеләре кеше һәм хайуандарҙа ҡан ойошоуҙы тотҡарлай. Инә беттәр тәүлегенә 3-тән алып 15-кә ҡәҙәр, ә үҙ ғүмеренә (1,5 айға ҡәҙәр) барлығы 50-нән алып 350-гә ҡәҙәр күкәй (һеркә) һала. Кеше тәнендә 3 төрө бет паразитлык итергә мөмкин, кейем беттәре (Pediculus vestimenti), баш беттәре (P. capitis) һәм касык түмһәкәй бете (Phthirius inguinalis). Беттәр тешләгән урын ҡысыта, тырнау нәтижәһендә тире тупаҫлана, үлекләй.

Беттәр — паразитар тиф, волын йәки траншея биҙгәге, түләрәмә ауырыуҙарын таратыусылар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)

Сығанаҡ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Павловский Е.Н. Руководство по паразитологии человека. М.-Л., 1948; Соснина Е.Ф. Итоги изучения вшей в Волжско-Камском крае // Материалы итоговой научной конференции зоологов ВКК. Казань, 1970.