Бетти Уильямс

Төньяҡ Ирландияның тыныслыҡ көрәшсеһе

Бетти Уильямс (ингл. Betty Williams, 22 май 1943 йыл) — Мейрид Корриган менән берлектә тыныслыҡ буйынса 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты, Тыныс кешеләр берләшмәһен (Community of Peace People) ойоштороусыларҙың береһе. Был ойошманың эшмәкәрлеге Төньяҡ Ирландияла ҡанлы конфликтты тыныс көйләргә ярҙам итә.

Бетти Уильямс
ингл. Betty Williams
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған көнө 22 май 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Белфаст[d], Төньяҡ Ирландия, Бөйөк Британия[1]
Вафат булған көнө 17 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[4] (76 йәш)
Вафат булған урыны Белфаст[d], Төньяҡ Ирландия, Бөйөк Британия
Хәләл ефете Ralph Williams[d] һәм James Perkins[d]
Һөнәр төрө антивоенный активист
Эш урыны Юго-восточный университет Нова[d]
Sam Houston State University[d]
Уҡыу йорто St Dominic's Grammar School for Girls[d]
Ойошма ағзаһы Nobel Women's Initiative[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Бетти Уильямс Викимилектә

Тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Төньяҡ Ирландияла сағыштырмаса һирәк осрай торған ҡатнаш ғаиләлә (атаһы — протестант, әсәһе — католик) тыуа.

1976 йылдың 10 авгусында Уильямс ИРА яугирҙәре машинаһының өс баланы тапап үлтереүенең шаһиты була. Был өс баланың әсәһе Анна Магуайр (Anne Maguire) иҫән ҡала, әммә 1980 йылда Яңы Зеландияла үҙ-үҙен үлтерә.

Ваҡиғанан һуң ике көн үткәс, Уильямс тыныслыҡ тураһындағы петиция аҫтына 6000 ҡултамға йыя, ваҡытлы баҫмаларҙа ла уның тураһында күп яҙа башлайҙар. Анна Магуайрҙың һеңлеһе Мейрид Корриган менән бергәләп улар Ҡатын-ҡыҙҙар тыныслыҡ яҡлы (Women for Peace) тигән ойошма ойоштора, һуңыраҡ уның атамаһы Тыныс кешеләр берләшмәһе тип үҙгәртелә. Был ойошманы ойоштороуҙа уларға журналистка Кьяран Маккеон (Ciaran McKeown) ярҙамлаша, ул берләшмә Декларацияһын яҙа һәм уны яҡлап митинг ойоштора.

1977 йылда Уильямс менән Корриганға тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы тапшырыла (1976 йыл өсөн). 1978 йылда берләшмәне ойоштороусыларҙың өсөһө лә вазифаларынан китеп, яңы әүҙемселәргә үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек аса[6].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Атаһы Уильямс м-р Смит (Mr. Smyth) — ит сабыусы, әсәһе йорт хужабикәһе була. Башланғыс белемде — Изге Тереза исемендәге мәктәптә (St. Teresa’s Primary School), урта белемде Изге Доминиктың грамматика мәктәбендә (St. Dominic’s Grammar school) ала. 1961 йылдың 14 июнендә Ральф Уильямсҡа кейәүгә бара. Улдары Пол тыуа, ул футболсы була, йәнә ҡыҙҙары Дебора донъяға килә. 1982 йылда Бетти ире менән айырылыша һәм, икенселәйгә Джеймс Т. Перкинс менән өйләнешеп, АҠШ-тың Флорида штатына күсә. Лекциялар уҡый[7][8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #136901492 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Betty Williams (Nobel laureate) // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Betty Williams // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. E' morta Betty Williams, premio Nobel e ideatrice della Città della Pace (итал.)
  5. https://nobelwomensinitiative.org/laureate/
  6. УИЛЬЯМС, БЕТТИ — Онлайн-энциклопедия Кругосвет.
  7. Бетти Уильямс. Биографическая справка 2012 йыл 13 октябрь архивланған. (инг.)(инг.) — Сайт Нобелевского комитета.
  8. Нобелевские лауреаты не прочь убить Буша — Интернет-газета «Дни.ру», 25.07.2006.

Һылтанмалар үҙгәртергә