Бетпаҡ (ҡаҙ. Бетпақдала), шулай уҡ Төньяҡ ас далаһында — Ҡаҙағстандың Ҡарағанда, Көньяҡ-Ҡаҙағстан һәм Жамбыл өлкәләрендәге сүллек. Һарыһыу, Чу йылғаларының  түбәнге ағымы һәм Балхаш күле араһында урынлашҡан.

 Балхаш к-ле янындағы Бетпаҡ-Дала

Тасуирлама үҙгәртергә

Географик координаталары (46°02 'N 70°12' E). Ул төньяҡта 46°30' параллеле янында Ҡаҙаҡ сусағы менән сиктәш. Майҙаны яҡынса 75 000км², көнбайыштан көнсығышҡа һуҙымы 500 км тирәһе,төньяҡтан көньяҡҡа табан 170 км-ға тиклем.  Бетпаҡ-Дала — яҫы һәм һөҙәк-тулҡынлы уртаса бейеклеге 300-350 метр булған  уйһыулыҡ. Юғары нөктәһе — Жамбыл тауы (диңгеҙ кимәленән  974 метр өҫтә). Бетпаҡ-Даланың көнсығыш өлөшө Ҡаҙаҡ сусағының —  палеозой ултырмаһының һәм урғылған тоҡомдарҙың тығыҙ комплексы каледония структураһының дауамы булыуҙан ғибәрәт. Бер яҡ ҡырында тигеҙлек, бында тәпәш тауҙар  күп һанлы уйпатлыҡтар менән сиратлаша. Көнбайыш өлөшөндә палеозой тоҡомдары  горизонталь ҡатлам аҫтына сумып ятҡан мезозой һәм палеоген ыуалып торған ултырмалары  (ҡом, ҡомташ, балсыҡ, ҡырсынташ) аҫытына инеп китә, улар түбәнәйә барыусы уйпатлыҡтар һәм ябыҡ уйһыулыҡтар  тигеҙлек ҡатламын барлыҡҡа килтерә[1].

Климаты континенталь, йәй ҡоро һәм эҫе, ҡыш уртаса һалҡын, аҙ ҡарлы (ҡар ҡатламы ҡалынлығы 10-15 см-ҙы үтмәй), ғинуарҙағы уртаса температураһы -12—14°c, июлдә 24-26°C. Мул һыулы  ер аҫты һыуҙары ятҡылығының  тәрәнлеге йылына 30 метрға тиклем. Йыллыҡ яуым-төшөм 100-150 мм. Сүллектә һоро һәм һоро тупраҡ өҫтөнлөк итә. Түбәнлектәрҙә таҡырлыҡтар һәм тоҙлоҡтар таралыш алған. Һарыһыу һәм Шу яны  нығытылған һәм ҡалҡыу ҡомлоҡтарында саҡсаулы һәм терескен-көкөрт-житеяҡ ассоцияцияһы өҫтөнлөк итә. Фауна вәкилдәре — архара һәм илек, тау алды тигеҙлегендә һәм үҙәндәрҙә — сайғаҡ, йәйрән; туғаҙаҡ, ҡор, ағуна йәшәй. Бетпаҡ-Дала киңлектәре Ҡыҙылурҙа, Шымкент, Жамбыл һәм Еҙҡаҙған өлкәләре хужалыҡтары өсөн  яҙлы-көҙлө көтөүлек урынына ҡулланыла. Яҙын малдарҙы Ҡаҙаҡ сусағы йәйге көтөүлегенең төньяғына ҡыуалар, көҙөн ҡышлауға көньяҡҡа — Майынҡом ҡомлоғона һәм Чу йылғаһы туғайлыҡтарына күсерәләр. Бетпаҡ-Далала майҙаны 25 000 гектар булған зоология заказнигы ойошторолған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Сүллекте өйрәнеү тарихы. Зоолог В.А. Селевинетәкселегендәге  "Бетпаҡ-Дала" экспедицияһы  М.Д. Зверевтың "Аҡ таптың бөтөүе" китабында тасуирлана[2]. Уның 1936 йылдағы  экспедицияһы сүллектә Асказансор фаунаһы ҡаҙылмалары ҡаҙыныу эштәре үткәрә[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бетпакдала // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
  2. М.Д. Зверев. Конец белого пятна. — Алма-Ата: Гос. Издат. Худ. Лит., 1956. — 20 000 экз.
  3. Асказансорская ископаемая фауна // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.