Берта Карлик (нем. Berta Karlik; 24 ғинуар 1904 йыл — 4 февраль 1990 йыл) — Австрияның ғалим-физигы, Вена университетының беренсе ҡатын-ҡыҙ профессоры.

Карлик Берта
нем. Berta Karlik
Файл:Berta Karlik.jpg
Тыуған көнө

24 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Вафат булған көнө

4 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (86 йәш)

Ил

 Австрия

Эшмәкәрлеге

ғалим

Наградалары һәм премиялары

Haitinger Prize (1947)
Preis der Stadt Wien für Naturwissenschaften (1951)
Вильгельм Экснер миҙалы (1954)
Erwin Schrödinger Prize (1967)

 Берта Карлик Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1904 йылдың 24 ғинуарында Венала, Австро-Венгрияла тыуған.

Башланғыс белемде өйҙә алған, фортепианола уйнарға өйрәнгән, шулай уҡ инглиз, француз һәм голланд телдәрен белгән. 1919−1923 йылдарҙа Reform-Realgymnasium гимназияһында уҡый, уны тамамлағас, Вена университетының фәлсәфә факультетына ҡабул ителә. Бында, 1928 йыл бөткәнсе уҡып, доктор дәрәжәһен ала.

Берта Карлик университетта уҡығанда уҡ швед физигы Ханс Петерсондың (нем. Hans Pettersson) Радий Институтындағы (унда. Radium Institute) тикшеренеүҙәр төркөмөндә эшләй. Шунда уҡ Халыҡ-ара университет белеменә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар федерацияһының (ингл. Federation University of Programmatically) стипендияһына лайыҡ була. Физика өлкәһендә ғилми дәрәжәгә эйә булғас, ул Венала элек үҙе уҡыған Realgymnasium уҡыу йортонда уҡыта башлай.

1930 йылда Берта Карлик Уильям Брэггтың Лондондағы лабораторияһында эшләй башлай. Бында ул кристаллография өлкәһендә кристаллдарҙың структураһын рентген нурҙары менән тикшереүҙәр алып бара. Бертаның радиофизика буйынса эшләүе кристаллограф ғалим ҡатын-ҡыҙҙарҙың иғтибарын үҙенә тартҡан. Улар, Мария Кюриҙең Париждағы лабораторияһына барып, үҙҙәренең ғилми төркөмөн барлыҡҡа килтергәндәр һәм оҙаҡ ваҡыттар буйына хаттар яҙышып, кәңәшләшеп эш иткәндәр.[1] Берта Карлик ғалим-хеҙмәттәштәре — Ellen Gleditsch һәм Eva Resmtedt менән менән бик яҡын таныш булған. Ул шулай уҡ Австрияның ғалимы, йәҙрәнең тарҡалыуы өлкәһендә эшләгән физигы һәм радиохимигы Лиза Мейтнер менән дә осрашҡан .

Париж һәм Лондондағы фәнни эшмәкәрлегенән һуң 1930-сы йылдар башында Карлик Венала Institute for Radium Research эшләй, унда ,1937 йылдан башлап, лекциялар уҡый, институттың хеҙмәт баҫҡыстары буйынса юғары күтәрелә. Ханс Петерсон төркөмөндә диңгеҙ һыуының радиоактивлығын тикшерә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ул иң мөһим асыш эшләй: ул атомдың номер 85 — астатты аса, был элемент, ҡайһы бер ғалимдар фаразлауынса, радиоактив минералдарҙа табылмай, ә Берта Карликтың асышы буйынса тәбиғи тарҡалыуҙың продукты булып тора. Был асыш өсөн ул 1947 йылда Австрия фәндәр академияһының химия буйынса Haitinger Prize премияһы менән бүләкләнә. Ул астатты яман шеш күҙәнәктәрен радиоактив нурҙар менән дауалауҙа ҡулланыу юлдарын тикшерә. Вена университетында эшләүен дауам итә. Пенсияға 1973 йылда сыҡһа ла, институтта 1990 йылдың 4 февраленә тиклем үлгәнсе эшләй. 1954 йылда Вильгельм Экснер миҙалы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Tsoneva-Mathewson, S., M. F. Rayner-Canham, G. F. Rayner-Canham, A Devotion to Their Science: Pioneer Women of Radioactivity, (Eds.

Һылтанмалар үҙгәртергә