Беренсе йәмиғ мәсете

Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете — Башҡортостан Республикаһында һәм Өфө ҡалаһында иң төп мәсеттәрҙең береһе. Адресы: Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы 48-се һанлы йорт. Мәсет бинаһы мәҙәни ҡомартҡы тип иғлан ителгән.

Мәсет
Беренсе йәмиғ мәсете
Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала Өфө Өфө
Адресы Туҡай урамы, 52
Диниә назараты, мөхтәсибәт Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты
Мәсет төрө Йәмиғ мәсете
Архитектура стиле классицизм
Төҙөлөштө башлаусы Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм
Шәфҡәт итеүселәр М. Таһиров, Хазмитев
Төҙөлөү датаһы 1830 йыл
Последний имам В. М. Тимерғәлиев ( 2006 йылдан)
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300109000№ 0300109000
Көмбәҙҙәр һаны 1
Манаралар һаны 1
Манара бейеклеге 27,9 м
Материал кирбес
Торошо эшләй
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY
Китапхана ДаY
Мәҙрәсә ДаY

Тарихы үҙгәртергә

 
Беренсе йәмиғ мәсете. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1910 йыл.

Мәсет 1830 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм тәҡдиме буйынса[1] Өфө ҡалаһының 2-се гильдия сауҙагәре Хоҙайсәйетов Мөьмин Таһир улы аҡсаһына төҙөлә.

1894—1911 йылдарҙа инженер-архитектор И. Мәлев проекты буйынса реконструкция уҙғарыла.

1920-се йылдарғаса Беренсе Өфө йәмиғ мәсете Рәсәй мәсеттәре араһында төп мәсет вазифаһы ролен башҡара.

Мәсеттә «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм дә ике класлы урыҫ-башҡорт училищеһы булған.

1960 — 1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфө ҡалаһында эшләп килгән берҙән-бер мәсет иҫәпләнгән.

Имам-хатибтар үҙгәртергә

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

 
Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете маркала

Халыҡ телендә Туҡай мәсете тип йөрөтөлә[2]. Бының ике төрлө версияһы йәшәй. Беренсе версия мәсет Стәрлебаш районы биләмәһендә йәшәүсе күренекле дини эшмәкәрҙәр биргән Туҡаевтар нәҫеле менән бәйле, тиҙәр. XIX быуатта Стәрлебаш мәҙрәсәһе Рәсәй мосолмандарының дини мәркәзе булған.[3]. Икенсе версия буйынса, мәсет урынлашҡан урам ошо исем менән аталғанға күрә, шулай аталып йөрөтөлә, тиҙәр.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • В память столетия Оренбургского Магометанского Духовного Собрания, учрежденного в г. Уфе. СПб., 1892.
  • Васильева О. В., Латыпова В. В. и др. Дорога к храму: история религиозных учреждений г. Уфы. Уфа, 1993.

Һылтанмалар үҙгәртергә


Ҡалып:Рәсәй мәсеттәре

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Азаматов Д. Д. Габдрахимов, Габдессалям. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 218. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. В Тукаевской мечети отметили рождение пророка(недоступная ссылка)
  3. Ахмеров А. Ю., Актуальные проблемы мусульманского образования и воспитания