Березовка (Ростов өлкәһе)

Березовка — Ростов өлкәһе Сальский районындағы ауыл.

Ауыл
Березовка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Сальский

Ауыл биләмәһе

Сандатовское

Координаталар

46°18′43″ с. ш. 41°49′43″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

[[1814 йыл|]]

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Этнохороним

Березовкалылар

Телефон коды

+7 86372

Почта индексы

347614

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 250 845 004

Код ОКТМО

60 650 445 111

Номер в ГКГН

0049451

Березовка (Рәсәй)
Березовка
Березовка
Березовка (Ростов өлкәһе) (Ростов өлкәһе)
Березовка
Сандатов ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы үҙгәртергә

Сандатов ауыл биләмәһенә ҡарай, Сальский район үҙәгенән 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарих үҙгәртергә

Элек ауыл Ставрополь губернаһының Медвеженский өйәҙенә ҡараған һәм Медвеженский өйәҙенең 5-се земство участкаһында урынлашҡан. Тәүге исемен Оло Егорлык йылғаһының уң ярында беренсе булып утарға ултырған Иосиф Березовский исеменән алған.

1882 йылда ауылда дәүләт аҡсаһына министр өс класлы мәктәп асҡандар — унда 20 ҡыҙ һәм 64 малайуҡыған. Ә 1893 йылда халыҡ аҡсаһына тағы ла бер сиркәү-мәхәллә мәктәбе асҡандар.

1935 йылға тиклем ауылда бары тик башланғыс мәктәптәр генә булған. 1935 йылдың көҙөндә ауылда 51-се һанлы ете йыллыҡ мәктәп асыла. Александр поликарпович Чуликанов мәктәп директоры була. 1938 йылда мәктәп директоры итеп Николай Игнатьевич Маркевич тәғәйенләнә. 1940 йылда уның инициативаһы буйынса тағы бер мәктәп бинаһы йыһазландырылған . Ул саҡта ете йыллыҡ мәктәптә 405 кеше уҡыған. 1961 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡ булған, ә 1971 йылда — урта мәктәпкә әйләнгән.

1870 йылда йәмәғәт аҡсаһына ауылда сиркәү төҙөлә, ә 1872 йылда ул изгеләндерелә. Бейек таш фундамент өҫтөнә һалынған ағас сиркәүҙе зәңгәр төҫкә буяғандар. Сиркәүҙә бай иконостас булдырыла. Боронғолар әйтеүе буйынса Медвеженский өйәҙендәге ике тәхетле Березовка сиркәүе иң матур сиркәүҙәрҙең береһе булған. 1886 йылда сиркәүҙе Рождество Богородицкая сиркәүе тип атай башлағандар.

1941 йылдың июнь айында һуғышҡа ауыл халҡынан Иван Михайлович Швыдкой, Һаҡсыл Василий Филиппович Бережной, Михаил Тимофеевич Черноивановты һәм яҡынса тағы ла 500 кешене фронтҡа алалар. Уларҙың 278-е һуғыш яланында һәләк булған, өйөнә ҡайтҡан 156 ветеран һуғыштан һуң вафат булған.

1942 йылдың йәйендәге һуғыштар ваҡытында ауылды һаҡлаусы зенит пушкаһы расчеты тулыһынса һәләк була. Уларҙың батырлығы хаҡында ауыл һәйкәлендәге мемориаль плитәгә яҙылып ҡуйған: «Бында Березовка ауылын немец илбаҫарҙарын ҡотҡарғанда һәләк булған алты Совет Армияһы яугирҙары:: Залазаев Г. Х., Вотловский И. А., Клеников С. М. ерләнгән, ә өсәүһенең фамилиялары билдәһеҙ».

Алты ай буйына дауам иткән немец оккупацияһы ваҡытында немец штабы ауыл советы бинаһында торған, мәктәптә һалдат казармалары һәм ат һарайыурынлашҡан. Тимофей Иванович Миргород староста итеп тәғәйенләнгән. Ул ауылдаштарын немецтарҙан яҡлаған һәм коммунистарҙы йәшереп алып ҡалған.

1943 йылдың 22 ғинуарында ауыл немецтарҙан 622 авиаполк летчиктары , 28-се армия, 152 һәм 156 -сы И. Е. Ходос һәм Г. Д. Демурин уҡсылары тарафынан азат ителә.

1950 йылдың майында КПСС Үҙәк Комитеты ауыл хужалығы производствоһын артабан үҫтереү маҡсатында ваҡ колхоздарҙы эреләтеп нығытыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 5 бәләкәй колхоз «Верный путь» колхозына берләшә. Эре колхоз ҙур сәсеү майҙанын, барлыҡ техниканы, ремонт базаһын үҙ ҡулында тота. Березовский ауылы колхозы иҡтисадын башлыса иген етештереү тәшкил итә. 1966 йылда колхозсылар иң юғары уңыш ала. 1970 йылда ил В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуын бик ҙур ҡаҙаныштар менән билдәләй. Иң яҡшылары «За доблестный труд» юбилей бүләге менән бүләкләнә, шул иҫәптән,Березовка хужалығынан — Екатерина Петровна Дзюба, Клавдия Васильевна Коленова, Таисия Никифоровна Никулина, Михаил Тимофеевич Черноиванов һәм башҡа 18 кеше Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены, Николай Иванович Карпенко — Ленин ордены менән бүләкләнә. 10 кеше ВДНХ миҙалы менән бүләкләнә. «Верный путь» колхозы социалистик ярышта алты Ҡыҙыл байраҡ һәм КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Почёт грамоталарын яулай. Бөтә был наградалар музейҙа һаҡлана.

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

  • Ауылда ике Дан ордены кавалеры — Иван Михайлович Щвыдкой; 1945 йылда Ҡыҙыл майҙандағы еңеү парадында ҡатнашыусы Алексей Константинович Минко йәшәй.
  • Чечен республикаһы территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ауылдан 15 кеше ҡатнаша. Улар- Александр Супрун , Евгений Геращенко, Виталий Кучер, Вячеслав Немиря — ауыл мәктәбен тамамлаусылар, хәрби операцияла туранан-тура ҡатнашҡандар. Хөкүмәт наградалары бар.
  • Бик ҙур матди сығымдар талап иткән бөтә милләт совет кешеһенең ҡаһарманлығын талап иткән ваҡиға-Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт булды. Был ауылдан Ткачев Виктор Иванович, Нестеренко Валерий Федорович, Микрюков Виталий Сергеевич Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты.

Иҫтәлекле урын үҙгәртергә

Һәйкәл киртләсле баҫҡыстарға ҡуйылған обелиск формаһында эшләнгән, ул туф ташы менән көпләнгән. Обелиск осона ҡыҙыл йондоҙ ҡуйылған. Һәйкәлдең архитекторы — Цынкевич.

1972 йылда обелиск асыла. Ошо уҡ йылда 1942 йылдың август айында ауыл өсөн алышта һәләк булған алты ҡыҙылармеецтарҙың мәйете яңынан ерләнә. Һәйкәлдең ҡабырғаларына һуғышта һәләк булған 278 ауыл кешеһенең исемдәре яҙылған туғыҙ плитә баҫтырылып ҡуйылған. Мемориаль плитәләр стенаһына 2045 йылдағы киләсәк быуын кешеләренә яҙылған мөрәжәғәт капсулаһы урынлаштырылған.

1988 йылда һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған ауылдаштар иҫтәлегенә 278 ҡайын ағасы ултыртылған[3].

  • Тыуған яҡты өйрәнеү музейы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Березовка (Ростов өлкәһе) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Березовка (Ростов өлкәһе) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Книга памяти Сальского района

Һылтанмалар үҙгәртергә