Бережной Иван Михайлович

Бережной Иван Михайлович (1 ғинуар 1924 йыл10 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемётсылар взводы командиры, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Бережной Иван Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Тайыншинский район[d]
Вафат булған көнө 10 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (20 йәш)
Вафат булған урыны Красноперекопск районы, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Ҡырым
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Михайлович Бережной 1924 йылдың 1 ғинуарында Ҡаҙаҡ ССР-ының Көкшетау (хәҙер Төньяҡ Ҡаҙағстан) өлкәһенең Келлер районы Кирмәнсек ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белем ала, 1942 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы станоктар эшләү заводында слесарь була.

1942 йылдың авгусында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1943 йылдың октябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. 1944 йылдың апреленә гвардия кесе лейтенант Бережной Иван 4-се украина фронтының 2-се гвардия армияһы 87-се гвардия уҡсы дивизияһы 261-се гвардия уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры. Ҡырымды азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә[1].

1944 йылдың 10 апрелендә Бережной үҙенең взводы менән бергә, батальондан һул флангта тороп, теҙелеп һөжүм итеүселәрҙе ут менән ышыҡлай. Совет ғәскәрҙәренең һөжүме барышында немецтар траншеяларҙан  бәреп сығарыла һәм оборонаның икенсе һыҙығына сигенә башлай. Көстәрҙе туплап, 4 САУ «Фердинанд» ярҙамы менән дошмандарҙың ике пехота ротаһы контратака яһарға маташа. Контратаканы кире ҡаҡҡанда Бережной взводының бер пулемёт расчеты сафтан сыға, бынан һуң Бережной үҙе пулемёт артына баҫа. Тиҙҙән ул яҡында шартлаған термит снаряд ярсығы менән яралана. Бережной, ҡанһыраған һәм тереләй янып торған килеш, дошман һалдаттарын пулемёттан атыуын дауам итә, һуғыш яланын ташлап китмәй, һәләк була. Ҡырымдың Красноперекопск районы Суворово ауылында ерләнгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән, гвардия кесе лейтенант Бережной Иван, үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була[2].

Шулай уҡ Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. Кременчуг ауылында туғандары ҡала – Гринько.

Хәтер үҙгәртергә

Бережной Иван Михайлович эшләгән завод бинаһына һәм Херсон ҡалаһының 1-се һанлы ҡала профессиональ-техник училищеһы бинаһына уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең (элекке Көкшетау өлкәһе)  Тайынша (элекке Келлер) районында тыуған ауылы Кременчугта И. М. Бережнойға мемориаль комплекс ҡуйылған. Шулай уҡ Бережной хөрмәтенә Келлер урта мәктәбе почетлы Советтар Союзы Геройы Бережной И. М. исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бережной Иван Михайлович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 26, л. 19)ф. 33, оп. 686046, д. 26, л. 19)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ҡырым өсөн һуғыш геройҙары — Симферополь: Таврия, 1972.
  • Советтар Союзы Геройы — ҡаҙағстансылар. 1-се китап. Алма-Ата, 1968.
  • Советтар Союзы Геройҙары батырлыҡтары. М., 1981.