Бердах

ҡарағалпаҡ шағиры

Бердаҡ (ысын исеме — Ғарғабай улы Бирҙеморат; ҡарағалп. Berdaq, Бердақ, Бердақ Ғарғабай улы, 1827 йыл(1827)1900) — ҡарағалпаҡ шағиры.

Бердах
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1827[1][2][3]
Тыуған урыны Хиуа ханлығы
Вафат булған көнө 1900[1][2][3]
Вафат булған урыны Ҡарағалпаҡстан Республикаһы, Үзбәк ССР-ы[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Ҡараҡалпаҡ теле
Һөнәр төрө шағир
 Бердах Викимилектә
Почта маркаһы. 2012 йыл
Ҡарағалпаҡ шағиры Бердаҡ һүрәте конверт тышында, 1977 йыл

Тормош юлы һәм ижады үҙгәртергә

Ҡарағалпаҡстандың (Үзбәкстан), хәҙерге Муйнаҡ районы, территорияһында ярлы ғаиләлә тыуған. Мәҙрәсәлә уҡый. Көнсығыш халыҡтарҙың тарихы һәм классик әҙәбиәте белгесе була. Лирик, сатирик, дидактик шиғырҙар, тарихи поэмалар («Ырыу», «Әйҙос бей», «Амангилде», «Ирназар бей» һәм башҡалар) авторы. «Ақмақ патша» (Дыуамал батша) шиғри романын яҙа. Гуманистик ҡараштары «Иң яҡшы», «Бер ҡасан да булманы», «Дәүер» һәм башҡа шиғырҙарында сағылдырыла. «Шәжәрә» поэмаһы төркиҙәрҙең килеп сығышы тураһындағы легендаларға нигеҙләнгән; «Амангилде» поэмаһында ҡарағалпаҡтарҙың XVIII быуатта коканд ханына ҡаршы көрәше һүрәтләнә; «Әйҙос бей» һәм «Ирназар бей» поэмаларында халыҡтың 1827, 1828 һәм 1856 йылдарҙағы Хиуа хандары иҙеүенә ҡаршы көрәше күрһәтелгән. Шағир хеҙмәтте данлай, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡһыҙлығына ҡаршы баш күтәрә, мәғарифты яҡлап сыға. Бердахтың әҫәрҙәре урыҫ, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Урыҫ теленә тәржемәләре үҙгәртергә

  • Бердах. Избранное. Перевод с каракалпакского Наума Гребнева. Каракалпакское гос. изд-во 1958 Тираж 10 000.
  • Бердах. Избранное. Перевод Наума Гребнева. Госиздат Художественной лит. Уз. ССР 1958.
  • Бердах. Избранная лирика. Перевод Семёна Липкина, Наума Гребнева «Каракалпакстан» Нукус 1977. Тираж 2000.
  • Бердах. Избранное. Переводы Семёна Липкина, Наума Гребнева. Изд-во Г.Гуляма, Ташкент 1977 Тираж 5000.

Хәтер үҙгәртергә

  • 1992 йылда Ҡарағалпаҡ дәүләт университетына (элекке Т. Г. Шевченко исемендәге Ҡарағалпаҡ дәүләт педагогия институты, 1976 йылдан Нөкөс дәүләт университеты) Бердах исеме бирелгән[4].
  • 1998 йылда Нөкөстә Бердах музейы асылган.
  • Нөкөстә шағирға һәйкәл ҡуйылған.
  • 1960 йылдарҙан алып Ҡарағалпаҡстан дәүләт премияһы Бердах исемен йөрөтә.
  • 2004 йылдан алып 27 ноябрь Бердах көнө итеп билдәләнә.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Шағирҙың бүләһе Мәмбәтназаров Жаныбай хәҙрәт Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Swartz A. Berdaq // Open Library (ингл.) — 2007.
  2. 2,0 2,1 Berdaq // Faceted Application of Subject Terminology
  3. 3,0 3,1 Berdaq // NUKAT — 2002.
  4. «Мой город» сайтында 2017 йыл 7 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [1] Бердах (1827—1900).
  • [2] Бердах.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • * Бердах // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.

Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.