Беляев Тимофей Савельевич

Беляев Тимофей Савельевич (17681846[1]) — рус шағиры һәм башҡорт эпосын рус теленә тәржемәләүсе.

Беляев Тимофей Савельевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1768
Тыуған урыны Ташлы, Рәсәй
Вафат булған көнө 1846
Һөнәр төрө шағир

Биографияһы үҙгәртергә

Беляев Тимофей Савельевич 1768 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Ташлы ауылында тыуған.

Ырымбур губернаһы прокуроры Н. И. Тимашевтың крепостной хеҙмәтсеһе булып тора.

Ташлы ауыл училищеһын тамамлап, Өфө губернаторы прокурор Н. И. Тимашевтың улын тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

Ул 1812 йылда Ҡазанда «Ҡуҙыйкурпәс. Бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Урал тауы буйҙарында рус теленә тәржемә ителгән башҡорт хикәйәте» исемле китап баҫтырып сығара, был «Ҡуҙыйкурпәс һәм Маянһылыу» башҡорт халыҡ эпосын беренсе әҙәби эшкәртеү булып тора.

Китапҡа «Ҡушымтала» ул башҡорт риүәйәттәрен тәржемә итеү буйынса эшен дауам итәм тип яҙа.

Беляев Тимофей Савельевичтың «Минең кистәрем: башҡорт әкиәттәре» ҡулъяҙмаһы һаҡланған.

1813 йылда баҫып сығарылған «Урал тауҙары ҡурайсыһы йыры» авторы. Китапта башҡорт халҡының 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында хикәйәләнә. Бер нисә шиғырҙың авторы булып тора.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Беляев Т. С. Песнь Курайча рифейских гор. Изд.: Классика Книга Фонда, 2009 г.
  • Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 1973;
  • Мамбетов М. А. Беляев Тимофей — башҡорт эпик әҫәрҙәрен йыйыусы һәм популярлаштырыусы" // РСФСР халыҡтары фольклоры. Өфө, 1976.
  • Ҡуҙыйкурпәс // Башҡортостан рус әҙәбиәтендә. 1-се т. Өфө, 1961.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. по другим данным — 1864

Һылтанмалар үҙгәртергә