Беляев Павел Иванович

Беляев Павел Иванович (26 июнь 1925 йыл, Челищево, Төньяҡ Двина губернаһы — 10 ғинуар 1970 йыл, Мәскәү) — Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың 10-сы летчик-космонавы, полковник. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965).

Беляев Павел Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 26 июнь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Челищево[d], Рослятинское сельское поселение[d], Бабушкинский район[d], Вологодский округ[d], Северный край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][3][4][…] (44 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Үлем сәбәбе перитонит[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө Космонавт, лётчик-истребитель
Уҡыу йорто Ейск юғары хәрби авиация институты[d]
Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Летал на Восход-2[d][5]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Время в космосе 1562 Минут
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Первый отряд космонавтов СССР[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Беляев Павел Иванович Викимилектә

Ленин ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар, шул иҫәптән СССР Фәндәр Академияһының К. Э. Циолковский исемендәге Алтын миҙалы кавалеры, Болгария Халыҡ Республикаһының Социалистик Хеҙмәт Геройы, Вьетнам Социалистик Республикаһының Хеҙмәт Геройы, Монголия Халыҡ Республикаһы Геройы. Калуга, Калининград[6], Пермь, Вологда, Төмән[7], Снежинск, Березники[8] ҡалаларының почетлы гражданы.

Биографияһы үҙгәртергә

Павел Иванович Беляев 1925 йылдың 26 июнендә Төньяҡ Двина өлкәһе (хәҙерге Бабушкин районы, Вологда өлкәһе) Рослятинск районының Челищево ауылында тыуған. 1937—1941 йылдарҙа Каменск-Уральский ҡалаһындағы 3-сө, 1941—1942 йылдарҙа — 1-се урта мәктәптә уҡыған. 1942 йылда ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Синара торба заводында токарь булып хеҙмәт юлын башлай. 1943 йылда ул үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә бара һәм Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Сарапул ҡалаһында урынлашҡан хәрби авиация осоусылар мәктәбенә ебәрелә. Училищены 1945 йылда тамамлай.

Хәрби летчик булараҡ, Тымыҡ океан флоты 12-сө һөжүм һауа дивизияһының 38-се гвардия истребитель авиация полкы составында (1945 йылдың август-сентябре) совет-япон һуғышында ҡатнаша, артабан СССР Хәрби-диңгеҙ флотының авиация частәрендә хеҙмәт итә.

1956 йылдан Хәрби-һауа көстәре академияһына (хәҙерге ваҡытта Ю. А. Гагарин исемендә) уҡырға инә һәм уны 1959 йылда тамамлай.

Үҙләштергән самолеттары У-2, Ут-2, Як-7Б, Як-9, Як-11, Ла-11, МиГ-15 и МиГ-17, дөйөм осош ваҡыты 500-ҙән ашыу сәғәт була.

Космонавтикаға килеүе үҙгәртергә

1960 йылда космонавтар отрядына алына. Йәше буйынса ла, хәрби званиеһы (майор) һәм дәрәжәһе (эскадрилья командиры) буйынса ла ул иң олоһо булып сыға. Төркөмдәге хеҙмәттәштәре уға исеме һәм атаһы исеме менән мөрәжәғәт иткән берҙән-бер кеше була.[9] Ул «Восток» һәм «Восход» тибындағы судноларҙа осоштар өсөн күнегеүҙәр үткән.

1965 йылдың 18-19 мартында ул Восход-2 космик корабы командиры булараҡ Йыһанға осош яһай. Осош ваҡытында икенсе пилот А. А. Леонов донъяла беренсе тапҡыр асыҡ Йыһанға сыға. Осоштоң һуңғы этабында, караптың йүнәлеш тотоу системаһы эшләмәҫ булып, автоматик режимдан сығыу мөмкинлеге булмағас, Беляев карапҡа ҡулдан йүнәлеш бирә һәм тормоз системаһын ҡабыҙа. Был операциялар космонавтикала беренсе тапҡыр башҡарыла[10]:77.

Артабанғы йылдарҙа ул «Союз» тибындағы караптарҙа осоу әҙерлеген үтә

Ул 1970-се йылдың 10 ғинуарында операциянан һуң перитонит арҡаһында вафат була.[11] Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Галерея үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Беляев исеме бирелгән объекттар:

  • Ай кратеры,
  • кесе планета 2030Belyaev , 1969 йылдың 8 октябрендә асылған[12].
  • СССР Фәндәр Академияһының (ӨФӨ)"Космонавт Павел Беляев" ис.фәнни-тикшеренеү судноһы
  • Аэрофлот авиакомпанияһының VQ-BSH.борты
  • Каменск-Уральский № 3 мәктәбе
Мемориаль таҡтаташ

2015 йылдың 9 майында Звездный Городокта Бөйөк Ватан һуғышыБөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс осоусы: Г. Т. Береговой , Н. Ф. Кузнецов һәм П. И. Беляев иҫтәлегенә скульптура портреттары булған мемориаль таҡта асыла (скульптор Андрей Следков)

Почта маркалары
     
Павел Беляев һәм Алексей Леонов. СССР Восход-2. , 1965 йылда Почта маркаһы Куба, 1965 йылда Почта маркаһы ГДР, 1965 йылда

Фильм үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Беляев Павел Иванович (урыҫ) / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. http://www.astronautix.com/astros/belyayev.htm
  3. 3,0 3,1 http://www.britannica.com/EBchecked/topic/60231/Pavel-Belyayev
  4. http://link.springer.com/content/pdf/10.1007%2F978-0-387-84824-2_9.pdf
  5. http://www.spacefacts.de/english/e_first.htm
  6. Беляев Павел Иванович
  7. Почётные граждане Тюмени — Павел Беляев
  8. Владимир Максимович Михайлюк. Город белых берёз. — Пермское книжное издательство, 1982. — 157 с.
  9. С человеком на борту. — М.: Сов. писатель, 1985; Воениздат, 1990.
  10. Владимир Попов К 50-летию первого в мире выхода человека в открытый космос. «Алмаз-2», выходи… // Авиапанорама. — М., 2015. — № 1. — С. 71—80.
  11. Павел Беляев
  12. Schmadel, Lutz D. Publication dates of the MPCs // Dictionary of Minor Planet Names. Addendum to Fifth Edition: 2006–2008. — Heidelberg, N. Y., Dordrecht, L.: Springer, 2003. — P. 221. — 316 p. — ISBN 978-3-642-01964-7.

Әҙәбиәт үҙгәртергә