Беларусь Республикаһының Милли банкыһы

Беларусь Республикаһының Милли банкы (бел. Нацыянальны банк Рэспублiкi Беларусь) —  Беларусь Республикаһының үҙәк банкы һәм дәүләт органы. 

Беларусь Республикаһының Милли банкы

Урынлашыуы

Беларусь Беларусь, Минск,
Мөстәҡиллек проспекты, 20.

Координаталары
Асылыу датаһы

1990 йылдың 14 декабре

Президенты
(рәйесе)

Павел Каллаур

Валюта

Белорус һумы

Веб-сайт

nbrb.by
nbrb.by/engl/

Милли банк эшмәкәрлеген бойондороҡһоҙ башҡара һәм Беларусь Республикаһы Президентына ғына отчётлы булып тора, ул уның Уставын раҫлай, Парламент ризалығы менән Рәйесен һәм Идара ағзаларын тәғәйенләй. 

Функциялары үҙгәртергә

Беларусь Республикаһы  Банк кодексының 7-се статьяһына ярашлы[1],  Беларусь Республикаһының Милли банкы:

  •  кредит мөнәсәбәттәрен һәм аҡса әйләнешен көйләй, иҫәп-хисап башҡарыу тәртибен билдәләй 
  • аҡса эмиссияһына хоҡуҡлы берҙән-бер ойошма булып тора
  • Банк кодексы һәм Беларусь Республикаһының башҡа закон акттары менән ҡаралған бүтән функцияларҙы атҡара.

Төҙөлөшө үҙгәртергә

Бөгөн Милли банк үҙәк аппараттан,  Минск ҡалаһы һәм өлкәләр (алты) буйынса баш идаралыҡтарҙан тора. Милли банктың структур подразделениеларына шулай уҡ  уҡыу һәм хисаплашыу үҙәктәре менән үҙәк һаҡлағыс инә. 

 Милли банк ҡатнашлығында "Банк процессинг үҙәге" ААЙ, "Белорус валюта-фонд биржаһы" ААЙ һәм "Банк вкладтарын гарантиялы ҡаплау буйынса агентлыҡ" ДУ асылған, улар илдең түләү системаһы, валюта баҙары эшен һәм банктарҙағы вкладтарҙың һаҡланғанлығын тәьмин итә[2].

Милли банктың үҙәк аппараты урынлашҡан урын:

Мөстәҡиллек проспекты, 20, 220008, Минск, Беларусь Республикаһы.

 
Банк бинаһы төнөн.

Тарихы үҙгәртергә

Банк Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан 1922 йылда Белоруссия республика банкы булараҡ ойошторола. Тиҙҙән ул СССР Дәүләт банкы буйһоноуына күсә. Банкты ҡайтанан ойоштороуҙар 1959 һәм 1987 йылдарҙа үткәрелә. 

 Беларусь банк системаһының һәм уның Милли банкының бойондороҡһоҙлоҡ тарихы, Советтар Союзы тарҡалып, ил суверенитет алғандан һуң башлана. 1990 йылдың декабрендә "Беларусь Республикаһының Милли банкы тураһында" һәм "Беларусь Республикаһында банктар һәм банк эшмәкәрлеге тураһында" закондар ҡабул ителә. Беларусь территорияһындағы бөтә банк учреждениелары илдең милке тип иғлан ителә, ә Белоруссия республика банкы - СССР Дәүләт банкы - базаһында Милли банк ойошторола[2].

Милли банк идараһы рәйестәре үҙгәртергә

  • Николай Владимирович Омельянович (1986 [СССР Дәүләт банкы Белконтораһы] — 1991)
  • Станислав Антонович Богданкевич (1991—1995)
  • Тамара Дмитриевна Винникова (1996—1997)
  • Геннадий Станиславович Алейников (1997—1998)
  • Пётр Петрович Прокопович (1998—2011)
  • Надежда Андреевна Ермакова (2011—2014)
  • Павел Владимирович Каллаур (2014 йылдан)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә