Белан Анатолий Кириллович

Рәсәй ғалимы, техник фәндәре кандидаты, профессор.

Белан Анатолий Кириллович (28 сентябрь 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәр кандидаты, профессор.

Белан Анатолий Кириллович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

90-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1], улар араһында дүрт монография, 50-нән ашыу методик хеҙмәттәр, шулай уҡ ашыу 20-нән ашыу патент бар

Биографияһы үҙгәртергә

Анатолий Кириллович Белан 1946 йылдың 28 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған.

1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «баҫым менән металдарҙы эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1981 йылда юғары уҡыу йортоноң аспирантураһында уҡыуын дауам итә һәм «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Исследование и разработка технологии изготовления низкоуглеродистой арматурной проволоки прокаткой в многовалковых калибрах» темаһына диссертация яҡлай.[2]

1971 йылдан хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университетында эшләй, унда ғәмәли механика принциптары нигеҙендә металлургия һәм машиналар етештереү бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтелгән фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Төрлө тәғәйенлештәге сымдарҙы эшләү өсөн прокат станының яңы конструкцияһын эшләүҙә һәм үҙләштереүҙә ҡатнаша. Белан тәҡдим иткән заманса беркеткес әйберҙәр етештереү өсөн арҡыры һығыуҙың үҙенсәлекле алымы етештерелә торған әйберҙәрҙең сортаментын байтаҡҡа арттырырға һәм уларҙың сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә.

А. К. Беландың ғалим булараҡ үҫешенә техник фәндәре докторҙары, профессорҙар Б. А. Никифоров һәм Г. С. Гун йоғонто яһай. Уның ғилми етәкселеге аҫтында кандидатлыҡ диссертацияһын М. С. Малышева.[3], Е. Л. Кандаур, М. Е. Моторыгин яҡлай. Магнитогрск дәүләт техник университетының металлургия машиналары һәм ҡорамалдарын проектлау һәм эксплуатациялау кафедраһында эшләй. Анатолий Кирилловичҡа 2013 йылда профессор дәрәжәһе бирелә. Әлеге ваҡытта ул механика кафедраһы профессоры, дисциплиналар уҡыта: машиналар һәм механизмдар теорияһы, машина деталдәре һәм төҙөү нигеҙҙәре, ғәмәли механика.[4] Өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында һәм МГТУ-ның «Горизонт» кадровый инжинирингында «Применение модульной объектно-ориентированной динамической учебной среды MOODLE для создания и сопровождения учебных курсов» программаһы буйынса квалификацияһын күтәрә.

2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә