Безредка Александр Михайлович

Александр Михайлович Безредка (1870 йылдың 27 марты, Одесса — 1940 йылдың 28 феврале, Париж) — француз микробиологы һәм иммунологы ; Илья Мечниковтың студенты.

Безредка Александр Михайлович
франц. Alexandre Besredka
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Франция
Тыуған көнө 27 март (8 апрель) 1870[1]
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][3][…] (69 йәш)
Вафат булған урыны Париж
Атаһы Elimelekh Wechsler-Besredka[d]
Һөнәр төрө биолог, табип, врач-иммунолог
Эшмәкәрлек төрө микробиология
Эш урыны Институт Пастера[d]
Уҡыу йорто Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d]
Ғилми етәксе Мечников Илья Ильич
Кемдә уҡыған Мечников Илья Ильич
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Александр 1870 йылда Одессала (хәҙерге Украина) Э.Иш-Но`оми. Иудей псевдонимы аҫтында баҫылыусы яҙыусы ғаиләһендә тыуған. Гимназияны тамамлағас, Одессалағы Новороссийск университетының физика һәм математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлегендә белемен дауам итә (хәҙер — И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты). Был университет стеналары эсендә А. М. Безредка химия менән мауыға. Ул беренсе фәнни тикшеренеүҙәрен Н. Д. Зелинский етәкселегендә үткәрә. «Опыт истории развития стереохимических воззрений» баҫмаһы өсөн университет етәкселеге А. М. Безредканы алтын миҙал менән бүләкләй.

1892 йылда университетты тамамлағас, Александр Безредка Киев йәки Мәскәү университетының медицина факультетына керергә тырыша. Ләкин уның фәнни карьераһын Рәсәйҙә дауам итеү уның христиан динен ҡабул итеүенән һуң ғына мөмкин була. Шуға бәйле рәүештә, Безредка Францияға китә, имтихан тапшырмайынса, ул Сорбонна медицина факультетының икенсе курсына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта, Александр Пастер институтының лабораторияларының береһендә ирекле башланғыста препаратор булып эшләй. 1897 йылда университетты тамамлағас, Безредка Пастер институтында, институт директоры урынбаҫары И. И. Мечников етәкләгән морфологик микробиология лабораторияһында штаттағы ассистент булып эшләүен дауам итә. 1910 йылда ул профессор, 1919 йылда был институт директоры урынбаҫары була. Сит илдә йәшәп, Безредка Рәсәй фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә ҡала. Күп Рәсәй ғалимдары уның етәкселегендә эшләй.

А. М. Безредка 1940 йылдың 28 февралендә Парижда вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

А. М. Безредканың төп хеҙмәттәре иммунитет проблемаһына арналған. 1906 йылда ул, организмды десенсибилизациялау юлы менән анафилактик шокка ҡаршы көрәш ысулдарын табырға тырышып, анафилаксия проблемаларын өйрәнә башлай (терминдың авторы шулай уҡ Безредка). Ул тәҡдим иткән, ҡулланылыусы сывороткаларҙы "сыворотка ауырыуы"н үҫтереү планында ҡурҡынысһыҙыраҡ иткән ысул, классик алым тип һанала һәм донъя фәнни әҙәбиәтендә уның исеме менән бәйле. Был ысулдың асылы бик ябай: беренсенән, һәр сыворотканың бер йәки бер нисә бәләкәй дозаһы организмға шприц ярҙамында керетелә, һәм 4 сәғәттән һуң — бөтә ҡалған күләме.

А. М. Безредканың 12 йыл, 1913 йылдан 1925 йылға тиклем алып барған урындағы иммунитет проблемаларын өйрәнеүҙәре ҙур танылыу ала. Уның теорияһы, иммунитеттың автоном, бөтә организмдың дөйөм ҡатнашлығынан башҡа барлыҡҡа килеү мөмкинлеген кире ҡаҡҡан оппоненттар яғынан етди тәнҡиткә дусар булыуға ҡарамаҫтан, А. М. Безредканың урындағы иммунизация ысулы ҡайһы бер инфекцияларҙы профилактикалау өсөн ҡулланылыш таба. Безредка буйынса иммунизация столбняк, ҡорһаҡ тифы, дизентерия, холера, Себер йәрәхәте, оспа, стрептококк һәм стафилококк инфекцияһына ҡаршы ҡулланыла. Урындағы иммунитет тураһында теория хирургияла, дерматологияла, гинекологияла һәм офтальмологияла йоғошло ауырыуҙарҙы дауалауҙа һәм профилактикалауҙа практик ҡулланылыш таба.

A. М. Безредка микроорганизмдар тураһындағы фәндең башҡа аспекттарына ла ҙур иғтибар бирә. Шулай итеп, мәҫәлән, ул өс йыл туберкулез бактерияларын үҫтереү өсөн иң уңышлы туҡланыу мөхите эҙләй, һөҙөмтәлә өс көн эсендә кәрәкле культураны үҫтерергә мөмкинлек биреүсе мөхит табыла.

Александр Михайловичтың һуңғы тикшеренеүҙәре яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү ысулдарын өйрәнеүгә бағышлана. Уның үлеме шешкә ҡаршы вакциналар эҙләүҙә ҡыҙыҡлы эксперименттарҙы өҙә.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Местная иммунизация, пер. с франц. — Париж, 1926;
  • О значении раздражителей в инфекции и иммунитете // Журнал экспериментальной биологии и медицины. — 1927. — № 18;
  • Анафилаксия и антианафилаксия, пер. с франц. — М., 1930.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Безредка Александр Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Alexandre Besredka // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Alexandre Mikhailovich Besredka // Who Named It? (ингл.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Український Радянський Енциклопедичний Словник. — Т.1. — К., 1966. — С.160.
  • Нижник Т. П. Безредка Олександр Михайлович // Енциклопедія Сучасної України. — Т.2. — К., 2004. — С.389.
  • Безредка А. М. (1870—1940) // Журнал микробиологии, эпидемиологии и иммунологии. — 1971. — № 4.
  • Маринжа Л. Он принял пост у Мечникова… // Здоровье Украины. — № 11. — июнь 2008 года. — С.72.