Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы

Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы

Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы (10 сентябрь 1953 йыл) — педагог, филология фәндәре кандидаты (1997), Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре (2005); Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2007).

Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Юлыҡ ауылы, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова 1953 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.

1961 йылдан Юлыҡ урта мәктәбендә, 1969—1971 йылдарҙа Ишембайҙың 2-се интернат-гимназияһында уҡый. 1976 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.

1976-79 йылдарҙа Башҡортостандың Стәрлебаш районы Ҡалҡаш урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.

1980 йылдан Стәрлебаш ауылының 1-се мәктәбендә уҡыта, 1986 йылда директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1993 йылдан — мәктәп директоры[1].

2008 йылдан алып Өфөлә БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү институтының экспертиза һәм аттестация бүлеге мөдире вазифаһында, бер үк ваҡытта 2008 йылдан ошо институтта, 2011 йылдан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы 47 фәнни мәҡәлә, 15 уҡытыу-методик әсбап авторы. «Мәҙәниәттәр диалогы» нигеҙендә башҡорт телен уҡытыуға айырым иғтибар бирә. Ижади фекерләүҙе үҫтереү кеүек төшөнсәләрҙе үҙләштереүҙе нигеҙҙә асыҡ реаль мәғәнәләрҙә бирә.

Уҡыусыларҙың этнолингвокультурологик компетенцияһын формалаштырыу буйынса үҙенең фәнни эшмәкәрлеге бар. Баһауетдинова 25 йылдан артыҡ уҡыусылары менән бергә Стәрлебаш районы фольклорын, тыуған яҡ топонимикаһын өйрәнә һәм йыя.

Рәсәй мәҙәниәте программаһы сиктәрендә нәшер ителгән «Башҡорт теленең этнографик лексикаһы» монографияһы, «Башҡортса-русса һүҙлек», «Башкорт теле һем әҙәбиәте буйынса традицион булмаған дәрестәр» методик ҡулланмаһы — күп йыллыҡ хеҙмәт емеше[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә