Баҡай (Ҡурған өлкәһе)

Баҡай (Баҡый[2]; рус. Бакаево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Надеждинка ауыл советы составына керә.

Ауыл
Баҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Надеждинка ауыл советы

Координаталар

54°41′ с. ш. 62°36′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1847

Халҡы

149[1] кеше (2010)

Почта индексы

641088

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 822 002

ОКТМО коды

37 632 422 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Баҡай (Рәсәй)
Баҡай
Баҡай
Баҡай (Ҡурған өлкәһе) (Ҡурған өлкәһе)
Баҡай

Тарих үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1847 йылда телгә алына[3]. Революцияға тиклем Баҡай ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Барын-Табын улусы составында була[3].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Баҡай ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Баҡай ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

1795 1834 1866 1900
525 500
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
149

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (90 %) йәшәй[4].

Инфраструктура үҙгәртергә

Ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 345. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Надеждинский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.