Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы

Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (4 июнь 1951 йыл) — театр актёры. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).

Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

4 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Күсей ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1973-2013

Театр:

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова 1951 йылдың 4 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.

1973 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Габдулла Ғиләжев, Фәрзәнә Ҡасимова курсы).

Унан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлай.

Ролдәре үҙгәртергә

Сәриә («Бөркөт ҡанаты», Г. Исхаҡов; дебют, 1973), Гөлйемеш («Байрамбикә», Р. С. Янбулатова), Сара («Ҡара сәскәләр», В. Г. Ғәлимова, С. Джемаль романы буйынса), Зилиә («Илама, һылыу!» — Н. Ғәетбаев), Ямал («Ҡыр ҡаҙҙары», Р. А. Сафин), Жихан («Башмағым»), Фекла Ивановна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь), Коринкина («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский), Фәриҙә («Париж егете Әлфәнис» Л. В. Вәлиев).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988)

Һылтанмалар үҙгәртергә